«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һеҙ ниндәй китаптарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ, улар Өфөнөң Ленин урамындағы "Китап" магазинында бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛТАҠТАЛАРҘАҒЫ СИТ ТЕЛ АТАМАЛАРЫ ҠАЛА ЙӨҘӨН БИҘӘЙМЕ?
+  - 


Константин ТОЛКАЧЕВ, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе: Сит ил һүҙҙәре менән сыбарланған ҡалаларҙа алтаҡталарҙы тәртипкә килтереү буйынса Рәсәй кимәлендә күптән һүҙ алып барыла. Илебеҙ ҡалаларының тышҡы йөҙө Рәсәйҙең мәҙәни-тарихи мираҫын һәм тел суверенитетын сағылдырырға тейеш. Ошо йүнәлештә системаһыҙ рәүештә сит телдәрҙе файҙаланыу ҡала мөхитенең милли үҙенсәлектәрен юғалтыуға килтереүе мөмкин. Sale, Coffee, йәки Life Garden торлаҡ комплексы кеүек атамалар һәм алтаҡталар ҡулланыусылар башын бутай, айырыуса был өлкән быуын вәкилдәре өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Шул уҡ ваҡытта заманса иҡтисади ысынбарлыҡ менән мәҙәни кодты һаҡлау араһында тейешле тигеҙлек булдырыу ҙа мөһим бурыс булып тора. Дәүләт Йыйылышының башланғысы иң тәү сиратта хеҙмәт күрһәтеүселәр менән файҙаланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм тел ҡулланылышын һаҡлау мәсьәләһенә йүнәлтелә. Был йәһәттән, әлбиттә, фирмаларҙың сит телдәге атамалары һәм рәсми теркәлештә булған тауар билдәләренә рөхсәт бар, ләкин ойошмаларҙың эшмәкәрлеге һәм улар тарафынан күрһәтелгән хеҙмәттәр тураһында аңлатмалар рус телендә булырға тейеш. Был хаҡтағы закон проекты Дәүләт Йыйылышының көҙгө сессияһында ҡараласаҡ.

Зәлиә ӘҮХӘҘИЕВА, Өфө ҡалаһы, реклама агентлығы хеҙмәткәре: Фирма, компаниялар атамаларында һәм уларҙың алтаҡталарында сит ил һүҙҙәрен сикләү кәрәклеге тураһында һүҙ әленән-әле күтәрелеп тора. Был мәсьәләгә күптән түгел РФ Президенты Владимир Путин да иғтибарын йүнәлтте һәм рус теле менән Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм яҡлау, туған телдәрҙең таҙалығы хаҡында һөйләне. Юғиһә, ысынлап та, илебеҙҙә һәм уның төбәктәрендә сит ил атамалары, терминдары менән мауығыуҙар, ғөмүмән, сит-ят рәүештәр алдында һуҡырҙарса табыныу күренештәре модаға инеп китте. Бөгөн айырыуса йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында сит телдәге һүҙҙәр яҙылған футболка һәм майкалар кейеп, сумкалар артмаҡлап, йәнәһе лә, "текә" булып күренергә тырышыусылар күбәйҙе. Ә ул яҙыуҙарҙың тәржемәһе йә эстәлеге берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырмай, фәҡәт сит телдәге яҙыуға ла күңелдәре була, күрәһең.
Хәйер, был йәһәттән кемделер ғәйепләү ҙә, бәлки, урынһыҙҙыр, сөнки һатыуҙа хәҙер рус һәм башҡорт телдәрендә яҙылған майкаларҙы табыуы ла ауыр, уларҙы махсус заказ биреп кенә эшләтеп алырға була. Ә бына ҡала урамдарындағы алтаҡталарға бәйле, таныштарымдың береһе, уларҙың ниндәй телдә яҙылыуы "ваҡ мәсьәлә", тип, яңыраҡ минең менән бәхәс ҡуптарҙы. Ҡыҙғанысҡа күрә, ул, үҙе әйтмешләй, ошо "ваҡлыҡ"тың туранан-тура туған тел һәм тыуған илгә һөйөү һәм ихтирам билдәһе икәнен аңламай ҙа ине, буғай. Бик йәл миңә ундай кешеләр. Улар өсөн үҫмерҙәрҙең пейджерҙерынан, иномаркаларҙан яңғыраған сит ил музыкаһы ней ҙә, кинотеатрҙарҙа күрһәтелгән сит ил боевиктары ней.
Өҫтәүенә, ҡала урамдарында беҙҙе инглиз телендәге алтаҡталар уратып алған. Билдәле режиссер Никита Михалков әйтмешләй, ысынлап та, ситтән килгән берәй кеше ҡапылғара үҙенең ҡайһы илдә йөрөүен аңламайыраҡ тороуы ла бик ихтимал. Дөрөҫ, һәр кем үҙе теләгән музыка тыңларға йә фильм ҡарарға хоҡуҡлы, тик шул уҡ ваҡытта был туған тел, туған моңдар һәм башҡа ҡиммәттәребеҙҙе һанламау, инҡар итеү иҫәбенә эшләнмәһен ине. Юғиһә, Башҡортостандың баш ҡалаһында рус хәрефтәре менән яҙылһа ла, беҙҙең өсөн барыбер аңлашылмаған һәм Ҡафтау яҡтарын күҙ алдына килтереүсе "Оджахури", "Хани", "Нуар","Чикен Нуар", "Тануки","Иза" атамалы кафе һәм кафетерийҙар ҙа күбәйеп киткән икән дә! Уларҙың хужалары, күрәһең, мигранттар иҫәбенән булып, урындағы мәнфәғәтте күҙәтеү урынына үҙ телен, үҙ бизнесын өҫтөн күрә: үҙ илендәгеләй ирәйеп, беҙҙең республикала аҡса эшләй. Был да тема, минеңсә. Нисәмә йылдар буйы улар республика халҡын рус-башҡорт-татар аш-һыуынан биҙҙереп, үҙҙәренең сифат яғынан шикле-микле шаурма һәм ҡара көйгән шашлыҡтары менән ризыҡланырға өйрәттеләр тәки! Ә бит утта ҡыҙҙырылған ит ризыҡтары тотошлайы менән канцероген - яман шеш сәбәпсеһе. Ә бына бер нисә йыл элек хуплау-йөпләүҙәр менән асылып эшләй башлаған "Aibat hallyar" туҡланыу селтәренең атамаһы хәҙер ҡайһы бер урындарҙа рус хәрефтәре менән "Айбат Халляр" тип алмаштырылған. Тик шуныһы: әгәр бында башлыса урындағы милли аш-һыу тәҡдим ителә икән, ни өсөн кафены "Һәйбәт хәлдәр" тип кенә башҡортса атамаҫка икән?
Яңыраҡ баш ҡалабыҙ урамдары буйлап үткәндә, алтаҡталар атамаларында инглиз хәрефтәре урынына рус телендә яҙылған ошондай ҡайһы бер үҙгәрештәрҙең күҙгә салына башлауына шаһит булдым. Был ҡыуандыра, ләкин яҡшы эштең беҙҙә ҡайһы саҡ күҙәтелә торған сиктән-сиккә һуғылыуҙарһыҙ ғына атҡарылыуына ышанғы килә. Закон проектында әйтелеүенсә, атамаларҙы рус телендә яҙыу ҡулланыусылар мәнфәғәтенән сығып эшләнә. Шулай булғас, рус теле менән бер рәттән, Башҡортостандың дәүләт теле булған башҡорт телендә лә атамалар урын алырға хаҡлы, тип уйлайым: был баш ҡалабыҙҙың милли йөҙөн сағылдырыуға булышлыҡ ҡына итәсәк бит.

Илшат БАЙМОРАТОВ, Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты: Алтаҡталар - иң тәүҙә теге йәки был ойошманың йөҙөн, йөкмәткеһен күрһәтеп тороусы билдә ул. Үҙен ихтирам иткән бөтөн ойошмалар, бигерәк тә рәсми учреждениелар, алтаҡталарын Башҡортостандың дәүләт телдәрендә яҙып элә. Быныһына бер һүҙ ҙә юҡ. Закон буйынса шулай булырға тейеш тә. Ләкин Өфө урамдарынан үткән саҡта магазин, кафе-ресторандар, коммерция дауалау учреждениелары һәм башҡа һанһыҙ күп ойошмаларҙың атамаларын рус телендә лә, башҡортса ла түгел, ә инглиз телендә генә яҙып элеү модаға инеп китте. Ысынлап та, кем әйтмешләй, бындай сыбарлыҡтан күҙ ҡамаша, айырыуса, мәҫәлән, транспортта ҡала буйлап барғанда. Һәм был бер ҙә матур түгел, ҡайһы бер атамалар хатта көлкөнө килтерә. Мәҫәлән, Заман by Tubatay, Chick, Frank by Баста, Efendi, Chowara һәм башҡалар. Бындай туҙға яҙмаған һәм инглиз хәрефтәре менән яҙылған атамалар аҫтында күберәк тиҙ туҡланыу кафелары, бәләкәй сауҙа нөктәләре (бутиктар - исемен дә тапҡандар бит, ә!) эшләй. Улар, әлбиттә, үҙ ҡулланыусыларын башлыса бала-саға, үҫмерҙәр һәм йәштәр йөҙөндә күреп өйрәнгән, күрәһең, шуға ла уларҙың инглиз теленән белемдәрен "һынап ҡарарға" уйлайҙар микән, тип тә уйлап ҡуяһың. Көлкө түгел, әлбиттә, ләкин аңлашылмай: ни сәбәпле бизнес әһелдәре инглиз атамаларын өҫтөн күрә? Улар бит инглиздарҙы хеҙмәтләндермәй ҙә баһа! Башҡортостан Республикаһында эшләүҙәрен онотоп ебәргәндәрме әллә? Башҡортса атама булмаһа, беҙ русса ла һупалайбыҙ, ниңә Рәсәйҙең дәүләт телен һанламай улар?
Башҡортса атама, тигәндән, әйтеүемсә, дәүләт учреждениеларында, ҙурыраҡ сауҙа ойошмаларында русса атамаларҙың, магазиндарҙағы "Ҡулланыусы мөйөштәре"нең башҡортса тәржемәләре яҙып эленә, быныһы һәйбәт күренеш. Тимәк, уларҙың хужалары реклама һәм телдәр тураһындағы закондар менән таныш. Тик бына башҡортса яҙыуҙарҙа ғәфү иткеһеҙ хаталар киткеләй. "Балтика" компанияһының "Башбир" атамалы һыраһы менән булып алған тарихты хәтерләйһегеҙме әле? Туған телебеҙгә битараф булмаған әүҙем йәмәғәтселек тарафынан бындай мәғәнәһеҙлеккә ваҡытында юл ябылды: аңлайышһыҙ атамалы продукцияны сығарыу ҡәтғи туҡтатылды. Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма директоры Гөлназ Йосопова һөйләүенсә, алтаҡталарҙағы атамалар һәм башҡа яҙыуҙарҙа дөрөҫ тәржемә ителмәгән һүҙҙәр йә булмаһа, һүҙҙәрҙе контекстан сығып файҙаланмау, "У" һәм "Ү", "С" һәм "Ҫ" кеүек хәрефтәрҙе бутау, орфографик хаталар йыш осрай. Бындай күренештәргә лә сик ҡуйыу кәрәк, ә уның өсөн иһә алтаҡталарҙың яҙылышын даими контролдә тотоу мотлаҡ. Уларҙы йөрөп тикшереү өсөн, мәҫәлән, студенттарҙы, пенсионерҙарҙы йәлеп итергә булыр ине, тип уйлайым. Туған телебеҙҙе үҙебеҙҙең яҡлауға алып, уға ҡарата ихтирам талап итмәһәк, быны беҙҙән башҡа бер кем дә эшләмәйәсәк.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 26 сентябрь – 2 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.25 | Ҡаралған: 69

Киске Өфө
 

Ваҡытлыса ғына булһа ла тереләрҙең үлгәндәр тураһында яҙғандарын уҡыуҙан туҡтағыҙ ҙа, күптән үлгән кешеләрҙең тереләр тураһында яҙғандарын уҡығыҙ әле.

(Г. Честертон).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru