«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҒАЙ КӘРӘК…
+  - 

Әле оҙайлы хәрби хеҙмәтем тамамланмаған осор, сираттағы командировкаларымдың береһендә баш ҡалабыҙҙағы бер мөхәрриәткә ниндәйҙер ҡулъяҙмамды алып ингәйнем. "Ни йомош, иптәш подполковник?" тип ҡаршы алды бер ағай. "Бер хикәйә алып килгәйнем…" Минең ҡайһы яҡтан, кем булыуымды белешеп алғас, ул: "Хикәйә яҙырға яҡшы итеп өйрәнгең килһә, Хәйҙәр Тапаҡовты күберәк уҡы", - тип кәңәш итте.

Хәйҙәр ағайҙың әҫәрҙәрен элек тә ялға ҡайтҡан араларҙа уҡығылай торғайным. Ә отставкаға сығып, Сибай ҡалаһына йәшәргә ҡайтҡаны бирле уның китаптарын даими уҡып барам. Инде иллегә аяҡ баҫып, үҙем дә ҡулыма ҡәләм тота башлағас, Сибай Яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе булған ифрат алсаҡ, яғымлы был ағай менән яҡыныраҡ танышып алдым. Бер килке хикәйәм гәзит-журнал биттәрендә сыҡҡылағас, бер көн миңә Хәйҙәр ағай аңғамаҫтан һорау бирҙе. "Яҙған әйберҙәрең байтаҡ ҡына йыйылып бара шикелле, китап итеп сығарырға уйламайһыңмы?" Дөрөҫөн генә әйткәндә, бындай уй минең бер ҡасан да башыма килгәне юҡ ине. Үҙ ҡолағыма үҙем ышанмаған һымаҡ, ҡабатлап һорай ҡуйҙым: "Нисек? Әллә, ысынлап та минең яҙғандарым китап итеп сығарырлыҡмы?" Хәйҙәр ағайҙың етди йөҙөн күреп, уның шаяртмауын төшөндөм… Ул саҡ компьютер-фәләндең дә яңы ғына күренгеләй башлаған осоро, ул миңә ҡайҙа, күпме һәм нисегерәк итеп әҫәрҙәрҙе баҫтырырға, башта яҙыусыларға уҡытып, уларҙан китап сығарыуға тәҡдимдәр яҙҙырып алырға кәрәклеген аңлатып бирҙе.
"Аманат" журналында, "Йәншишмә" гәзитендә баҫылып сыҡҡан хикәйәләремде бер урынға туплап, ойошмаға алып килеп тапшырҙым. Бер аҙ ваҡыттан Хәйҙәр ағай мине һәм электән яҙышҡан башҡа ҡәләмдәштәрҙе саҡыртып, буласаҡ китабым хаҡында ҡор ойошторҙо. Үҙе матур итеп рецензия ла яҙып ҡуйған ине. "Китапҡа ниндәй исем бирәһең?" - тип һорағас, йәнә албырғап ҡалдым. Минең "ыҡ-мыҡ" иткәнемде күреп, тәжрибәле был әҙип: "Шундағы бер хикәйәңдең исеме менән "Сыйырсыҡ ояһы" тип ата китабыңды", - тине. Китаптың исеме ниндәйерәк булыуының мөһимлеген дә аңлатып бирҙе. Ул ғына ла түгел, баш ҡалаға барғанында ҡулъяҙманы үҙе "Китап" нәшриәтенә алып барып тапшырҙы. Оҙаҡламай, был ағайҙан "Хәлил, китабың сығып килә" тигән хәбәр алып, тағы һөйөндөм. Бынан тыш, гәзит, журналдарҙа гел генә сыҡҡылап торған мәҡәләләремә объектив баһа биреп, бәғзе бер урындарын тәнҡитләп, һирәкләп иҫкәрмәләрен әйтештерҙе Хәйҙәр ағай. Уның кәңәштәрен тотоп, үҙемдең артабанғы яҙмаларымды "туралап", "ҡәләмемде шымартып" барырға тырыштым.
Тағы бер нисә йылдан уның "Яҙыусылар союзына инергә уйламайһыңмы?" тигән һорауын ишеткәс, ысынлап та "ултыра төшә яҙҙым". Бығаса "яҙыусы мотлаҡ педагог, филолог - тел белгесе булырға тейеш" тигән инаныуҙа инем бит. Медик, өҫтәүенә хәрби кеше, яҙыусы була ала тигән нәмә төшөмә лә инеп сыҡмағайны. "Ә… мөмкинме?" "Әлбиттә, мөмкин, - тине был ағай ышаныслы итеп. - Хәҙер нәшриәттә сыҡҡан китабың да бар, даими баҫмаларҙа әҫәрҙәрең сығып тора, фәлән-фәлән ҡағыҙҙарыңды рәтләп, өс яҙыусынан тәҡдим яҙҙырып алһаң, Яҙыусылар союзына алыуҙары бик мөмкин, бер рекомендацияны үҙем яҙырмын. Башҡортостан Яҙыусылар союзына ингән кеше автоматик рәүештә Рәсәй Яҙыусылар союзында ла ағза була", - тип тә өҫтәп ҡуйҙы… Бына ошондай ғәйәт кешелекле ағай кеше хаҡында ине әйтер һүҙем.
Мәшһүр шағирыбыҙ Әнғәм Атнабайҙың элек Мостай Кәримгә ҡарата яҙған бер шиғыры бар. "Ағай кәрәк" тип атала ул.
"Мин ағайһыҙ үҫкән малай…
Туҡмалдым һирәк-мирәк…
Ә бөтөнләй туҡмалмаҫҡа
Мотлаҡ бер ағай кәрәк.
Ағай кәрәк - ат һыртына
Тәү ҡабат менгән саҡта,
Яҡты донъяны ҡарайтып
Ҡайғылар килгән саҡта.
Ағай кәрәк - ҡарурмандан
Аҙашмай сығыр өсөн,
Уттарында янмай ҡалып,
Һалҡынға сыҙар өсөн.
Ағай кәрәк - тыйнаҡ ҡына
Аҡыллы һүҙе менән,
Әле йомшаҡ, әле уҫал
Ҡарашлы күҙе менән.
Ағай кәрәк - ҡай сағында
Барлығын тойоу етә,
"Мин ағайлы" тигән уй ҙа
Кешене ҡыйыу итә. …
Улдарымдың улдары бар…
Мин инде бабай, тимәк…
Аҡ мыйыҡлы бабайға ла
Барыбер ағай кәрәк! Ағай кәрәк!"
Бына ошо шиғырҙы уҡығас та, уның тап Хәйҙәр ағай һымаҡтарға арнап яҙылғанлығы аңлашыла. Шулай уҡ мәҙәниәтле, яғымлы, ябай, һәр саҡ иғтибарлы, кешеләргә ярҙамсыл булған Әмир Әминев, Әхмәр Үтәбай һәм башҡа күп яҙыусыларыбыҙҙы ла телгә алғы килә. Әммә, минең әҙәбиәткә килеүемдә - яҙыусы (һуңғы осор, башлыса, журналист) булып китеүемдә ҙур роль уйнаған, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, тиҫтәнән ашыу китап авторы Хәйҙәр Ниғмәт улы Тапаҡовҡа айырыуса ҙур рәхмәтлемен. Уға, уның ғаиләһенә, бала-сағаларына ныҡлы иман, һаулыҡ, артабанғы ижад уңышлыҡтары насип итһен тип Аллаһ Тәғәләнән һорайым. Һәр саҡ шулай ярҙамсыл, ябай, кешелекле булып ҡалыуын теләйем.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №37, 19 – 25 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.09.25 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru