«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

САНКТ-ПЕТЕРБУРГ СӘХНӘҺЕНДӘ
+  - 

Башҡортостандың драма театрҙары сәнғәте тарихында - сағыу ваҡиға! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры легендар Рәсәй Милли драма театрында "Бөйрәкәй" һәм "Ваня ағай" спектаклдәрен уйнаны.

Илебеҙҙең мәҙәни үҙәге булып һаналған Санкт-Петербург ҡалаһында барған XVI Халыҡ-ара "Александринский" театр фестивалендә сентябрь айы дауамында Һиндостан, Венгрия, Сербия һәм Ҡытай театрҙары коллективтары сығыш яһаны. Был мәртәбәле сарала М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ҡатнашыуы - театрҙың ижади мөмкинлектәрен күрһәтеү һәм данлыҡлы милли театрҙар араһындағы мәҙәни бәйләнеште нығытыуҙа мөһим аҙым ул. Юғары кимәлдәге әҫәрҙәр ҡарап өйрәнгән, үтә талапсан һәм зауыҡлы тамашасыһы менән дан тотҡан "Александринский" фестивале башҡорт артистарын ҡайнар алҡыштарға күмде! 12 сентябрҙә тамашасы хөкөмөнә Таңсулпан Ғарипованың "Бөйрәкәй" романы буйынса режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған спектакле тәҡдим ителде. Тамаша аҙағында оҙайлы, дәррәү алҡыштар, залдағы йылы, ихлас мөхит театрҙың бөйөклөгөн һәм сикһеҙлеген, уның төрлө мәҙәниәт кешеләренең күңелен берләштереүсе сәнғәт төрө икәнен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Фестивалдең икенсе көнө М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының М. Шкетан исемендәге Мари милли драма театры менән берлектә уйнаған "Ваня ағай" спектакленә арналды. Антон Чеховтың пьесаһы буйынса режиссер Степан Пектеев сәхнәләштергән был спектакль Рәсәй Милли театрҙар ассоциацияһы ярҙамында тормошҡа ашырылып, ике театрҙың сәхнәләге үҙенсәлекле ижади тәжрибәһенә әйләнде.
XVI Халыҡ-ара "Александринский" театр фестивале сиктәрендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры вәкилдәре осрашыуҙарҙа, түңәрәк ҡорҙарҙа ла ҡатнашты. "Бөйрәкәй" спектакле алдынан театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов менән ижади осрашыу үтте. Санкт-Петербург ҡалаһының киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, тамашасылар фестивалгә Башҡортостандан алып килгән спектаклдәрҙән тыш, Айрат Әхтәм улының ижад юлы менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ Башҡорт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин, баш режиссер Айрат Абушахманов Милли театрҙар ассоциацияһының "Милли сәхнә. Аралашыу тәжрибәһе" тигән темаға арналған түңәрәк ҡорҙа ла ҡатнашты. Театрыбыҙҙың Рәсәй Милли драма театрының данлыҡлы сәхнәһендә үҙ спектаклдәрен уйнауы - Башҡорт академия драма театрының Рәсәй милли театрҙар хазинаһына ҙур өлөш индереүен таныу менән бергә, уның көслө труппаһына һәм ижадсыларына ҡарата ихтирам билдәһе лә ул. Театр коллективының юғары кимәлдә уҙған мәртәбәле фестивалдә ҡатнашыуы - ошо коллективта янып ижад итеүсе, тырыш хеҙмәте менән театрҙың абруйын һәм данын күтәреүсе ижадсыларҙың оло еңеүе. Афарин, ҡотлайбыҙ!

"Киске Өфө" гәзите, №37, 19 – 25 сентябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.09.25 | Ҡаралған: 226

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru