«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Рәсәй мәктәптәрендә ун меңгә яҡын уҡытыусы етешмәй. Шул уҡ хәл дауаханаларҙа ла, заводтарҙа ла һәм фәнни учреждениеларҙа ла күҙәтелә. Ни өсөн юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар бюджет өлкәһенә эшкә бармай?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

"ТОРАТАУ" ГЕОПАРКЫ ХАЛЫҠ-АРА ХОҠУҠИ ЯҠЛАУ АЛДЫ!
+  - 

Чилиҙа үткән ЮНЕСКО Советы ултырышында эксперттар бер тауыштан "Торатау" геопаркын ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә индереү өсөн тауыш бирҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғариза 2021 йылда уҡ ебәрелгәйне. 2022 йылда "Торатау" геопаркы үҙен баһалау маҡсаты менән килгән Ирландия һәм Испания эксперттарын ҡабул итте. Республика шул саҡта эксперттар ҡалдырған тәҡдим-кәңәштәрҙе яйлап бойомға ашырҙы. Һөҙөмтәлә геопарк геотуризм һәм белем биреү инициативаларының мөһим үҙәгенә әйләнде. Торатау түбәһенә экоһуҡмаҡ һалынды, Евразия климат консорциумы - Карбон полигоны федераль проекты сиктәрендә йорт-музей асылды. Быйыл йәй "Усолка" һәм "Алыҫ Түлкәҫ" ҡырҡымдары кеүек ике майҙансыҡ эшләй башланы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: "Торатау" геопаркы - Башҡортостан биләмәһендә глобаль селтәргә ингән икенсе тәбиғи объект. 2020 йылда беренсе булып ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә Янғантау ингәйне. Быйыл Өфө фән һәм технологиялар университетында ЮНЕСКО-ның "Геопарктар һәм тотороҡло үҫеш биләмәләре" кафедраһы асылды, унда халыҡ-ара кимәлдәге белгестәр әҙерләнә башланы. Шулай уҡ Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде", - тип яҙҙы һәм ғалимдарға, геопарк командаһына, профилле ведомстволар хеҙмәткәрҙәренә, республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты вәкилдәренә һәм бөтә ҡатнашыусыларға яйға һалынған эштәре өсөн рәхмәт әйтте.
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе Василий Мартыненко "Торатау"ҙың ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын алыуын киләсәк быуындар өсөн тәбиғи мираҫты һаҡлауға индергән оло ҡаҙаныш ул, тип баһаланы: "Торатау" геопаркын булдырыу - һуңғы йылдарҙағы маҡсатлы күп йыллыҡ эш. Әйтергә кәрәк, 2018 йылдың октябрендә Радий Хәбиров аҡыллы ҡарар ҡабул итте. "Торатау" республика геопаркын булдырыу идеяһы - уныҡы. Ул шул ваҡытта уҡ команда алдына был парк ЮНЕСКО геопарктарының "татыу ғаиләһенә" инергә тейеш, тигән бурысты ҡуйғайны" - тип билдәләне эксперт.

Ләйсән ЗАКИРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 12 – 18 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.09.25 | Ҡаралған: 320

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru