«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

"БАШҠОРТ АТЫ" - МӘРТӘБӘЛЕ БАЙРАМ
+  - 

Баймаҡ районында үткән IV Халыҡ-ара "Башҡорт аты" фестивалендә, көтөлгәнсә, Ҡытай, Кувейт, Иран, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Көньяҡ Африка Республикаһы, Камерун, Марокко, Конго Демократик Республикаһы, Ангола, Замбия, Мысыр, Гана, Куба, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстан, шулай уҡ илебеҙҙең 12 төбәге вәкилдәре - рәсми ҡунаҡтар, эшҡыуарҙар, ғалимдар, спортсылар ҡатнашты.

Сара быйыл VII Бөтә Рәсәй "Урал аръяғы" инвестиция һабантуйы һәм Баймаҡ районының 95 йыллығы сиктәрендә ойошторолдо. Байрам программаһына алты төрлө ат сабышы, "Тай-тулаҡ", "Ауҙарыш", "Ылаҡ", "Бәйге" кеүек милли уйындар, шулай уҡ көрәш, мас-рестлинг, грэпплинг бәйгеләре индерелгәйне. Фестиваль майҙанында төрлө күргәҙмәләр эшләне, эшлекле осрашыуҙар үтте, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары концерты булды.
"Башҡорт аты" фестивале Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ эшләү традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, ғилми-мәғрифәтселек һәм мәҙәни-спорт сараһы булараҡ 2022 йылдан алып үткәрелә. Сағыу байрамда төбәк етәксеһе быйыл да ҡатнашты. "Бында тағы ла үҙ тарихының ҡәҙерен белгән һәм республикабыҙҙың иң мөһим символдарының береһе - башҡорт атына битараф булмағандар йыйылды. Рәсәй халыҡтарының барыһы өсөн дә, бигерәк тә башҡорт халҡы өсөн, ат элек-электән, ысынлап та, сәфәрҙә лә, яуҙа ла, көндәлек тормошта ла айырылғыһыҙ юлдаш ул. Ат - Башҡортостан иҡтисадының ҙур өлөшө. Башҡорт атын артабан өйрәнеүгә киләсәктә лә ҙур иғтибар бүләсәкбеҙ. 2023 йылда беҙ "Башҡорт аты" атамаһын ҡулланыуға Роспатент танытмаһын алдыҡ. Быйыл башҡорт атының геномын өйрәнә башлаясаҡбыҙ. Тоғро дуҫыбыҙҙың үткән тарихын һаҡлау өсөн йыл һайын аҙлап булһа ла эштәр алып барасаҡбыҙ", - тине Радий Хәбиров. IV "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестиваленең тантаналы өлөшөн театрлаштырылған тамаша һәм башҡорт тоҡомло аттар парады асты. Байрамдың биҙәге һәм кульминацияһы булған тантаналы марш Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, шулай уҡ бөгөнгө көндә Рәсәй мәнфәғәттәрен һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарға арналды. Дөйөм алғанда, ат парады республиканың 25 районынан 400-ҙән ашыу һыбайлыны берләштерҙе. Атлылар, өлкәндәр һәм балалар, төрлө осорҙағы башҡорт яугирҙары костюмдарын кейгәйне. Ейәнсура, Ишембай, Мәләүез һәм Ауырғазы райондары командалары ат парадының иң күркәм ҡатнашыусылары булараҡ танылды.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 12 – 18 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.09.25 | Ҡаралған: 215

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru