«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ХАҠЛЫ ЯЛҒА ИРТӘРӘКМЕ? БЫЛ МӨМКИН!
+  - 

Бөрйән районында халыҡ менән осрашыу барышында алты бала әсәһе мөрәжәғәт иткәйне. Ул балаларҙы ҡарауҙың бөтә йылдары ла пенсияның страховкалау стажына индерелмәүенә, шуға күрә иртәрәк хаҡлы ялға сыға алмауына зарланды. Бөтә документтарҙы өйрәнергә һәм, нигеҙ булғанда, законға үҙгәрештәр индереүҙе башларға вәғәҙә бирҙем.

Асыҡланыуынса, "Страховка пенсиялары тураһында" Федераль закондың 12-се статьяһында страховка стажына ата-әсәләрҙең береһенә һәр баланы йәш ярымға тиклем, әммә дөйөм алғанда алты йылдан артыҡ булмаған ҡарау осоро инә. Был страховка стажына дүрт баланы ҡарау ғына инәсәк тигәнде аңлата (4+1,5=6). Бишенсе һәм артабанғы балаларҙы ҡарау осоро страховка стажына инмәй. Әлеге закон нигеҙендә биш балалы әсә, 15 йыл страховка стажы булғанда, 50 йәштән хаҡлы ялға сығырға хоҡуҡлы. Миңә мөрәжәғәт итеүсе әсәнең бишенсе һәм алтынсы балаһын ҡарауы иҫәпкә алынмағанлыҡтан страховка стажы 15 йылға етмәгән. Һөҙөмтәлә ул иртәрәк хаҡлы ялға сыға алмай.
Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрына страховка стажына бөтә балаларҙы ла ҡарау осорон иҫәпкә алырға кәрәклеген аңлатып, законға үҙгәрештәр индерергә кәрәклеген тәҡдим иттем. Министрҙан бындай үҙгәрештәр менән риза булыуын, көнүҙәклеге менән килешеүе тураһында яуап алдым.
Тиҙ арала РФ Дәүләт Думаһына закон проекты әҙерләнде һәм уны беренсе уҡыуҙа ҡабул иттек. Законды тормошҡа ашырыу өсөн йылына 12 миллиард һум самаһы аҡса талап ителәсәк. Көҙгөһөн законды икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итәсәкбеҙ. Бөрйән районынан әсәнең мөрәжәғәте Федераль законға үҙгәреш индереүгә булышлыҡ итте. Был сара дүрт һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе меңәрләгән ата-әсәгә файҙа килтерәсәк.

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ,
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты.

"Киске Өфө" гәзите, №38, 26 сентябрь – 2 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.25 | Ҡаралған: 351

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru