«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТОҒРО ЮЛДАШ УЛ
+  - 

Хәҙерге заманда, цифрлы технологиялар тормошобоҙға көндән-көн нығыраҡ үтеп инә барған мәлдә, баҫма гәзит-журналдар мәҙәниәтебеҙ киңлегендә айырым урын тотоп ҡала килә. Улар араһында "Киске Өфө" гәзите айырым урын биләй.

Туған телебеҙгә һәм мәҙәниәтебеҙгә оло иғтибар биргән, ихтирам тәрбиәләгән был баҫма миңә ныҡ оҡшай. Уның ошо үҙенсәлектәре ниндәйҙер ылыҡтырыу көсөнә эйә. Мин үҙем урыҫ телле йәмғиәттә үҫтем, өйҙә лә туған телдә генә һөйләшеү тигән ғәҙәт булманы, кем ниндәй телдә теләй - шулай һөйләште. Дуҫтарым менән дә урыҫ телендә аралаштыҡ, ғөмүмән, туған телемә ҡарата битарафлыҡ йәшәгән йәмғиәттә буй еткерҙем. Ләкин ошо моңһоҙлоҡ упҡынынан яңы дуҫым тартып сығарҙы - ул минең менән башҡорт телендә генә аралашты, башҡортса китаптар бирҙе, башҡорт телендәге гәзит-журналдарҙы күпләп алып килде. Улар араһында иң күңелемә ятҡаны "Киске Өфө" булды. Баҫманың һутлы теле, мәғәнәле, мәҙәниәтле мәҡәләләре мине туған мөхитемә ҡайтарыуҙа ҙур урын биләне.
Гәзиттә мин башҡорт теле донъяһына сумыу менән бер рәттән, халҡымдың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышыу мөмкинлеген табам. Һәр бит - ул быуындар бәйләнешен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән, үткән менән бөгөнгөнө тоташтырған күпер. Гәзитте уҡығанда мин үҙемде милли үҙенсәлекте һаҡлап ҡалыу тураһында оло хәстәрлек күргән ҙур берләшмәнең бер өлөшө итеп тоям.
Материалдарҙың төрлөлөгө гәзитте уҡыуҙы мауыҡтырғыс шөғөлгә әйләндерә. Бында бөтә нәмәне лә табырға мөмкин: төбәк яңылыҡтарынан алып ҡыҙыҡлы тарихи мәҡәләләргә, әҙәби әҫәрҙәрҙән алып хужалыҡ алып барыу буйынса кәңәштәргә тиклем. Айырыуса гәзиттең ауыл халҡы проблемаларына иғтибар бүлеүе, фермерҙар һәм ауыл эшсәндәренең уңыштары тураһында һөйләүе ҡиммәтле. "Киске Өфө"лә баҫылған мәҡәләләрҙә социаль мәсьәләләргә ҙур урын бирелеүе ихтирамға лайыҡ. Гәзит төбәк үҫешенең мөһим мәсьәләләрен күтәрә, хеҙмәт кешеләре тураһында һөйләй, мәҙәни ваҡиғаларҙы яҡтырта.
Материалды гәзит уҡыусыға еткереүҙең үҙенсәлекле стиле был гәзитте башҡа баҫмаларҙан айыра. Бында заманса журналистика һәм традицион ҡиммәттәр берләшә һәм был үҙенсәлекле колорит тыуҙыра. Мәҡәләләр төрлө ҡатлам аудиторияның үҙенсәлектәрен, талаптарын иҫәпкә алып, тере телдә яҙыла.
Ғөмүмән, "Киске Өфө" гәзитенең һәр һанында үҙем өсөн яңы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табам. Баҫма һәр кемгә үҙенең тамырҙары менән бәйләнеште һаҡларға, рухи һәм интеллектуаль яҡтан үҫешергә ярҙам иткән тоғро юлдаш булып ҡала килә.

Рөстәм ӘМИНЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 3 - 9 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.25 | Ҡаралған: 228

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru