«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҮҘЕҢӘ ЫШАН!
+  - 

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Ғәшүрә ЛОҠМАНОВА, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты:
Был һорауға яуап итеп ошондай һүҙҙәр әйткем килә. Һәр ваҡытта ла ауыр замандар булған, бөгөнгө көндә лә илебеҙ еңел булмаған осор кисерә. Ундай мәлдәр бер илдең дә тарихын урап үтмәй һәм ошондай ваҡытта иң мөһиме - кеше булып, айыҡ аҡылды һаҡлап ҡалыу һәм яҡшылыҡҡа ышанысты юғалтмау.
Уҡытыусы булараҡ, "белем" тигән ябай, әммә мөһим хаҡиҡәткә баҫым яһағым килә. Белем, уҡыу, нимәнелер белергә тырышыу, үҫеш һәр ваҡытта ла ҙур көс булды һәм артабан да шулай буласаҡ. Эйе, бәлки беҙ ҙур хәл-ваҡиғаларға йоғонто яһай алмайбыҙҙыр, әммә үҙебеҙҙе бөтә яҡлап та яҡшыртыуҙы, үҫеште контролдә тота алабыҙ.
Бер-беребеҙгә түҙемлерәк булайыҡ, тип әйткем килә. Ауыр ваҡыттарҙа айырыуса яҡындарыбыҙға, дуҫтарға ярҙам ҡулы һуҙыу, кеше бәләһе янынан ситләтеп үтмәү кәрәк. Кешенең ысын байлығы аҡса менән түгел, ә уның изге эштәре һәм тирә-яҡҡа ҡарата булған ихлас мөнәсәбәттәре менән үлсәнә.
Оптимизмды юғалтмайыҡ. Әлегә тиклем таң атмайынса ҡалғаны юҡ, бөтә ауырлыҡтар ҙа үтә, барыһы ла яйлана, иң мөһиме - барған юлыңдан туҡтамайынса алға ынтылыу, үҙеңә һәм илеңә ышаныу.
Мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Нәҡ мәҙәни мираҫыбыҙ, милли рухыбыҙ беҙҙе уникаль итә, үҙ-үҙебеҙҙе һаҡлап ҡалырға һәм киләсәк быуындарға рухи байлығыбыҙҙы тапшырырға ярҙам итә. Китаптар уҡыйыҡ, музейҙарға йөрөйөк, тарихыбыҙҙы өйрәнәйек, сөнки быларҙың барыһы ла рухыбыҙҙы нығыта һәм артабан хәрәкәт итергә көс-ҡеүәт бирә.
Белемле, ижади ҡарашлы, һәләтле йәштәрҙең булыуын күреп ҡыуанам. Һеҙ - беҙҙең киләсәк. Иртәгәһе көндөң, киләсәгебеҙҙең ниндәй булыуы һеҙҙән - тырышлығығыҙҙан, зыялы булыуығыҙҙан - тора. Һеҙҙең һәр уңышығыҙ, һәр ҡылған изге эшегеҙ - ул дөйөм яҡшылыҡҡа индергән ҙур өлөшөгөҙ. Тап йәштәр ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә яңы ҡараштар һәм яңы алымдар индерә ала.
Гражданлыҡ позицияһының мөһимлегенә айырым иғтибар иткем килә. Йәмәғәт тормошонда, төрлө проекттарҙа әүҙем ҡатнашыу, үҙ идеяларыбыҙҙы тәҡдим итеү - быларҙың барыһы ла беҙҙең гражданлыҡ позициябыҙҙы күрһәтә.
Һүҙҙәремде дөйөмләштергәндә, уҡырға, эшләргә, бер-береңә ярҙам итергә онотмаһаҡ ине, тип әйтке килә. Беҙ бергә саҡта, иңде-иңгә терәп торғанда, бөтә ҡаршылыҡтарҙы ла, ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға һәләтлебеҙ.

"Киске Өфө" гәзите, №37, 19 – 25 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.09.25 | Ҡаралған: 176

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru