«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

НИ ӨСӨН УНЫ УҠЫЙЫМ?
+  - 

Аҙна һайын "Киске Өфө" гәзитенең яңы һанын түҙемһеҙләнеп көтәм. "Киске Өфө" республикала донъя күреп килгән күп һанлы баҫмаларҙың береһе генә түгел минең өсөн, ул минең ышаныслы мәғлүмәти компасым, тыуған ҡаламдың, төбәктең һәм хатта ил, донъя кимәлендәге бөтә ваҡиғалар менән танышырға ярҙам иткән төп сығанағым.

Был гәзиттә тәү сиратта мине нимә йәлеп итә һуң? Иң беренсе, яңылыҡтарҙы туған телемдә уҡырға мөмкинлек бирелә. Шулай уҡ гәзит биттәрендә мин көнүҙәк ваҡиғаларҙы ғына түгел, ә, ғөмүмән, донъяуи мәсьәләләрҙе яҡшыраҡ аңларға ярҙам иткән тәрән аналитик материалдарҙы ла табам.
Баҫманың күп яҡлылығын айырыуса билдәләп үткем килә. Бында барыһы ла бар: ҡала яңылыҡтарынан алып мәҙәни ваҡиғаларға тиклем, иҡтисади күҙәтеүҙәрҙән алып ябай кешеләрҙең тарихтарына тиклем, һәм башҡалар. Гәзит йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, мөһим социаль мәсьәләләрҙе лә күтәрә. Ғөмүмән, "Киске Өфө"лә һәр кем үҙенә ҡыҙыҡлы, күңеленә ятҡан, ауаздаш булған мәғлүмәт таба ала. Гәзит бөтә баш ҡала, республика ваҡиғалары менән "янып" йәшәй. Көн үтһен, был һан сыҡһын, тигән буш ҡыуыҡлыҡ юҡ, ә бөтә яҙмалар ысын күңелдән ижад ителеп, уҡыусы күңеле аша үткәрелә. "Киске Өфө"нөң мәҙәни, тарихи йүнәлешкә бәйләнгән өлөшө традицияларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һәм туған телебеҙ менән бәйләнеште һаҡларға ярҙам итә. Иң мөһиме, баҫмалағы һәр бер һүҙгә, һәр һүҙҙең төплө тикшерелеп, һәр фекерҙең тәрән уйланылып яҙылыуына ышанам.
Бына шуға ла мин был баҫманың тоғро уҡыусыһы булып ҡалам. Гәзиткә артабан да беҙҙе ҡыҙыҡлы материалдар менән ҡыуандырып тороуын һәм яңы уҡыусылар теләйем. "Киске Өфө"бөҙ артабан да быуындар араһын бәйләүсе ныҡлы еп, тел һәм мәҙәниәт һаҡсыһы булып ҡалһын. Булғаның өсөн рәхмәт, "Киске Өфө"!

Илсур ДӘҮЛӘТШИН.
Иглин районы.

"Киске Өфө" гәзите, №35, 5 – 11 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.09.25 | Ҡаралған: 193

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru