Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
|
|
РАДИЙ ХӘБИРОВ – СӘФӘРҘӘ
|

Үткән аҙнала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Махсус хәрби операция барған биләмәләрҙә эш сәфәрендә булып ҡайтты.
• Донбассҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҡташтар - "Башҡортостан"полкы хәрбиҙәре менән осрашты. Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙең йәшәү шарттары менән танышты, медицина пунктында булды. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы идара итеү пунктын, ашхананы, мобиль мунсаны, тренажер залын ҡарап сыҡты, хәрби техника һәм ҡорамалдар менән танышты. Республика Башлығы командование менән матди-техник яҡтан тәьмин итеү һәм хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү һорауҙары буйынса ла фекер алышты.
• Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Кенигсберг ҡалаһының 12-се айырым гвардия инженер бригадаһы подразделениелары урынлашҡан урында булды һәм шәхси состав менән аралашты, хәрбиҙәрҙең йәшәү шарттары менән танышты, республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
• Радий Хәбиров шулай уҡ Әҙерләү үҙәге эшмәкәрлеге, "Үҙәк" ғәскәрҙәре группировкаһының пилотһыҙ инженер системаларын ҡулланыу һәм үҫтереү менән танышты. Уның белгестәре төрлө тәғәйенләнештәге пилотһыҙ осоу аппараттарын эшләү һәм модернизациялау менән шөғөлләнә, шулай уҡ хәрбиҙәр өсөн уҡыуҙар ойоштора. Бригаданың шәхси составы Башҡортостан етәкселегенә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙамы, шул иҫәптән пилотһыҙ ҡоролмалар ебәреүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
• Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин менән "Саур-Могила" мемориал комплексындағы Мәңгелек утҡа сәскә һалды. ДХР Башлығы Башҡортостан яугирҙарының лайыҡлы хеҙмәт итеп, Махсус хәрби операция бурыстарын башҡарыуға ҙур өлөш индереүҙәрен билдәләне.
• Луганск Халыҡ Республикаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Красный Луч ҡалаһының беҙҙең республика ярҙамы менән капиталь ремонт үткәрелгән 7-се мәктәбендә булды. Мәктәп 600 балаға иҫәпләнгән. Икенсе сиректән бында 300-гә яҡын бала, шул иҫәптән 17 беренсе класс уҡыусыһы уҡый башларға ниәтләй. Белем көнөн һәм тәүге сиректе уҡыусылар 4-се мәктәптә үткәрә, сөнки капиталь ремонттан һуң аҙыҡ-түлек блогында ҡорамалдар һәм мебель ҡуйырға кәрәк, улар яҡын арала Луганск Халыҡ Республикаһы Хакимиәте ярҙамында ҡабул ителәсәк.
• Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Луганск Халыҡ Республикаһында Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Донбасты азат иткәндә һәләк булған яугирҙарҙың мемориаль комплексында һәм туғандар ҡәберлегендә булды. Улар араһында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары ла бар. Бында ерләнгән 20-нән ашыу яугирҙың исеме әле булһа билдәһеҙ. Өсәүһенең генә исемен асыҡларға мөмкин була. Уларҙың береһе - Балтас районының Ҡомъяҙы ауылында тыуған Кәрим Зиятдинов, 1943 йылда разведка операцияһы ваҡытында һәләк була.
• ЛНР-ҙа республика Башлығы шулай уҡ Красный Луч ҡалаһы эргәһендәге Миус йылғаһындағы Хәрби Дан Музей комплексында булды. Мемориаль ансамбль 1965-1968 йылдарҙа ойошторола. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған - 1941-1942 йылдарҙа бында башлыса шахтерҙарҙан төҙөлгән уҡсылар дивизиялары ҡатнашлығында ҡаты алыштар бара. 2025 йылда музейҙа Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм учреждениеның 60 йыллығы хөрмәтенә саралар үткәрелә.
• Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Донбасҡа эш сәфәренә йомғаҡ яһаны. "Был сәфәр хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам күрһәтеүҙең һөҙөмтәлелеген баһалау өсөн кәрәк ине, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Бөгөн Ватанды һаҡлаған барлыҡ егеттәр менән ғорурланабыҙ, әммә айырым ғорурлыҡ - беҙҙең "Башҡортостан" полкы. Был яйға һалынған хәрби берәмек, уның тураһында командование бик юғары баһа бирә. Шуға күрә полк подразделениеларына барып, беҙҙең яугирҙарға ярҙам итеү тураһында һөйләшеп килештек".
Әйткәндәй...
Күптәр Башҡортостан Башлығының МХО-ға эш сәфәренең әһәмиәтен баһалап, хәүеф-хәтәргә ҡарамаҫтан, республика яугирҙарына ярҙам итеү өсөн тағы ла МХО яғына юлланыуы айҡанлы һоҡланыу белдерә. Был хаҡта РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, МХО ҡатнашыусыһы, украин неонацистарының енәйәттәр буйынса халыҡ-ара йәмәғәт трибунаһы рәйесе Максим Григорьев бына ниндәй фекерҙә: "Радий Хәбировты мин күптән, 10 йылдан ашыу беләм, һәм ул һәр ваҡыт бик мөһим, хатта хәүефле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, мәҫәлән, Ҡырымды Рәсәй составына ҡайтарыу операцияһында ҡатнашҡан кеше. Һис шикһеҙ, ҡыйыу кеше. Ул хәрби бәйләнеш һыҙығынан 10-15 км алыҫлыҡта эшләй. Ә был бик хәүефле ара. "Хаймарс" һәм башҡа ҡоролмаларҙың һөжүме тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ғөмүмән, һәр сәйәсмәндең был яҡҡа килеүе дошмандың ҡыҙыҡһыныуын тыуҙыра. Уларҙы эҙләргә, оҙатырға, һуңынан хәрби еңелеүгә дусар итергә тырышалар. Был билдәле факт. Һис шикһеҙ, хәүеф ҙур, һәм һәр сәйәсмән сәйәхәттең маҡсатҡа ярашлылығын үҙе хәл итә. Икенсе яҡтан, төбәк хәрбиҙәре үҙҙәренә етәксе килеүен ҙур ярҙам тип ҡабул итә. Төбәк халҡы өсөн был мөһим, шул иҫәптән контрактҡа ҡул ҡуйыусылар өсөн дә. Был үҙенекеләргә ярҙам итеү өсөн аңлы хәүеф", - тип аңлатма бирҙе Максим Григорьев.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 5 – 11 сентябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 04.09.25 | Ҡаралған: 25
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|