«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫТЫУСЫЛАР ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА ӘҘЕРЛӘНӘ
+  - 

19 августа Өфө ҡалаһы уҡытыусыларының август кәңәшмәһе үтте. Сарала Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев, республика мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Светлана Антипина, Өфө ҡала Советы рәйесе Марат Вәсимов, баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев, мәғариф ойошмалары етәкселәре, педагогтар, мәғариф ветерандары ҡатнашты.

Быйылғы август кәңәшмәһенә сығарылған мәсьәләләр муниципаль мәғариф системаһын үҫтереү, берҙәм һөнәри йүнәлеш моделен тормошҡа ашырыу, хеҙмәт баҙарында уҡыусыларға һәм студенттарға дөрөҫ юл күрһәтеү, һөнәри үҫеш перспективалары мәсьәләләренә, мәктәптәрҙә отчеттарҙы ҡыҫҡартыу һәм хәүефһеҙ мәғлүмәт системаларын үҫтереү өлкәләренә ҡағылды.
- Мәскәүҙә үткән төбәк мәғариф министрҙарының Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә мәғариф системаһын үҫтереүгә йомғаҡ яһалды. Шуныһы ҡыуаныслы, Башҡортостан иң яҡшылар иҫәбендә билдәләнде. Әлбиттә, был уртаҡ уңышта Өфө ҡалаһының мәғариф системаһы ҙур урын тота. Ошо дөйөм еңеү менән ҡотлайым. Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты исеменән сәләмләү һүҙҙәрен еткерәм, барыбыҙға ла уңышлы эш теләйем, - тине үҙенең сығышында Лилиә Ғүмәрова.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев баш ҡала уҡытыусыларына изге хеҙмәте һәм профессиональ бурыстарына тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгәндә, Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар һәм Башҡортостанда барған Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылында үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләүҙә хеҙмәтегеҙҙең әһәмиәтен айырыуса билдәләргә теләйем, - тине ул сығышының башында.
2024 йылда "Өфө ҡалаһының Почетлы педагогы" исеме булдырылды һәм уға Уҡытыусылар көнөн билдәләү айҡанлы тәүге 16 педагог лайыҡ булды. Ошоға бәйле, исемгә ҡушып бирелгән аҡсалата дәртләндереүҙең күләмен 60 мең һумға тиклем арттырыу тураһында тәҡдим ҡарала, тип билдәләне ҡала етәксеһе.
Баш ҡалала "Белемгә юл" проекты сиктәрендә мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына илткән тротуарҙар һәм инеү урындары тәртипкә килтерелә. Белем биреү ойошмаларын төҙөү һәм реконструкциялау дауам итә. Федераль программа сиктәрендә мәктәптәргә ҙур капиталь ремонт үткәрелә. Алдағы уҡыу йылында өҫтәмә белем биреү системаһының мөмкинлектәре киңәйә. Мәҫәлән, Дим районындағы "Росток" фән, инновациялар һәм ижад үҙәге һәм Октябрь районындағы "Калейдоскоп" балалар ижады үҙәге базаһында яңы майҙансыҡтар асыласаҡ.
- Беҙҙең төп бурыс - Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫеш талаптарына яуап биргән белем биреү сифатын тәьмин итеү өсөн шарттар булдырыу, - тине ҡала мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин, 2024-2025 уҡыу йылындағы эш йомғаҡтары һәм алдағы осорға төп бурыстар тураһында доклад яһап.
Пленар ултырыш йомғаҡтары буйынса бөтә тәҡдимдәр эштә ҡулланыу өсөн район мәғариф бүлектәренә ебәреләсәк.

"Киске Өфө" гәзите, №33, 22 - 28 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.08.25 | Ҡаралған: 24

Киске Өфө
 
Үҙең йәшәгән заманға зарланыу, властағыларҙы тәнҡитләү, үткәндәрҙе һағынып илау, киләсәккә тормошҡа ашмаҫтай хыялдар бағлау - был беҙ түгелме?

(Э. Берк).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru