«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛЫМА ҠАЙТЫУ ДӨРӨҪ ҠАРАР БУЛДЫ
+  - 

Әбйәлил районы Амангилде ауылы егете, фермер хужалығы етәксеһе Ризуан Тимербулат улы РӘХМӘТОВ төбәктә үҙенең ғәҙәти булмаған акцияһы менән киң танылыу алды, ә акция үҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Акцияның үҙенсәлеге шунда: теләге булған һәр кем махсус иҫәпкә күпме мөмкинлеге бар, шул тиклем аҡса күсерә, ә фермер, үҙ сиратында, күскән аҡса иҫәбенә Магнитогорск ҡалаһы баҙарында һөт продукцияһын оло йәштәгеләргә бушлай тарата. Был проект өлкән быуынға ярҙам итеүҙән тыш, фермерлыҡтың заманса, инновацион һәм социаль йүнәлешле бизнес булыу мөмкинлеген дә асыҡ күрһәтә. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - фермер Ризуан РӘХМӘТОВ.

- Фермерлыҡ эше менән танышыуым бала саҡтан уҡ башланды. Атайым ауыл хужалығы эшҡыуарлығында күптән эшләй һәм минең бала сағымда йыш ҡына уның янында булдым, уға ярҙамлаштым. Дөрөҫөн әйткәндә, ул саҡта мин башҡа балаларҙың урамда бер хәстәрһеҙ уйнап йөрөүенән бер аҙ көнләшә инем, ләкин тап ошондай бала сағым, эштең асылын күреп-аңлап, бөтә нескәлектәренә төшөнөп үҫеүем бөгөнгө уңышымдың нигеҙҙәренең береһелер, тип уйлайым.
Күпселек йәштәр ҙур ҡалаға ынтыла бит инде, мин дә Өфөгә киттем. Унда эшләп йөрөгәндә атайым миңә ғаилә эшен дауам итергә, фермерлыҡты үҙ ҡулыма алырға тәҡдим итте. Ауылға ҡайтып, эшҡыуарлыҡҡа ныҡлап тотоноу ҡарары тормошомдоң боролошло мәле булды. Әлеге мәлдә фермерлыҡ эшен уңышлы ғына алып барам, тип иҫәпләйем. Әлбиттә, эшмәкәрлегемдә ныҡлы терәгем - ул атайым Тимербулат Нәби улы. Уның ҙур көс һалып, оҙаҡ йылдар дауамында ныҡышмалы төҙөгән эшен дауам итеүем менән ғорурланам. Уның тәжрибәһе, кәңәштәре, аҡылы эштең ныҡлы булыуының нигеҙе булып тора.
Бөгөн хужалығыбыҙҙың төп йүнәлеше - һөтсөлөк. Яҡын киләсәктә ит йүнәлешен үҫтереүҙе планлаштырабыҙ. Беҙҙең продукция Магнитогорск ҡалаһында, Асҡарҙа һәм Яҡтыкүл ҡасабаһындағы магазиндарҙа һатыла, йәрминкә һәм баҙар нөктәләрендә лә ҙур һорау менән файҙалана.
Магнитогорск ҡалаһына шәхсән үҙем йөрөп һатам. Совет урамында урынлашҡан баҙарҙа үҙебеҙҙең һатыу нөктәһе бар, иртәнге сәғәт 7-се яртыла мин унда булам һәм 11-се яртыларға алып килгән бөтә продукцияны ла - 400 литр һөттө, шулай уҡ эремсек, ҡаймаҡты - һатып бөтәм. Ғөмүмән, һатыу менән проблемалар булмауы ҡыуаныслы - кеше продукциябыҙҙың сифатын баһалай.
Әйтергә кәрәк, сифатҡа беҙ ныҡ иғтибар итәбеҙ. Тауарҙы билдәле итеү йылдарға һуҙылырға мөмкин, ә сифатҡа иғтибар итмәү арҡаһында бөтә яуланған үрҙәрҙе юғалтыуға бер уйланылмаған аҙым да етә. Һатыуға сығарыу алдынан мотлаҡ рәүештә һөт һәм һөт аҙыҡтары лаборатор тикшереү үтә. Шулай уҡ фермала, етештереү цехында таҙалыҡҡа ҙур иғтибар бүләбеҙ. Продукциябыҙҙың таҙа, сифатлы, тәмле булыуын тәьмин итеү алдыбыҙҙа торған төп бурыстарҙың береһе. Элек атайым һөттө арзан хаҡҡа заводҡа тапшыра торғайны, шуға күрә был юлдан ситләшеп, продукциябыҙҙы туранан-тура һатыуға күстек. Был беҙҙең килемде күпкә арттырҙы. Эшләп тапҡан аҡсаны хужалыҡты үҫтереүгә ҡайтанан инвестициялайбыҙ: һыйырҙар һанын арттырабыҙ, заманса техника һатып алабыҙ, сәсеү майҙандарын киңәйтәбеҙ. Дәүләт тарафынан бүленгән субсидиялар ҙа был йәһәттән ҙур ярҙам булып тора.
Планда - һөт етештереүҙе арттырыу, ит продукцияһын етештерә башлау. Бөгөнгө көндә уңышлы фермерлыҡ - ул традицион ысулдарҙы инновацион ҡараштар менән берләштереп эш итеү, яңы юлдар эҙләү, дөрөҫ, айыҡ һәм намыҫлы ҡараш талап иткән өлкә. Тап ошондай аҙымдар һәм ҡараштар фермер хужалығын уңышлы һәм табышлы итеүҙән тыш, ауылды үҫтереүгә лә мөмкинлек аса. Үҙ ҡулдарың менән нимәнелер эшләү, эшеңдең реаль һөҙөмтәләрен күреү һәм кешеләргә файҙа килтереү эшмәкәрлектән йәм табырға мөмкинлек, тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ынтылырға көс бирә.
Хужалыҡтың үҫешен күреү, атайым кәңәшенә ҡолаҡ һалып, тыуған ауылыма ҡайтыуымдың дөрөҫ аҙым булыуын асыҡ күрһәтә. Минең урыным бында. Нәҡ ошонда мин үҙемдең хыялдарымды һәм ниәттәремде тормошҡа ашырыуҙан тыш, ауылымдың һәм шул иҫәптән тотош төбәктең ауыл хужалығы үҫешен үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерә алам.

Шулай итеп...
Социаль проект авторы шулай уҡ ауыл советы, район масштабында уҙған төрлө сараларҙа ла әүҙем бағыусы булып сығыш яһай. Ризуан Рәхмәтовтың эшмәкәрлеге ауыл ерлегендә лә эшҡыуарлыҡта яңыса ҡараш булыуын һәм йәмғиәткә ярҙам итеү мөмкинлегенең барлығын күрһәтә, ә эште дөрөҫ ойоштороу һәм перспективалы алымдарҙы ҡулланыу уңыштың бер нигеҙе икәнлеген иҫбатлай.

Гөлназ САФУАНОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 22 - 28 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.08.25 | Ҡаралған: 24

Киске Өфө
 
Үҙең йәшәгән заманға зарланыу, властағыларҙы тәнҡитләү, үткәндәрҙе һағынып илау, киләсәккә тормошҡа ашмаҫтай хыялдар бағлау - был беҙ түгелме?

(Э. Берк).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru