«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ РУХИ ШАҺЫ ЗӘЙНУЛЛА ИШАН ТУРАҺЫНДА БЕР КӘЛИМӘ
+  - 

Шәйех Зәйнулла бин Хәбибулла Нәҡшбәнди дин әhеле остазы ғына түгел, уны беҙ шағир мөнәжәтсе лә итеп беләбеҙ. Беҙ йәш ваҡытта халыҡ араhында уның фәлсәфәүи вәғәздәрен, мөнәжәттәрен көйгә hалып, табындарҙа hөйләй hәм йырлай торғайнылар. Уны оло hәм кесе ҡарый, тип йөрөтөлгән Әүеш ауылы аҡhаҡалдары Нурислам hәм Әүбәкер көйгә үк hалып әйтер булған. Улар икеhе лә - Зәйнулла ишандың шәкерттәре. Олоhо - 1890, ә кесеhе 1896 йылғы самаhы. Кесеhе алтмышынсы йылдарҙан hуң әле тере ине.
Етмешенсе йылдар башында hабантуй мәжлесе ваҡытында өс туған апайымдан - йырсы, мандолинасы, дини ҡарашлы Ильясова Фәйхүнә Әүбәкир ҡыҙынан Зәйнулла ишандың әлегә бер ерҙә лә баҫылмаған оҙон ғына мөнәжәтенең бер өлөшөн яҙып алып ҡала алдым. Уны Фәйхүнә апай ниндәйҙер иҫке мөнәжәт көйөнә бик яғымлы, hағышлы итеп йырлаған ине.
Мөнәжәттәр яҙа, яҙа,
Ҡәләм тотҡан ҡулым талды.
Был илдәргә килмәҫ инем,
Ризыҡтарым мине тартты.
Мөнәжәттең был өлөшөн, күрәhең, ишан 1873 йыл йәй айында Кострома өлкәhе Никольск ҡалаhына hөргөнгә килеп еткәс яҙғандыр, тип уйланыла.
Мөнәжәт тексын яҙып алып ҡала алмағанлыҡтан, нәмә бар, шуның менән дауам итергә мәжбүрмен. Мөнәжәттең киләhе дүрт юллыҡтары хәтирәгә hәм кемгәлер рәхмәт йөҙөнән яҙылғанға оҡшай.

Ҡунаҡ булдым өйөгөҙҙә,
Зекер әйттем түрегеҙҙә.
Иман нуры йөҙөгөҙҙә,
Яҡты булhын гүрегеҙ ҙә.

Был мәжлестәр мөбәрәк булhын,
Жәнебеҙ беҙҙең күбәләк булhын.
Жәнебеҙ беҙҙең күбәләк булып,
Тубый ағасына ҡунhын.

Сәхрәләрҙә бер ағас бар,
Ҡоштар ҡунhа тәсбих әйтә.
Мөхәммәт өммәте алға уҙhа,
Етмәйме шул дәүләт беҙгә.

Рәсүлүлла бораҡтары -
Ҡара тояҡ аяҡтары.
Изге доғалар ҡылайыҡ,
Фани донъя ҡунаҡтары.

Зәйнулла ишан ғүмере буйына кешеләргә хеҙмәт итә. Ауырыуҙарға дауа бирер, мохтаждарға ярҙам ҡылыр, йомошсоға йомошон йомошлар. Әммә уның халҡыбыҙға ҡалдырған иң ҙур мираҫы - мәғрифәтселек. Мәғрифәтселек тойғоhо уға Троицкиҙа Әхмәтшаh бин Хәлиф әл Мәңгәрәй мәҙрәсәhендә hабаҡ алып, уны тамамлау тураһындағы таныҡлығын тотоп, хәҙерге Учалы районы Аҡҡужа ауылына имам-хатип булып ҡайтҡас уҡ тоҡана.

Спартак ИЛЬЯСОВ.
(Дауамы. Башы 29-32-се һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №33, 22 - 28 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.08.25 | Ҡаралған: 188

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru