«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Рәсәй мәктәптәрендә ун меңгә яҡын уҡытыусы етешмәй. Шул уҡ хәл дауаханаларҙа ла, заводтарҙа ла һәм фәнни учреждениеларҙа ла күҙәтелә. Ни өсөн юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар бюджет өлкәһенә эшкә бармай?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МАТУР ЙОЛА ҠАЙТА
+  - 

Әбйәлил районы "Ҡыҙыл Башҡортостан" хужалығы механизаторы Заһит Фәхрисламовтың тәүге мең тонна иген һуғып алыуы тантаналы сара итеп билдәләнде һәм уның комбайынына совет осорондағы кеүек йондоҙ беркетелде. Был ваҡиғаны легенда ҡайтыуына тиңләргә була, ти ауыл хеҙмәтсәндәре.

"Хеҙмәт кешеләренә ҡарата ихтирамды тергеҙергә кәрәк беҙгә. Тыуған илгә һөйөү, илһөйәрлек ошонан башлана ла инде", - ти хужалыҡ етәксеһе Раил Салауат улы Фәхрисламов. Был яңы тергеҙелгән традицияны ауыл хужалығы етәкселеге премия менән дә нығытып ҡуйған. Тәүге мең тонна өсөн 50 мең һум күләмендә аҡса бүләк ителгән механизаторға. Ә ике мең тоннаға иһә премия күләме 150 мең буласаҡ, тип вәғәҙәләнгән.
Комбайнға беренсе йондоҙ беркетеү тантанаһына Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев, ауыл хужалығы һәм мобилизация буйынса хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирек Хәсәнов, шулай уҡ 1980 йылда республикабыҙҙың төп аграр юғары уҡыу йортон тамамлаған 47 кеше килгәйне. Был көндә баҫыуҙа йәштәрҙең - Урғаҙа ауылында урынлашҡан Урал аръяғы агросәнғәт колледжында белем алыусыларҙың да булыуы айырыуса шатлыҡлы күренеш булды. Йәш белгестәр тәжрибәле хеҙмәттәштәре менән аралашты, уларҙың иҫтәлектәрен, кәңәштәрен тыңланы.
Нәҡ элеккесә, йондоҙ эйәһенә бағышлап район мәҙәниәте йорто хеҙмәткәрҙәре концерт номерҙары ла әҙерләгәйне. Йырлы-моңло байрам Урал аръяғы далаларында илде туйындырыусыларҙың хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ икәнлектәрен иҫбатлаусы билдә булды. Ә Заһирҙың комбайында тағы ла йондоҙҙар һаны артыр әле. Башҡортостан баҫыуҙарында бындай йондоҙҙар балҡығанда икмәгебеҙҙең киләсәге буласаҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №37, 19 – 25 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.09.25 | Ҡаралған: 368

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru