«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

2026

Ғинуар
   01 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫТАЙҘАҒЫ ДҮРТ КӨН
+  - 

Үткән аҙнаның иң мөһим яңылығы РФ Президенты Владимир Путиндың Ҡытайға эш сәфәре булды. Был Рәсәй етәксеһенең Ҡытайға 20-се тапҡыр барыуы, ләкин был юлы уның ут күршеләрҙә 31 августан 3 сентябргә тиклемге оҙайлы визитын рәсми даирәләрҙә ошоғаса күрелмәгән һирәк ваҡиға, стратегик аҙым, тип атанылар. Сөнки Путиндың дүрт көнлөк эш программаһы, ысынлап та, ғәҙәттән тыш бай һәм тығыҙ булыуы менән айырылып торҙо.

31 август Рәсәй Президентын Тяньцзинь ҡалаһында тантаналы шарттарҙа йылы ҡаршыланылар, һәм ошо көндөң кисендә ҠХР рәйесе Си Цзиньпинь исеменән ШОС (Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы) саммиты башланыу уңайынан ҡабул итеү тантанаһы үткәрелде. Ошо сарала бергә ултырыусы Владимир Путин менән Си Цзиньпин Аляскала булып үткән Рәсәй-Америка һөйләшеүҙәре хаҡында фекер алышып та өлгөрҙө, тип хәбәр итте журналистарға РФ Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков. Ҡабул итеү тантанаһынан һуң Владимир Путин Беларусь президенты Лукашенко һәм Әрмәнстан премьеры Пашинян менән осрашып һөйләште.
Иртәгәһенә Тяньцзиндә ШОС лидерҙары Советының 25-се юбилей ултырышы булып, унда ойошманың 2024-2025 йылдарҙағы эшмәкәрлегенә һығымта яһалды һәм киләсәктә берләшмәне артабан нығытыу - 2035 йылға тиклем ШОС-ты үҫтереү стратегияһы билдәләнде. Мәғлүм булыуынса, ШОС күптән инде төбәк лидерҙары осрашыуҙарынан Көнбайыштың бер полярлы донъя моделен тәнҡитләүсе державаларҙың ҡеүәтле стратегик форумына әүерелде. Рәсәй менән Ҡытайҙан тыш, унда Һиндостан, Иран, Төркиә, Беларусь, Пакистан, Монголия, Египет, Малайзия, Непал, Вьетнам, Лаос, Камбоджа, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Әзербайжан, Төркмәнстан, Әрмәнстан - бөтәһе 20-нән ашыу дәүләт етәкселәре ҡатнашты. Хатта Британияның сәйәси аналитигы Александр Меркурис АҠШ президенты Дональд Трампҡа Американан да ШОС саммитына делегация ебәрергә кәңәш бирҙе: был Украина проблемаһын хәүефһеҙлек гарантияһы менән хәл итеүгә бер аҙым булыр ине, тине ул.
Рәсәй инвестициялар фонды башлығы һәм сит илдәр менән хеҙмәттәшлек буйынса РФ Президенты вәкиле Кирилл Дмитриев 1 сентябрҙә "Известия" гәзитенә ШОС саммитының юғары халыҡ-ара кимәлдә эшмәкәрлек алып барыуы хаҡында һөйләне. Был Көнбайыш тарафынан Рәсәйҙе "изоляциялау" тураһында таратылыусы ялған хәбәрҙәрҙе юҡҡа сығарҙы, тине ул.
Саммит ултырышынан һуң Владимир Путин Һиндостан, Иран, Сербия, Төркиә Пакистан, Үзбәкстан, Вьетнам, Конго башлыҡтары менән осрашып һөйләште. Премьер-министр Нарендра Моди менән әңгәмәлә Владимир Путиндың йыл ахырында Һиндостанға эш сәфәренә әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды.
Саммит тамамланғас, Рәсәй Президенты Пекинда Ҡытай һәм Монголия менән өс яҡлы осрашыуҙан һуң Рәсәй - Ҡытай делегацияларының киңәйтелгән составтағы ултырышы, аҙаҡтан Владимир Путин менән Си Цзиньпиндың мөһим мәсьәләләр буйынса икәү-ара фекер алышыуы көтөлә, тип хәбәр итте Юрий Ушаков. Ике ил башлығы 3 сентябрь япон илбаҫарҙарына ҡаршы һәм Икенсе донъя һуғыштарында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы парадта ҡатнаша. Ҡытайҙағы саралар тамамланғандан һуң РФ Президенты Владивостокта туҡталып, Көнсығыш иҡтисад форумының (ВЭФ) 5 сентябрҙә үтәсәк пленар ултырышында ҡатнаша. Форум сиктәрендә лә Путиндың сит ил вәкилдәре менән осрашыуҙары дауам итәсәк.
Башҡа халыҡ-ара хәлдәргә ҡағылышлы шуны әйтеп китеү кәрәк: РИА Новости агентлығы Strategic Culture мәғлүмәт сығанағына һылтанып хәбәр итеүенсә, Украина үҙенә күрше илдәргә етди хәүеф тыуҙыра башланы. "Көнбайыш Киев режимына ярҙам хаҡында хәбәрен тылҡый биргән арала Венгрия менән Польша кеүек уға күрше илдәр Украинаның радикаль һәм экстремистик ҡылыҡтарынан тамам биҙеүҙәрен белдерә. Мәҫәлән, Киев режимы яңыраҡ ҡына Венгрия менән Словакия өсөн мөһим энергетика сығанағы булған "Дружба" нефть үткәргесенә өс тапҡыр һөжүм яһап, уның эшен тотҡарланы. Һөҙөмтәлә Венгрия менән Словакияны энергетика менән тәьмин итеү 6 көн буйына туҡтатылып торҙо.
Варшаванан да Украинала милли экстремизмдың көсәйеүе һәм бандеровщинаның тергеҙелеүе сәбәпле хәүефле хәбәрҙәр килә. Венгрия менән Словакия властарының энергетик хәүефһеҙлек тәьмин итеүҙә ярҙам һорап Еврокомиссияға мөрәжәғәт итеүҙәре иғтибарһыҙ ҡалдырылды. "Был күрше илдәр халҡы хәҙер Киевтағы неонацистик режимды алыштырыуҙың берҙән-бер дөрөҫ юл икәненә тамам төшөндө, буғай. Рәсәй ошо законлы маҡсатҡа денацификация ярҙамында өлгәшеү өсөн сығыш яһай ҙа инде. Шунһыҙ Европала тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡ даими рәүештә хәүеф аҫтында буласаҡ",- тип яҙа Strategic Culture сайтындағы мәҡәлә авторы. Көнбайыш илдәр йәмғиәттәре лә Украина конфликтын көйләүҙә Рәсәйҙең дөрөҫ юлда тороуын таный, тип белдерә Төркиәнең dikGazete баҫмаһы. Мәҫәлән, Германия халҡының 52 проценты территория мәсьәләһендә Украина Рәсәй шарттарына ризалашырға тейеш, тип иҫәпләй.
МХО-нан яҡшы хәбәр: Рәсәй ғәскәрҙәре Донецк халыҡ республикаһының бөтөн көньяҡ биләмәһен азат итте, тип яҙҙы үҙенең Телеграм-каналында ошо төбәк башлығы Денис Пушилин. РФ Ҡораллы Көстәренең Генеральный штаб начальнигы Валерий Герасимов белдереүенсә, Донецк республикаһының - 79, Луганск республикаһының - 99,7, Запорожьеның - 74, Херсон өлкәһенең 76 проценты Рәсәй армияһы ҡарамағына күсте.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 5 – 11 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.09.25 | Ҡаралған: 123

Киске Өфө
 
Эрнест Хемингуэй "Бәхет - ул ныҡлы һаулыҡ һәм насар хәтер" тигән. Ысынлап та, беҙ йыш ҡына үткәндәге уңышһыҙлыҡтар, үпкәләүҙәр, ҡурҡыуҙар һәм тулҡынланыуҙар тураһындағы хәтирәләр менән йәшәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, яңы йылда күңелдәрҙән был хәтирәләрҙе сығарып ташлайыҡ, Яңы йылда тормошобоҙҙа ла, күңелдәрҙә лә барыһы ла көйләнәсәк һәм яҡшырасаҡ, тигән өмөт, ышаныс менән йәшәйек.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru