
Илебеҙ еңел булмаған осор кисерә. Һәр осорҙоң үҙ батырҙары. Махсус хәрби операция башланыу менән ил мәнфәғәтен, Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәрҙе яҡлап сафҡа баҫҡан яугирҙар бөгөнгө көн геройҙары. Шулай уҡ алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәргә ҙур ярҙам күрһәтеүсе ирекмәндәрҙе лә һис шикһеҙ бөгөнгө дәүер геройҙары рәтенә индерергә мөмкин.
Башҡортостан ирекмәндәре МХО башланған тәүге көндәрҙә үк берләште һәм әлеге мәлдә лә әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Бөгөн төбәктә 150-нән ашыу ирекмәндәр цехында 10 меңдән ашыу кеше эшләй. Улар аҡса йыйып, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға фронтта кәрәкле әйберҙәр һатып алып ебәрә, маскировкалау селтәрҙәре үрә, шәмдәр етештерә, гуманитар ярҙамдан өҙмәй һәм башҡа бик күп эштәр башҡара. Шуға күрә төбәк ирекмәндәренең һөҙөмтәле эшмәкәрлеге Махсус хәрби операцияға ярҙам итеүҙең иң шәп өлгөһө булып танылыуына аптырарға түгел. Ысынлап та, төрлө өлкәлә эшләп йөрөүселәр, хаҡлы ялдағылар, уҡыусы балалар һәм студенттар берҙәм, әүҙем булып тәүге көндәрҙән үк яҡташтарына ярҙам итә. Июлдә Мәскәүҙә үткән "Бөтәһе лә еңеү өсөн" форумында ла Башҡортостан ирекмәндәренең эшмәкәрлеге юғары баһаланды. РФ Президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко ирекмәндәргә наградалар тапшырҙы. "Был наградалар республикала МХО-ға ярҙам итеүсе ирекмәнлек ойошмалары эшенең юғары кимәлдә ойошторолоуы хаҡында һөйләй", - тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһындағы Халыҡ фронты етәксеһе Виталий Брыкин.
Башҡортостан ирекмәндәре фронт менән бәйләнеште һөҙөмтәле ойоштора алған: яугирҙар туранан-тура үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәр тураһында хәбәр итә, ә ирекмәндәр ҙур ойошҡанлыҡ күрһәтеп, уны тиҙ арала фронтҡа алып барып еткерә.
Ирекмәнлектең мөһимлеген төбәк етәксеһе лә күп тапҡырҙар һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм был эштә ҡатнашҡан барлыҡ ирекмәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Тик бергәләп кенә беҙ еңеүгә өлгәшәсәкбеҙ, тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров.
Яҡташтарының фиҙаҡәр эшен яугирҙар юғары баһалай. Мәҫәлән, Башҡортостан егете, "Ҡая" позывнойлы яугир москит селтәрҙәренең фронтта ни тиклем мөһим һәм кәрәкле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. "Бөгөнгө заман һуғыш шарттарында, ғәскәрҙәр өҫтөндә пилотһыҙ аппараттар даими өйөрөлгәндә, сифатлы маскировка селтәрҙәре дошмандан техниканы һәм яугирҙарҙы һаҡлауҙа ҙур роль уйнай. Бындай селтәрҙәр шулай уҡ төнөн беҙҙе тепловизорҙарҙан да һаҡлай. Шулай уҡ дрон һөжүм иткәндә йәки коптерҙан граната ташланғанда, улар селтәргә уралып, шартламай ҡалыуы ла ҙур ярҙам", - ти ул. "Ҡая" шулай уҡ Башҡортостан ирекмәндәре ҡулы менән эшләнгән маскировкалау селтәрҙәренең сифатлы булыуы тураһында ла һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Рәсәйҙә маскировка селтәрен етештереүсе ирекмәндәр ойошмаһының иң күләмлеһен ойоштороусы ла Башҡортостанда. Ул "Ҡалҡан Максети - Өфө" ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Зилә Фәттәхова. Уның белдереүенсә, ирекмәндәр һаны көндән-көн үҫә һәм улар фронтҡа кәрәкле күп төрлө продукция етештереүҙе үҙ өҫтөнә ала. "Яугирҙар тарафынан айырыуса маскировка селтәрҙәре, һаҡлаусы плащ-пончо (защитные плащ-пончо) һәм снайперҙар өсөн махсус костюмдарға һорау ҙур. Әлбиттә, быларҙың барыһын да магазиндан йәки интернет селтәре аша һатып алырға мөмкин, ләкин беҙҙең әйберҙәр юғары сифатлы һәм яугирҙарҙың тән параметрҙарына ярашлы махсус тегеү мөмкинлеге булыуы менән айырылып тора. Яугирҙарҙан рәхмәт хаттары алыу, беҙ етештергән маскировка сараларының фронттағыларҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарыуын ишетеү беҙгә тағы ла әүҙемерәк эшләргә көс һәм ынтылыш бирә", - тип белдерә Зилә Фәттәхова.
Маскировка селтәрҙәрен эшләү өсөн иң яҡшы материалдар һәм технологиялар ҡуллана республика ирекмәндәре. Улар белдереүенсә, яҡшы маскировкалау селтәре бер-нисә талапҡа яуап бирергә - һауланмаҫҡа, шыптырлау тауыштары сығармаҫҡа, ныҡ булырға, һуҙылмаҫҡа - тейеш. Һәм, иң мөһиме, селтәр төндә тепловизорҙан һаҡларға һәм көндөҙ тирә-яҡ менән бер төҫтә булып, позицияны йәшерергә тейеш. Зиля Фәттәхова билдәләүенсә, селтәр эшләнәсәк материалдың төҫтәрен дөрөҫ һайлау мөһим. "Фронттағылар беҙгә тирә-яҡ ландшафтың фотоһын ебәрә. Был материалдың иң ҡулай төҫөн һайлап алырға һәм шул ергә яраҡлы максималь төҫ һайлап, селтәр етештереү мөмкинлеге бирә", - ти ирекмән.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Башҡортостан ирекмәндәре 40 меңдән ашыу маскировка селтәре әҙерләгән, уларҙың дөйөм майҙаны 800 мең квадрат метр самаһы тәшкил итә.
Шулай уҡ Башҡортостан ирекмәндәре төрлө форматтағы маскировкалау селтәре менән бер рәттән, махсус плащ-пончо етештереүҙе лә яйға һалған. Улар дошмандың һауа һәм ер өҫтө күҙәтеүҙәренән, шул иҫәптән тепловизор ҡулланылған осраҡта ла, һаҡланырға ярҙам итә. Бындай плащ-пончолар айырыуса разведчиктар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҙур һорау менән файҙаланыла. Улар йылылыҡты һаҡлаусы һәм дымды үткәрмәгән махсус материалдан тегелә. Өфөлә генә плащ-пончо етештереүсе 14 ирекмәндәр цехы эшләп килә, улар тарфынан 700-ҙән ашыу әйбер тегелгән.
Волонтерҙарҙың мөһим уңышы булып "леший" һәм "кикимора" тибындағы снайперҙар өсөн костюмдар етештереүҙе яйға һалыу тора, улар үҙ үҙенсәлектәре буйынса донъяның иң яҡшы брендтары продукцияһынан ҡалышмай. Ошондай костюмдар тегеүҙе ойоштороусыларҙың береһе - Лилия Подчиварова. "Снайперҙар өсөн костюмдарға бик юғары һаҡланыу талаптары ҡуйыла, - тип аңлата ул. - Снайпер костюмы дымды үткәрмәҫкә, йылылыҡ һаҡларға, хәрәкәттәрҙе тотҡарламаҫҡа һәм яугир фигураһына ер фонына "һеңергә" (күренмәҫкә) мөмкинлек бирергә тейеш. Беҙ етештергән костюмдарҙың мөһим өҫтөнлөгө шунда: беҙ уларҙы айырым, аныҡ яугир параметрҙары буйынса, уның кейгән махсус ҡорамалдарын иҫәпкә алып эшләйбеҙ. Был ҡулланыуҙа максималь уңайлылыҡҡа өлгәшергә мөмкинлек бирә".
Яу яланындағы яугирҙар менән бер рәттән, тылда әүҙем эшмәкәрлек алып барған ирекмәндәр ҙә тиҙләтә еңеүҙе. Ошондай битараф булмағандар МХО-ның айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнде. Уларҙың йөрәгендә яҡшылыҡҡа ынтылыш һәм ышаныс йәшәй, улар ниндәйҙер маҡтау көтмәй, ә күңелдәре ҡушҡанды эшләй, дөрөҫ тип һанағанды башҡара.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 22 - 28 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА