«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛТМЫШ ЙӘШЛЕК БАБАЙ БУЛАМЫ,
+  - 


йәки Һәр нәмә сағыштырыуҙа баҙығыраҡ күренә

Был тормошта ниндәй ҙә булһа берәй нәмә хаҡында һүҙ ҡуҙғатһаҡ, уны үҙебеҙгә, йә башҡаларға аңлайышлыраҡ булһын өсөнмөлөр, икенсе берәй нәмә менән сағыштырыусанбыҙ. Ысынлап та, шунһыҙ күпселек осраҡта теге йәки был хәлдең, күренештең ниндәй икәнлеген тулы итеп белеп тә, тейешенсә баһалап та булмай. Шулай уҡ, бер үк нәмәне төрлө кеше төрлөсә, хатта ҡапма-ҡаршы рәүештә ҡабул итеүе лә бар. Мәҫәлән, Чукотка кешеһе өсөн йылы булған көн, экватор тирәһендә көн күргән африкалыға ифрат та һалҡын булып тойолоуы ихтимал...

Тағы бер нәмәгә күптәрҙең иғтибар иткәне барҙыр: ниндәйҙер ныҡ татлы берәй нәмә ашағандан һуң, уның артынса эскән сәйеңдең шәкәр тәмен бөтөнләйгә тоймайһың. Бала сағымда әсәйемә "Мин сәйемә шәкәр һалып болғатҡайным бит, нишләп ул татлы түгел", тиһәм, әсәйем "Әле генә кәнфит ашаның, шуға күрә, ауыҙыңды һыу менән сайҡатып ал", тип кәңәш итер ине. Ысынлап та, телемдәге кәнфит тәмен ябай һыу менән сайҡатып бөтөргәс кенә сәйемдәге шәкәр тәме беленә башлай. Элегерәк "Москвич" автомобиле менән тиҙлекте сәғәтенә 80-90 километрға еткерә башлаһам, хәләл ефетем: "Һәй, һәй, нишләп улай шәп ҡыуаһың?" - ти торғайны. Ә хәҙер "Рено" менән шул уҡ тиҙлектә бара башлаһаң, "Артыҡ әкренләп киттең бит, әй", тип аптырата. Кемдер берәүҙең ҡолағы насар ишетеп, шуға зарланырға тотонһа, икенсеһе шулай тиер: "Тапҡанһың зарланыр нәмә. Мин һинең урында булһам, киреһенсә, шатланып ҡына йөрөр инем. Ә бына минең... күҙҙәрем насар күрә!" Айлыҡ егерме биш-утыҙ мең эш хаҡы бәғзеләргә күп һымаҡ тойолһа, икенсе берәүҙәр өсөн "был ғына кәпикәләр бер нәмәгә лә етмәй". Ә кемделер айына йөҙ меңдән ашыу алған аҡсаһы ла мөрхәтһендермәһә, уның күршеһе минималь күләмдәге эш хаҡы менән ҡәнәғәт... Яҡынды белмәй тороп - алыҫ төшөнсәһен, күпте, ҙурҙы белмәй тороп - аҙҙың һәм бәләкәйҙең ни икәнлеген, йомшаҡты татымай тороп - ҡатылыҡты аңлау ҙа мөмкин түгелдер.
Йәғни, беҙҙең ошо тормошобоҙ бихисап ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан тора. Кемгәлер яҡшы булып күренгән нәмә икенсе берәүгә ифрат та насар булып тойола. Кемдер өсөн "ямаҡай" булып күренгән кеше башҡа берәү өсөн - матурҙарҙың матуры. Тормошта бына ошо мәсьәләләргә лә һәр саҡ объектив күҙлектән сығып ҡарау кәрәктер. Берәү өйөнә кәләш алып ҡайта икән, бәғзе таныштары "Ҡайҙан тапҡан икән был бисураны", тип ризаһыҙлыҡ белдәрә башлай. Ә был егет өсөн әлеге кәләше, бәлки, донъяла - иң гүзәле... Минең инаныуымса, һәр кемде был донъяға Аллаһ Тәғәлә матур итеп яралтҡан. Тик кешеләр генә уларҙы төрлөсә итеп ҡабул итә. Йәғни, "абсолют матур" тигән төшөнсәне мин бөтөнләйгә инҡар итәм. Шул уҡ ваҡытта, әгәр күңеле матур икән, һәр кеше матур була, тип һанайым.
Элегерәк, беҙ бала һәм үҫмер саҡтарҙа драма театрҙары ҡуйған "Ҡоҙаса" спектаклендәге йырҙарҙы оло быуын кешеләренең күптәре, моғайын, хәтерләйҙер. Пластинкаға яҙҙырылғандарын тыңлап, хатта отоп та ала торғайныҡ. Шундағы "мулла куплеттары"ның һүҙҙәрен әле булһа онотмағанмын. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ҡатыны - "оҫтабикә"һе олоғайғас, бер йәш ҡоҙасаға ғашиҡ булып, уға "эс серен" асҡан мулланың йырында ошондай куплет бар:

...Оҫтабикәм бик ҡартайҙы
Етеп бара иллегә.
Усымда ғына йөрөтөрмөн
Бисәлеккә кил миңә...

Шул йырҙы тыңлаған сағымда, миңә, йәш үҫмергә, мулланың "оҫтабикә"һе ифрат та ҡарт булып күҙ алдына килеп баҫа торғайны. Шулай булмай ни, илле йәшкә етеп бара бит, сүтики!.. Йыл артынан йыл үтә, мин әкренләп олоғаям, ә йырҙың һүҙҙәре, әлбиттә, шул көйөнсә ҡала килә. Үҙем илле йәшкә яҡынайған һайын, шул йыр йышыраҡ иҫкә төшә. Ахырҙа, әлеге "оҫтабикә"нең йәшенә лә килеп еттем. Әммә, уға хәҙер бер аҙ икенсерәк, ир уртаһындағы кеше күҙлегенән сығып бағам: "илле йәш әллә ни ҡарт түгел икән дә баһа..." Тиҫтерҙәремә ҡарайым, үҙемә лә иғтибар итәм. Кешенең йөрәге һәр саҡ йәш була, тигәндәй, әллә ни бирешкәндәй ҙә түгелбеҙ...
Шулай, көңгөр-ҡаңғыр йөрөй торғас, тағы әллә күпме ғүмер йәшәп ташлағанбыҙ. Сираттағы мәртәбә артыма әйләнеп бағам: алтынсы тиҫтәне аша атлап үтеп киткәнде һиҙмәй ҙә ҡалынған бит, йәмәғәт! Ә әлеге йыр һаман шул көйө хәтергә эйәреп килә. "...Етеп бара иллегә" тигән ере әле булһа ҡолаҡ төбөндә ишетелеп торғандай. Тик хәҙер инде "әле саҡ иллегә генә яҡынлашып килгән", йәғни, минән ун-ун бишәр йәшкә кесерәк һеңлекәштәр - "почти ҡыҙҙар" икәнлеге хаҡында ла уйҙар башҡа килә башлай. Ә "ир уртаһы" ҡустылар егет һымаҡ ҡына тойола. Шулай уҡ, алтмышты күптән ашҡан булыуыма ҡарамаҫтан, әле булһа, үҙемде ҡарт кеше тип тойорға кәрәклеген дә танығы килмәй бит әле, йәмәғәт!
Бына шул юҫыҡтараҡ, күптән түгел етмеш бишен билдәләгән бер ҡайнаға тейеш кеше менән һөйләшеп ултырабыҙ. "Мин дә, ҡайнаға, һинең арттан эйәрә киләм, алтмышты уҙҙым бит инде", - тигәс, ул миңә: "Э-э-эй, кейәү, һин әле малай ғынаһың бит", - тип һалдырмаһынмы! Бына һиңә кәрәк булһа... Етмеште ҡыуып барған малай!
Был фани донъяла бар нәмә ваҡытлыса һәм сағыштырмаса. Бәкер исемле, тәүге мосолмандарҙан булған бер аҡыллы кеше былай тип әйткән: "Үҙеңдән оло кешене "ул минән алдараҡ Аллаһҡа тәҡүәлек һәм ерҙә изгелектәр ҡылды, шуға күрә ул минән яҡшыраҡ" тип һана. Ә үҙеңдән йәшерәк кешене "ул минән аҙыраҡ гонаһ эштәр ҡылған, шуға минән ул яҡшыраҡ" тип һана" тип әйткән. "Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип һана" тигән халҡыбыҙ әйтеме лә, бәлки, ана шунан да килеп сығыуы ихтимал… Бына шул хаҡиҡәтте аңлап, ниндәй дәүерҙәр килгәндә лә, һәр төрлө ауырлыҡтар башҡа төшкәндә, унан да ауырырыҡ мәлдәр булыуы мөмкинлеген иҫләп, һис ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәй, тормош ҡыйынлыҡтарына гелән генә оптимизм менән ҡарап, уларҙы һәр саҡ еңеп сығыу сараһын эҙләп йәшәү кәрәктер. Ә Ахирәткә барғас (унан бер кемебеҙ ҙә ҡотолоп ҡала алмайбыҙ), әгәр беҙгә Аллаһ Тәғәлә ожмахҡа инергә насип иткән булһа, шуны күрәсәкбеҙ: унда кеше мәңге ҡартаймай һәм әҙәм балалары асығыу, бошоноу, ҡайғырыу, ауырыу, үлем тигән нәмәне белмәйәсәк. Икенсе төрлө әйткәндә, "абсолют яҡшы" тигән нәмә тик Ахирәттә генә булалыр. Әлеге фани донъяла йәшәгән кешеләр һис күҙ алдына килтерә алмаҫтай ләззәтле шундай тормошҡа ирешергә һәр кемебеҙ ынтылырға, ә уның өсөн тереклектә Раббыбыҙ риза булырҙай ғына ғәмәлдәр, тик гүзәл эштәр генә атҡарып йәшәргә тейешбеҙ. Шуға күрә ошо ҡыҫҡа ғына ғүмеребеҙҙе заяға үткәрмәйек. Яҡты донъяла матур йәшәргә тырышыуыбыҙ менән бер рәттән, Аллаһ Тәғәләнең тик Үҙенә мотлаҡ ҡылып йәшәргә тейешле ғибәҙәттәребеҙ хаҡында ла онотмайыҡ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 26 сентябрь – 2 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.25 | Ҡаралған: 85

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 1 октябрҙән 11-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru