«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ӘЙҘӘГЕҘ БАЙМАҠҠА, "БАШҠОРТ АТЫ" БАЙРАМЫНА
+  - 

6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле янында дүртенсе тапҡыр "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале үткәрелә. Халыҡ-ара фестивалдә Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Азербайжандан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән абруйлы ҡунаҡтар ҡатнаша.

"Байрамдың популярлығы йылдан-йыл арта бара, быйыл фестиваль 15 меңдән ашыу кешене ҡабул итергә йыйына, былтыр иһә 11 мең ҡунаҡ килгәйне, - тип һөйләй ойоштороусылар. - "Башҡорт аты" фестивален йыл һайын уҙғарыу ат туризмын үҫтереү, урындағы етештереүселәргә ярҙам күрһәтеү һәм милли традицияларҙы популярлаштырыу өсөн яңы мөмкинлектәр аса".
Фестивалдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сараның программаһы дүрт блоктан тора.

Беренсе блок - йылҡы ите һәм ҡымыҙ етештереүселәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһе. Йәрминкәлә "Хәләл" стандарты буйынса сертификатҡа эйә республика етештереүселәре ҡатнаша, был продукцияның юғары сифатлы булыуын һәм уның мосолман традицияларына тап килеүен гарантиялай. Фестивалдә "Оҫталар ҡалаһы" халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһе ойошторола, унда Башҡортостан һәм күрше төбәктәр оҫталары үҙенсәлекле ҡул эштәре менән таныштыра.

Икенсе блок - эшлекле программа. "Башҡорт аты" фестивале барышында республикала ат спортын, туризмды һәм йылҡысылыҡты үҫтереүҙең төп мәсьәләләренә арналған семинарҙар, пленар ултырыштар була: • Ат спорты һәм туризм: Башҡортостандың ҡеүәтен асабыҙ.
• Ат спорты төрҙәре - традицияларҙан хәҙерге заманға тиклем.
• Продуктив йылҡысылыҡ үҫешенең хәҙерге тенденциялары.
• Башҡортостандың ат индустрияһын үҫтереү: төбәккә инвестициялар, традициялар һәм яңы мөмкинлектәр.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы "Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереү: төбәккә инвестициялар, традициялар һәм яңы мөмкинлектәр" пленар ултырышында республикала йылҡысылыҡ тармағы үҫешенең төп факторҙары ҡарала. Ултырышта алдынғы йылҡысылыҡ продукцияһын етештереүселәр ҡатнаша.

Өсөнсө ижади блокта "Башҡорт аты" фестивале ҡунаҡтарын театрлаштырылған сағыу тамаша һәм концерт программаһы көтә.

Дүртенсеһе иһә спорт блогы:
• Милли көрәш, мас-рестлинг һәм самбо буйынса республика турнирҙары.
• Арҡан тартышыу буйынса төбәк-ара турнир.
• "Бәйге" халыҡ-ара фестивале.
• "Ирәндек мәргәне" асыҡ республика турниры.
• Эльбрус Ниғмәтуллин командаһы ойошторған "Урал батыр" халыҡ-ара бәһлеүәндәр турниры.
• ГТО нормаларын тапшырыу майҙансығы.
• "Тай-тулаҡ", "Ауҙарыш", "Ылаҡ" ярыштары.
• Алты төр ат сабышы. Төп бүләк - автомобиль.
Фестивалдең иң мауыҡтырғыс өлөшө - аттар парады.
"Башҡорт аты" фестивале - башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыу, йылҡысылыҡтың үҙенсәлекле традицияларын һаҡлау һәм Башҡортостандың бай мәҙәни мираҫын күрһәтеү өсөн ойошторолған байрам.

Ләйлә АРАЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 29 август – 4 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.08.25 | Ҡаралған: 472

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru