«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

2026

Ғинуар
   01 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИШЕКТӘР ЙӘНӘ АСЫЛДЫ
+  - 

Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы үҙенең 93-сө ижад миҙгелен асты. Аристарыбыҙ көс туплап, үҙенең тамашасыларын яңынан-яңы премьералары менән шатландырырға әҙер.

Спектаклдәргә һыуһаған тамашасыларҙы театр алсаҡ ҡаршы алды. Миҙгел премьераһы майҙа күрһәтелгән "Зәйтүнә" спектакле менән асылды.
Артист булырға хыялланған Миәкә ҡыҙы Зәйтүнә Әлбаева Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы медицина курсына бара. Уны ла тамамларға насип булмай ҡыҙға: 1942 йылдың майында үҙ теләге менән фронтҡа юллана. Ҡыҙ поста булғанда немец разведкаһы һалдаттары һөжүм итә. Уға бер яңғыҙына дошмандарға ҡаршы торорға тура килә һәм 20 йәшлек Зәйтүнә ҡалмыҡ ерендәге Садовое ауылы янында вафат була. "Бәхил булығыҙ, ҡыҙҙар, Ватан өсөн үләм" - был уның һуңғы һүҙҙәре була…
- Зал тултырып килгән, көслө алҡыштарын йәлләмәгән тамашасыларыбыҙға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Яңы ижади миҙгелдә лә беҙҙең менән ҡалығыҙ. Ә беҙ һеҙҙе яңынан-яңы премьераларыбыҙ менән шатландырырға вәғәҙәләйбеҙ, - тине театр директоры Айбулат Ҡотошов. Ул шулай уҡ ҡыуаныслы хәбәр ҙә еткерҙе: театрҙа 2026 - 2027 йылдарҙа капиталь ремонт башланасаҡ. "Яҡын киләсәктә яңы миҙгелдәрҙе яңыртылған, төҙөкләндерелгән матур, уңайлы бинала ҡаршы алырырбыҙ, тип ышанабыҙ", - тине Айбулат Миңлеғәле улы.
Театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина ижади төркөмдөң киләсәккә пландары менән уртаҡлашты: "Яңы йылға тиклем ике премьера планлаштырылған: Татарстан режиссеры Ренат Әйүпов ҡуйылышында "Йәнекәйем, мин өйләнәм" комедияһы һәм балалар өсөн "Ҡар батшабикәһе" спектакле. Тағы ла күп кенә ҡыҙыҡлы тамашалар, шулай уҡ юбилей бенефистары көтөлә", - тине ул.
Сәхнәгә ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеров күтәрелде.
Ул театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллинаны һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзиә Ғәйнуллинаны Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы - "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләне.
"Театрға, һис шикһеҙ, йөрөргә кәрәк, сөнки театр - илһам шишмәһе, рух сығанағы. Был спектаклдәге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәл-ваҡиғалар әлеге Махсус хәрби операция менән ауаздаш. Ысынлап та, фронтҡа Тыуған иленә сикһеҙ һөйөүе булғандар юллана. Күп театрҙарҙа булғаным бар, әммә беҙҙекеләр - иң яҡшыһы", - тип, үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты аҙаҡтан Лилиә Баязитова тигән тамашасы.

Әйткәндәй, Сәрүәр Суринаның "Зәйтүнә" спектаклен 22 октябрҙә Өфө тамашасылары М. Ғафури исемендәге БАДТ сәхнәһендә ҡарай ала.

Динә ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 10 - 16 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.25 | Ҡаралған: 125

Киске Өфө
 
Эрнест Хемингуэй "Бәхет - ул ныҡлы һаулыҡ һәм насар хәтер" тигән. Ысынлап та, беҙ йыш ҡына үткәндәге уңышһыҙлыҡтар, үпкәләүҙәр, ҡурҡыуҙар һәм тулҡынланыуҙар тураһындағы хәтирәләр менән йәшәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, яңы йылда күңелдәрҙән был хәтирәләрҙе сығарып ташлайыҡ, Яңы йылда тормошобоҙҙа ла, күңелдәрҙә лә барыһы ла көйләнәсәк һәм яҡшырасаҡ, тигән өмөт, ышаныс менән йәшәйек.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru