«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫНЫСЛЫҠҠА ЫНТЫЛЫШ ЯҺАЛДЫ
+  - 

Эйе, йылдар буйы һуҙылып килгән мәсьәләләрҙең бер осрашыу мәлендәге ике сәғәт ярым эсендә генә хәл ителмәйәсәге көн кеүек асыҡ ине инде, ә шулай ҙа зарығып көтөлгән тыныслыҡ һәм аңлашыуҙарға табан бер аҙым яһалыуы ыңғай күренеш булды, тип баһаланды рәсми даирәләрҙә.

Аляска осрашыуҙары хаҡында һүҙ барыуы аңлашыла торғандыр, сөнки Трамптың Украина конфликты буйынса "әлегә тулыһынса аңлашыуға өлгәшеп булмауы" сәбәпле үкенес белдереүенә ҡарамаҫтан, Рәсәй Президенты Владимир Путин менән АҠШ лидеры Дональд Трамптың юғары кимәлдә дүрт йыл эсендә тәүге тапҡыр күҙмә-күҙ осрашып һөйләшеүе һуңғы йылдарҙа Рәсәй - Америка мөнәсәбәттәрендә барған һалҡын һуғыштың иң түбән нөктәһенә тәгәрәүен туҡтатыу йәһәтенән мөһим булыуына ишара яһалды.
Тәүҙә тап ошо ике ил араһында аңлашыу булдырыуҙың Украина конфликтын көйләүгә илтәсәге былай ҙа аңлашылып тора. Был хаҡта Путин ике ил араһында "...өлгәшелгән аңлашыуҙың төп маҡсатты яҡынайтыуға һәм Украинала тыныслыҡҡа юл асыуына булышлыҡ итәсәгенә" өмөт бағлауын белдерҙе. "Беҙ Киевтың һәм Европа баш ҡалаларының ошо ынтылышты аңлап ҡабул итеүенә һәм был юлда ниндәйҙер кәртәләр ҡормаясағына иҫәп тотабыҙ", - тип айырым-асыҡ әйтте Владимир Путин матбуғат конференцияһында яһаған сығышында. Артабан ул АҠШ-та власть башына Трамп етәкселегендәге яңы хакимиәт килеүенең ике яҡлы тауар әйләнешенә юл асыуын билдәләп, Рәсәй менән Америка араһында киләсәктә хеҙмәттәшлек итеү өсөн бик күп ҡыҙыҡлы, ике яҡ өсөн дә файҙалы йүнәлештәр, эшлекле даирәләр һәм инвестиция партнерлығы өлкәһендә сикһеҙ мөмкинлектәр булыуы хаҡында әйтте. Шул уҡ ваҡытта Арктикала үҙ-ара аралашыу, беҙҙең Алыҫ Көнсығыш менән АҠШ-тың Көнсығыш яр буйҙары төбәк-ара бәйләнештәрен тергеҙеү киләсәген күҙаллап, Рәсәй Президенты ике илде "киләсәктең яңы битен асып, хеҙмәттәшлеккә ҡайтырға" саҡырҙы. Сығышының тәүге юлдарынан уҡ Путин ике яҡлы һөйләшеүҙәрҙең файҙалы һәм үҙ-ара ихтирамлы щарттарҙа үтеүе һәм үҙен Аляскаға саҡырыуҙары өсөн Трампҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Үҙ сиратында АҠШ президенты Дональд Трамп та эшлекле осрашыу өсөн коллегаһына рәхмәт белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта ул ошо осрашыуҙың киләсәктә тыныслыҡ булдырыуға ышаныс тыуҙырыуын әйтте. "Путиндың да, минең кеүек үк, конфликтты тиҙерәк хәл итергә теләүен" әйтеп, Трамп осрашыуҙа ошо юлда ярайһы ғына прогресҡа өлгәшә алыуҙарын билдәләне. Аляска осрашыуынан һуң Вашингтонға ҡайтышлай Fox News телеканалына интервьюһында Дональд Трамп Рәсәй-Украина конфликты буйынса тыныслыҡ килешеүенә өлгәшеү өсөн Украина президенты Владимир Зеленский менән Европа илдәре вәкилдәренең дә ҡатнашлығы кәрәк булыуын белдерҙе."Хәҙер, ысынлап та, бөтәһе лә президент Зеленскийҙан тора. Европа илдәре лә бер аҙ ҡатнашлыҡ итергә тейештер, ләкин был Зеленскийға бәйле", - тине ул һәм үҙе, Владимир Путин, шулай уҡ Зеленский ҡатнашлығында өс яҡлы осрашыуға әҙерлектең башланыуы тураһында хәбәр итте. Путин менән осрашыуҙан һуң Трамп Рәсәйгә ҡаршы сикләүҙәрҙе, шулай уҡ Ҡытайға Рәсәй энергетика ресурстарын һатып алыуҙа санкцияларҙы кисектереп торорға булды. Әйткәндәй, Ҡытай менән Рәсәй мөнәсәбәттәренә ҡағылып, Трамп үҙенә хас туралыҡ менән "Ҡытайға Рәсәйҙең ерҙәре кәрәк" тип тә белдерҙе.
Трамп Путин менән осрашыуға барыр алдынан уҡ "юғары иҫәпкә" йүнәлеш тотоу кәрәклеге хаҡында үҙенекеләрҙе иҫкәрткәйне инде. Шуға күрәлер ҙә, уның өсөн аныҡ һөҙөмтәгә килә алмау көтөлмәгән хәл булманы, киреһенсә, ул быны "ярайһы прогресс" тип атаны, ләкин бына Көнбайыш киң мәғлүмәт саралары төп мәсьәләлә аныҡлыҡтың булмауына дәғүә белдерә. Мәҫәлән, Washington Post яҙып сығыуынса, осрашыуҙың Украинала Трамп ынтылған кисекмәҫтән тыныслыҡ урынлаштырыуға алып килмәйәсәге асыҡланғас та саралар планлаштырылғандан алдараҡ тамамланды, "өлгәшелгән прогресс" хаҡында аныҡ хәбәр ителмәне, лидерҙар хатта журналистарҙың һорауҙарына ла яуаптар бирмәне. Журналистар менән аралашырға яратҡан Трамп өсөн бындай тотанаҡлыҡ һирәк күренеш булды, тип яҙҙы үҙенең либераль ҡараштары менән билдәле Америка матбуғат баҫмаһы.
CNN телеканалы элек Трамптың кәңәшсеһе булып эшләгән Джон Болтон менән әңгәмәнән уның һүҙҙәрен килтерә: "Трамп еңелде тип әйтә алмайым, ләкин Путин һис һүҙһеҙ отто".
Telegraph яҙып сығыуынса, Путиндың Аляскаға килеүе Рәсәйҙең ҡамауҙан сығыуын күрһәтте: "Путин АҠШ президентының ҡулын ҡыҫты һәм изоляциянан донъя сәйәсәте юғарылығына әйләнеп ҡайтты"
TheWall Street Journal билдәләүенсә, Рәсәй Президенты саммитта үҙенең төп маҡсатына иреште - донъя лидеры булараҡ ҡайтанан аҡланыуға өлгәшеү өсөн уға бер ниндәй сигенеүҙәргә лә барырға тура килмәне; саммит уның Көнбайыш тарафынан изоляцияланыуына сик ҡуйҙы.
Әйткәндәй, Трамп 18 августа Вашингтонда Зеленский һәм Европа илдәре лидерҙары менән осрашып һөйләште. Аҙаҡтан ул Рәсәй Президентына шылтыратып, Зеленский менән һөйләшеү һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте. Телефондан һөйләшеүҙә Рәсәй һәм АҠШ президенттары артабан да бер-береһе менән украин һәм башҡа халыҡ-ара мәсьәләләр буйынса тығыҙ бәйләнештә булырға һөйләшеп килеште.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 22 - 28 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.08.25 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Үҙең йәшәгән заманға зарланыу, властағыларҙы тәнҡитләү, үткәндәрҙе һағынып илау, киләсәккә тормошҡа ашмаҫтай хыялдар бағлау - был беҙ түгелме?

(Э. Берк).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru