«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛӘНМӘГӘН-ҺУҒЫЛМАҒАНҒА ЫШАНЫРҒАМЫ, ЮҠМЫ?
+  - 


Быйыл 1 июлдән коммуналь хеҙмәттәргә йылдағынан артығыраҡ кимәлдә хаҡтар артыуы күптәрҙең аҡса янсығына һуҡмай ҡалмағандыр. Ә ҡайһы берәүҙәр әле был үҙгәреште байҡамай ҙа ҡалған булыуы ихтимал, ни тиһәң дә, сентябрҙә яңы тарифтар буйынса ни бары икенсе тапҡыр ғына - август өсөн хисаплаштыҡ. Ә бына октябрь баштарынан ғәҙәттә 7-8 айға һуҙыла торған йылытыу "марафоны" башланғас, 16,7 проценттың "кәттәһе" тулы көсөнә үҙен һиҙҙерәсәк тә инде.

Эксперттар әйтеүенсә, был сик түгел, сөнки илдең көрсөккә килеп терәлгән торлаҡ-коммуналь өлкәһенең бюджетҡа ауыр йөк икәнлеге күптән мәғлүм: һуңғы сиккә етеп туҙған һәм серегән инженер селтәрҙәрен яңыртыу өсөн триллионлаған һумдар кәрәк. Был системаны хәҙер граждандар елкәһенә һалырға тура киә, ләкин беҙҙең хәйерсе аҡсаһы ғына хәлде үҙгәртә аламы һуң? Тарифтарҙың артабан да үҫә барыуы инфляцияла ла сағылып, бының иһә Үҙәк банкка юғары ставкаларҙы тотоп килеү файҙаһына дәлил генә буласағын фаразлаусылар ҙа күп.
Тармаҡ белгестәре һәм эксперттар аңлатыуынса, тарифтар артыуҙың сәбәптәре күп һәм төрлө, илдәге бөгөнгө сәйәси-иҡтисади хәлдәр ҙә аңлашыла, ләкин шуныһы аңлашылмай: быға тиклем йылдар элек тә бит тарифтар бер урында ғына торманы. Шунлыҡтан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, пенсионерҙар һәм инвалидтар коммуналь түләүҙәрҙә дәүләт ярҙамы - субсидиялар алды һәм әле лә ала. Әммә уны юллау мажаралары шул юлда йөрөгәндәргә генә яҡшы билдәле: ҡырҡ урындан ҡырҡ төрлө ҡағыҙ йыйыу, оҙон-оҙон сираттарҙа тороу күптәрҙе сиргә һабыштырырлыҡ. Хатта енәйәтсене лә шул тиклем энәһенән ебенәсә тикшермәйҙәрҙер, моғайын, тигәнерәк фекер ҡала. Унан һуң субсидия алыу өсөн шарттарҙа ҡаралғанса, ғариза биргән граждандар коммуналь хеҙмәттәргә дөйөм ғаилә килеменең 22 проценттан күберәген түләгән осраҡта ғына хоҡуҡлы, ләкин, мохтажлыҡ кисереп йәшәгән хәлдә лә, әгәр баяғы 22 процент нормаға саҡ ҡына "һыймай" ҡалһа ла, уның ғаризаһы кире ҡағыла.
Дөрөҫ, бындай нормалар Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә төрлөсә булыуы мөмкин. Мәҫәлән, Мәскәүҙә ул ни бары... 10 процент. Ә Мәскәү яны ҡалаларында - шул уҡ 22 процент, Башҡортостан буйынса - 20 процент, ләкин шул уҡ ваҡытта күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн - 13, ә 70 йәштән үткән һәм яңғыҙ йәшәгән граждандар өсөн - 16, яңғыҙ йәшәгән һәм 60 йәште уҙған ирҙәргә һәм 55-те үткән ҡатындарға 18 процент норматив билдәләнгән. Бынан тыш, субсидия алыу өсөн торлаҡ майҙаны нормативы ла башҡа бик күп шарттарҙың береһе булып тора. Был норматив та төрлө субъекттарҙа төрлөсә. Мәскәүҙә ул, мәҫәлән, кеше башына 33 кв.м. Әгәр торлаҡ майҙаны бер кешегә нормативтан артып китә икән, субсидияға өмөт тотма! Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө көндә коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн дәүләт ярҙамы алырға теләүселәр юлында йырып сыҡҡыһыҙ закон пункттары һәм кәртәләр менән осрашырға тура килә. Бөтөн был ыҙалар 6 айҙан һуң көсөн юғалта һәм граждандар яңынан ғариза яҙырға һәм яңынан теге "ҡырҡ төрлө" документ юллау ҡуласаһында әйләнергә тейеш була. Шуға күрә бындай ауыр һынауҙы үтә алмайынса, күптәр субсидия тигән ылыҡтырғыс төшөнсәнән өмөтөн өҙөп, яртылыҡ юлында уға ҡул һелтәп тә ҡуя. Һәр хәлдә, шундай бер нисә таныш кешене беләм. Их, тигән уй килә башҡа: ниңә беҙҙә ришүәтсе һәм бур чиновниктарға ла йылына ике тапҡыр шундай тикшереү үткәрелмәй икән ул?..
Ниһайәт, был өлкәлә мохтажлыҡ кисереүсе ғаиләләргә еңеллек килтерергә кемдәрҙеңдер баштары еткән, тиҙәр. Быға ышаныуы ла ҡыйын, әлбиттә, ләкин коммуналь түләүҙәргә субсидиялар иҫәпләү тәртибен еңелләштерергә ниәтләйҙәр икән, бойомға ашыра алһалар. Дәүләт Думаһының социаль сәйәсәт буйынса комитет етәксеһе Ярослав Нилов граждандарҙың ғаилә бюджетынан коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар өлөшөн кәметеү буйынса тәҡдим индергән. Ысынлап та, Мәскәү кеүек бай субъектта нормативтың 10 процентҡа кәметелеүе, ә дотацияла көн итеүсе төбәктәр өсөн иң юғары (22 процент) күрһәткестең һаҡланып ҡала килеүе бер ҙә ғәҙел ғәмәл түгел. Нилов әйтеүенсә, был закон проектын ҡабул итеү социаль көсөргәнеште кәметергә, ярлы ғаилә һәм граждандарға коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе еңелләштереп, был өлкәлә бурыслы булып торғандар һанын кәметергә ярҙам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта был сара илдең коммуналь предприятиелары эшендә лә ыңғай күренеш буласаҡ. Ғәжәпкә күрә, Рәсәй торлаҡ ойошмалары союзының идаралыҡ рәйесе Константин Крохин Дәүләт Думаһына индерелгән был закон проектының Хөкүмәт тарафынан хупланыуына ышаныс бағламай; сөнки, ти ул, бөгөнгө ҡаҙна наҡыҫлығы шарттарында субсидия бик күп өҫтәмә аҡса талап итәсәк. "Бик күп", эйе, дөрөҫ, сөнки дәүләт ярҙамына мохтаждар ҙа бик күп бит... "Бер генә юл бар: кемдеңдер өлөшөнә инеп, уның аҡсаһын "коммуналкаға" йүнәлтмәгәндә инде",- тип аптырана Крохин.
Баяғыса, "бик күп" тигәндән, бөгөн илдәге халыҡтың 10-13 проценты субсидия ала, ә мохтаждар һаны тағы ла күберәк. Дөрөҫ, Росстаттың икенсе кварталға йомғаҡтары буйынса, йәшәү минимумынан түбәнерәк килемле рәсәйҙәр һаны былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 7,4 процентҡа кәмегән һәм йәмғеһе 10,8 млн кеше тәшкил итә (фәҡирлек кимәле сигенең былтыр 16 863 һум булыуын иҫтә тотоп). Шулай ҙа, тип әйтелә Росстат мәғлүмәттәренә аңлатма материалында, 11 мең фәҡир ҙә бөгөн Рәсәй өсөн байтаҡ һан. Ошолар хаҡында уйлаһаң, әлеге яҡшы хәбәргә алдан ҡыуаныу урынһыҙ икәне аңлашыла. Ни тиһәң дә, "иләнмәгән-һуғылмаған" ыштанға өмөт итмәй тороу хәйерлерәктер ҙә, бәлки. Халыҡ бит хаҡ һүҙҙе белмәйенсә әйтмәгән...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 19 – 25 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.09.25 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru