«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕРҘӘМ ҠАЛҠАН БУЛЫП ҠАЛҠТЫҠ!
+  - 

Махсус хәрби операция башланған көндән алып тылдағылар ҙа яугирҙарға ярҙам итер өсөн берҙәм булып тупланды. Бөгөнгө көндә республикала бихисап ирекмәндәр хәрәкәте эшләп килә. Улар араһында "Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан" ирекмәндәр хәрәкәте иң ҙурҙарҙан һанала. Уның эшмәкәрлеге хаҡында хәрәкәт рәйесе Гөлдәр СИБӘҒӘТУЛЛИНА һөйләй.

- Беҙҙең ирекмәндәр хәрәкәте 2022 йылда барлыҡҡа килгән. Барыһы ла фронттағыларға ярҙам итеү кеүек дөйөм маҡсат менән берләшкән энтузиастар төркөмөнән башлана. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгән мәлдән алып яугирҙар яҙмышына, илебеҙ киләсәгенә битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең күңел йылыһын биреп, күҙ нурҙарын түгеп, изге теләктәр менән һуғарып, йылы кофта, футболка, нәски, ойоҡбаш һәм башҡа кейемдәр тегәләр һәм бәйләйҙәр. Шулай уҡ беҙҙең ирекмәндәр снарядтар өсөн рюкзак, носилка тегәләр, маскировка селтәрҙәре үрәләр.
Өйҙә генә башланған эшмәкәрлек хәрәкәте үҫеп, киңәйеп, бөгөнгө көндә йөҙләгән кешене берләштергән, баш ҡаланың төрлө районында - биш, Салауат ҡалаһында бер оҫтаханаһы булған ҙур проектҡа әйләнде. Әлеге мәлдә оҫтаханалар Өфөнөң Дан бульварында, Ҡала советы районында, Әй һәм Ферин урамдарында әүҙем эшләй, шулай уҡ Республика ҡан ҡойоу станцияһы хеҙмәткәрҙәре лә беҙгә ярҙам итә - унда ҡуйылған махсус ҡоролмала буш ваҡыттарында селтәр үрә улар. Беҙҙең эшмәкәрлеккә ҡушылыуҙарына рәхмәтлебеҙ. Тағы ла Салауат ҡалаһында эшләгән ирекмәндәрҙе билдәләп үткем килә. Ике йылдан ашыу инде Айгөл Вәлишина етәкселегендә ҡатын-ҡыҙҙар беҙгә ныҡлы ярҙам күрһәтә. Беҙ Өфөнән әҙерләп, материал ебәрәбеҙ, улар үҙҙәренең ялында ательеға барып, толстовкалар тегә. Ике ҡала араһында тығыҙ һәм эшлекле бәйләнеш булдырылған.
Һәр оҫтахананың үҙенең тәғәйенләнеше бар: туҡыма, фурнитуралар запасы һаҡланғаны, бәйләм өсөн кәрәкле материалдар менән тулыландырылып торғаны, әҙер изделиеларҙы туплау, һаҡлау, оҙатыу өсөн әҙерләү процесы алып барылғаны һәм башҡалар. Һәр бер оҫтаханала шулай уҡ төрлө әйберҙәр тегелә, селтәрҙәр үрелә. Тағы ла оҫтахананан туҡыма йәки йөн килеп алып, өйҙәрендә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар бик күп. Әлеге мәлдә беҙҙең хәрәкәт ағзалары тарафынан 30-ҙан ашыу төр изделие етештерелә, уның ассортиментын киңәйтеү күҙаллана. Эшмәкәрлек башланғандан алып ирекмәндәр тарафынан яугирҙарға 100 меңдән ашыу әйбер ебәрелгән. Һәр бер етештерелгән, фронтҡа ебәрелгән әйберҙең мотлаҡ теркәлеп барыуы эшебеҙҙе тәртиптә тоторға ярҙам итә. Сифат йәһәтенән дә үҙебеҙгә ҡарата талап ҡаты, илке-һалҡылыҡ юҡ. Ғөмүмән, командабыҙ бер төптән булып, бер маҡсатҡа ынтылып эшләй: берәүҙәр финанс менән шөғөлләнә, икенселәр бина эҙләй һәм уны рәткә килтерә, өсөнсөләр социаль селтәрҙәр алып бара һәм башҡалар.
Беҙ бәйләп һәм тегеп ебәргән кейемдәр, етештергән башҡа кәрәк-яраҡ яугирҙарыбыҙға әҙ генә булһа ла еңеллек килтерһә, дошман утынан һаҡлап ҡалыуҙа ярҙам итһә, һыуыҡтарҙа йылытһа, тимәк, тырышыуыбыҙ юҡҡа түгел. Рәхмәт һүҙҙәре тулы хаттар алып, видеояҙмалар ҡарап ҡыуанабыҙ. Һәр әйбергә һалынған йылылыҡ һәм хәстәрлек өсөн рәхмәт һүҙҙәре күңелгә үтеп инә, беҙҙең өсөн иң яҡшы бүләк булып тора. Бәләкәй идеянан башланып, ҙур хәрәкәткә әйләнгән "Бәйләйбеҙ һәм тегәбеҙ. Башҡортостан" ирекмәндәр хәрәкәте, яугирҙарыбыҙ, илебеҙ яҙмышына битараф булмаған йөҙәрләгән кешеләрҙе берләштергән ҙур проекттың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бер-береңә терәк булыу, кешелеклелек һәм изге йөрәклелек ошондай минуттарҙа, илгә хәүеф янағанда берҙәм ҡалҡан булып ҡалҡыуҙа, сағыла ла инде.

Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 19 – 25 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.09.25 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru