«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИЕВ РЕЖИМЫ БРИТАНИЯ ҠУЛЫНДАМЫ?
+  - 

РФ Оборона министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Махсус хәрби операция башланғандан алып, Украина Ҡораллы көстәре үҙенең 667 самолетын, 283 вертолетын, 84 069 пилотһыҙ осоу аппаратын, 628 зенит ракета комплексын, 25 096 танкын һәм бронялы хәрби машинаһын, 29 555 ялан артиллерияһы орудиеһын, 41 743 берәмек махсус авиомобиль техникаһын юғалтты.

Шуға ҡарамаҫтан, Украина армияһы үҙенең шартлатҡыс осоу аппараттары менән Рәсәй күгенә һөжүмен дауам итә. Үткән бер тәүлек эсендә генә лә Рәсәй Һауа һөжүменә ҡаршы оборона системалары самолет тибындағы 361 дошман дронын, идара ителеүсе дүрт авиация бомбаһын һәм АҠШ-та етештерелгән HIMARS реактив снарядын атып төшөрҙө. Ләкин, ҡыҙғанысҡа, шартлатҡыс осоусы аппараттарҙың ҡайһы берҙәре тәғәйен объекттарын таба. Ана шундай дрондарҙың икәүһе, белеүегеҙсә, 13 сентябрҙә Өфөгә лә килеп етте хатта. Уларҙың береһе күҙәтеү аҫтында була һәм Өфө нефть эшкәртеү заводының һаҡ хеҙмәткәрҙәре тарафынан атып төшөрөлә. Бәхеткә, зыян күреүселәр һәм ҡорбандар юҡ, дрон һыныҡтарынан тоҡанған янғын тиҙ арала һүндерелә. Икенсе дрон предприятиенан ситтә шулай уҡ атып төшөрөлә. Ә 13 сентябргә ҡарай төндә Рәсәй территориялары буйынса ошондай уҡ самолет рәүешендәге 42 аппарат бәреп төшөрөлә. Бындай һөжүмдәрҙән айырыуса Белгород, Брянск, Ростов, Волгоград, Курск өлкәләре, Ҡырым Республикаһы ҙур зыян күрә.
Икенсе яҡтан, АҠШ президенты Дональд Трамптың Рәсәйгә ҡаршы нефть баҙарында сауҙа һуғышы башланды. Трамп Рәсәй нефте менән газын донъя баҙарынан ҡыҫырыҡлап сығарып, уның урынына үҙ продукцияһын тәҡдим итмәксе. Ошо маҡсатта Рәсәй нефтенән тулыһынса баш тартыуын талап итеп, Һиндостан менән Ҡытайға ныҡ ҡына баҫым яһала. Талап үтәлмәгән хәлдә, Трамп Һиндостан менән Ҡытай тауарҙарына 50 процент пошлиналарҙың һаҡланып ҡаласағын белдерә һәм өҫтәүенә, Евросоюзды ла уларға ҡаршы һөсләтмәксе була, ләкин Европа бындай ҡаты сараларға ризалығын бирмәгән әле. Әгәр Һиндостан Рәсәй нефтенән тулыһынса баш тартһа, Вашингтон уның тауарҙарына пошлинаны ике тапҡырға кәметеп, 25 процентҡа ҡалдырмаҡсы. Ә был иһә Нью-Дели өсөн яҡшы ташлама, сөнки илдә эске ҡулланыу кимәленең кәмеүе күҙәтелә. Шул сәбәпле Һиндостан импортерҙары Рәсәй нефть һатыусыларынан биш тапҡырға тиклем ташлама яһауҙы талап итә башланы. Шунлыҡтан, ҡайһы бер һатыусылар танкерҙарҙы Ҡытайға йүнәлтергә мәжбүрҙәр.
Нисек кенә булмаһын, Һиндостан Рәсәй яғыулығынан тулыһынса баш тарта алмаясаҡ, тип күҙаллай эксперттар, сөнки илдең нефть эшкәртеү заводтары Рәсәй инвестициялары ҡатнашлығында Urals нефте үҙенсәлектәрен һәм сифатын иҫәптә тотоп төҙөлгән. АҠШ-тың юғары пошлиналар менән янауына ҡарамаҫтан, Ҡытай ҙа Рәсәй нефтенән баш тартмаясаҡ, сөнки Пекин энергия ресурстары менән тотороҡло тәьминәт яҡлы. Был йәһәттән хатта ки АҠШ-тың союздашы Япония ла үҙенең энергетика хәүефһеҙлегенә ҡаршы бара алмай, сөнки Mitsubishi компанияһы "Сахалин-2" проектының акционеры булып тора (22,5 процент).
АҠШ шулай ҙа 2027 йылдан Евросоюзды Рәсәй нефтенән тулыһынса баш тартырға күндерҙе тәки: Америка был илдәргә үҙенең яғыулыҡ продукцияһын һатасаҡ. Шул уҡ ваҡытта Евросоюз тарафынан әҙерләнә башлаған санкцияла Рәсәй энергия ресурстарын сикләү ҡаралмай: әлегә ЕС һатып ала торған тәбиғи газдың 13 проценты Рәсәй тарафынан тәьмин ителәсәк. Ошондай һәм башҡа төрлө ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең энергия ресурстарын донъя баҙарынан ҡыҫырыҡлап сығарыу мөмкин булмаясаҡ, тигән фекерҙә күҙәтеүселәр. Өҫтәүенә, Американың тау тоҡомдары ҡатламынан алыныусы сланец нефтенең үҙҡиммәте Рәсәйҙекенә ҡарағанда күпкә ҡиммәтерәк тә. Рәсәй яғыулыҡ менән өҫтәмә сауҙа баҙарын Азия һәм Африка илдәренән дә таба алырға мөмкин. Унан һуң санкциялар ил эсендә нефть эшкәртеү һәм химия сәнәғәтен үҫтереүгә этәргес кенә булып сығыуы ла ихтимал.
Һуңғы яңылыҡтарҙан: "Комсомольская правда"гәзитенең хәрби журналисы Александр Коц хәбәр итеүенсә, Британия яңы халыҡ-ара штаб (MNF-U) ойошторолоу һылтауы менән Украина Ҡораллы көстәре менән оператив командалыҡ итеүҙе АҠШ-тан үҙ ҡулына алды. Коц билдәләүенсә, англосакстар хәҙер Украина эсендә лә, Рәсәй территорияһында ла Киев режимының бөтөн хәрби операциялары өсөн дә туранан-тура яуап бирәсәк. Әйткәндәй, ВСУ тәртибендәге "британия стиле" һуңғы ваҡыттарҙа йышая барыусы теракттарҙан да асыҡ күренә башлағайны инде. 1 сентябрҙә Лондон Киев режимына ярҙамға тотҡарландырылған Рәсәй активтарынан алынған 1 млрд доллар аҡса ебәрҙе. Бындай үҙгәреш көнбайыш ниәттәренең Украина конфликтын тиҙ арала ғына тыныс көйләүгә йүнәлтелмәүен, киреһенсә, уның оҙайлы ҡапма-ҡаршылыҡҡа иҫәп тотолоуын күрһәтә.
Һүҙ ыңғайында шуныһы ла мәғлүм булһын: Лондон халҡы законһыҙ миграцияға ҡаршы ҙур митинг акцияһы ойоштороп, урамдарға сыҡты һәм премьер-министр Кир Стармерҙың илдә тәртип булдыра алмауына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Британия сәйәсәтенән арыған халыҡ власть башына лейбористарҙың да, консерваторҙарҙың да килеүен теләмәй, шуның өсөн дә протест яңы көстәр тарафынан ойошторолғайны, улар Рәсәй менән эшлекле диалог яҡлы булыуҙарын белдерҙе.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 19 – 25 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.09.25 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru