«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һеҙ ниндәй китаптарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ, улар Өфөнөң Ленин урамындағы "Китап" магазинында бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИГЕҘЕ НЫҠТЫҢ - КИЛӘСӘГЕ НЫҠ
+  - 


Мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барыусылар өсөн полилингваль мәктәптәр яңылыҡ түгел. Дөйөм урта белем биреүсе белем усаҡтарынан улар ни яғы менән айырыла, үҙенсәлектәре нимәлә, киләсәге бармы - ошо турала һәм башҡа һорауҙар менән 3-сө Сибай республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатының уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Әлфиә Марат ҡыҙы СОЛТАНОВАға мөрәжәғәт иттек:

- Сибай гимназия-интернаты базаһында асылған полилингваль мәктәптә әле 5-7 кластарҙы тәшкил иткән алты синыфта 286 уҡыусы ошо яңы йүнәлеш буйынса белем ала. Тәүге статусыбыҙ буйынса интернатҡа Урал аръяғы уҡыусыларын йыя инек, хәҙер йүнәлешебеҙ үҙгәргәс, бөтә республика һәм башҡа төбәктәрҙән башҡорт балаларын уҡырға алабыҙ. Полилингваль мәктәп булғас, уҡытыу бер нисә телдә атҡарыла. Башҡорт теленә, әлбиттә, иң ҙур иғтибар бүленә, кластан тыш дәрестәр ҡытай, немец, төрөк телдәрендә алып барыла. Төп дәрестәрҙән, балалар ял иткәндән һуң үткәрелгәс, уларға сит телдәрҙе үҙләштереү еңел бирелә. Етмәһә, ғәҙәти дәрестәрҙән айырмалы рәүештә, сит тел уҡытыусылары белемде театрлаштырылған уйын формаһында ҡыҙыҡлы итеп бирәләр. Ҡытай теленән дәрестәрҙе филология фәндәре кандидаты Гөлшат Насибулла ҡыҙы Мөхәмәтйәнова алып бара, төрөк теленән ҡасандыр шул йүнәлештәге мәктәпте тамамлаған Әлиә Ғәли ҡыҙы Хәмитова уҡыта, немец һәм инглиз телдәренән уҡытҡан Рәйлә Хәлфетдин ҡыҙы Мәһәҙиева - беҙҙең мәктәптә электән эшләгән тәжрибәле уҡытыусы.
Полилингваль йүнәлештә уҡытыуҙың ыңғай яҡтары күп, һөҙөмтәләр ҙә бар: балалар бер телдән икенсе телгә бик еңел күсә беләләр. Әлеге көндә етенсе класта уҡыусыларыбыҙ ҡытай һәм төрөк телдәрен өйрәнә. 5А-ға - төрөк теле, 5Б-ға ҡытай теле тип бүлгәйнек, ата-әсәләр, ниңә беҙҙең балаларға тик ҡытай теле генә, беҙгә төрөк теле лә кәрәк, тип һорайҙар. Төрөк теле башҡорт теленә оҡшағас, әлбиттә, еңел бирелә, әммә балаларҙы ҡытай теле лә ҡыҙыҡһындыра. Бер нисә телде белеү, береһенән икенсеһенә тиҙ генә күсә белеү балаларға һәр яҡтан файҙалы, был һәләт уларға башҡа дәрестәрҙә лә ныҡ ярҙам итә. Полиглоттар булмыштары менән башҡаларҙан айырылып тора - быны беҙ күрәбеҙ, һиҙәбеҙ. Ундай уҡыусылар башҡа илдең телен генә өйрәнмәй, тарихын, мәҙәниәтен дә белеп үҫә, белеме киңерәк була. Бала икенсе телде ни тиклем иртәрәк өйрәнә башлаһа, шул тиклем файҙаһы күберәк була. Был йәһәттән беҙ тәжрибәле уҡытыусыларыбыҙҙан уңдыҡ һәм улар менән ғорурланабыҙ.
Әлбиттә, беҙҙә башҡорт теле иң мөһиме, кластан тыш дәрестәр менән бергә аҙнаһына алты сәғәт башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытабыҙ. Туған телебеҙҙе уҡыусыларыбыҙ бик ярата, әммә полилингваль йүнәлешкә күсеү уларға ҙур ынтылыш бирҙе. Быйыл, мәҫәлән, беҙгә 5-се класҡа уҡырға килергә теләүселәр һаны 150-гә етте! Ә беҙ тик ҡырҡ бала ғына ҡабул итәбеҙ. Әлбиттә, имтихан бирәләр, һәр береһе менән индивидуаль һөйләшеү була, башҡорт телен ниндәй кимәлдә белеүенә ҙур иғтибар бүләбеҙ, атай-әсәйҙәре менән айырым һөйләшәбеҙ. Шайморатов кластарына килгәндәрҙе физкультура уҡытыусылары махсус нормативтар буйынса һынап һайлай, инженер кластарына математиканы яҡшы белгәндәр дәғүә итә. Яҡутстанға тәжрибә уртаҡлашырға барғайныҡ. Уларҙа туған телгә һәм инглиз теленә генә төп иғтибар бүленә. Уларҙың уҡыусылары имтихандарҙы ла тик яҡут телендә генә бирә. Унда тағы нимәгә иғтибар иттем: полилингваль мәктәптәрендә кесаҙна милли кейем көнө һанала, һәр класс дәрестәргә айырым төҫтәге милли кейемдә килә. Шул йоланы үҙебеҙҙең мәктәптә лә индерергә уйлайбыҙ. Атай-әсәйҙәр менән дә был темаға һөйләшеү үткәрҙек.
Осетияла булғанда тағы шуға иғтибар иттем: ундағы полилингваль мәктәптәрҙә, күп телдәрҙе өйрәнеү менән генә сикләнмәй, туған телде һаҡлап ҡалыу төп бурыс һанала, башҡа дөйөм белем биреү мәктәптәрендә лә аҙнаһына 4-5 осетин теле дәрестәре үткәрелә. Милли мәктәп программаһы менән уҡытҡас, ул принцип беҙҙә лә һаҡланып килә, кластан тыш сәғәттәрҙә рәсми башҡорт теле, тәрбиә һабаҡтары бирелә. Мәктәптә үткән төрлө саралар, физкультура, хеҙмәт, география дәрестәре тик башҡорт телендә үтә. Ата-әсәләр балаларын интернатыбыҙ булғанға ғына түгел, ә беҙҙә баланы төрлө яҡтан үҫтереү өсөн мөмкинлектәр булғанға алып килә.
Шуныһы ҡыҙыҡ: бөгөнгө көндә ҡала балалары, ауыл балалары менән сағыштырғанда, башҡортса яҡшыраҡ һөйләшә.
Бер ҡыйынлыҡ кисерәбеҙ: ул да булһа, 10-сы класҡа уҡыусылар йыйыу. Бындай хәл бер беҙҙә генә түгел, был проблема башҡа мәктәптәрҙә лә күҙәтелә.
Беҙҙә балаларҙы ҡыҙыҡһындырғандай башҡа бик күп шөғөлдәр ҙә бар. Мәҫәлән, мәктәп базаһында оҙаҡ йылдар дауамында Уҡсылар клубы эшләп килә. Унда шөғөлләнеүселәр Рәсәй кимәлендә үткән ярыштарҙа призлы урындар яулай. Ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр һаны йылдан-йыл арта бара, был түңәрәккә тотош кластары менән йөрөү ҙә ғәҙәти хәл. Пилотһыҙ осоусы аппараттар буйынса техник яҡтан базабыҙ ныҡ үҫешкән. Быйыл шайморатовсылар кластары өсөн ат спорты буйынса база булдырасаҡбыҙ.
Шулай ҙа, республикабыҙҙағы башҡа полилингваль мәктәптәр менән сағыштырғанда, туған телебеҙгә булған һөйөү беҙҙә иң көслөһөлөр. Мәктәпкә юл аша ғына урынлашҡан Сибай институты менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, уларҙың башҡорт филологияһы бүлеге студенттары беҙҙә практика үтә, беҙҙең уҡытыусылар юғары уҡыу йорто үткәргән фәнни конференцияларҙа, түңәрәк ҡорҙарҙа ҡатнаша. Интернатыбыҙҙы тамамлаған уҡыусылар йыл да Сибай институтының төрлө факультеттарына уҡырға инә. Башҡа полилингваль мәктәптәр менән һәр саҡ аралашып торабыҙ. Республика полилинваль мәктәптәренең VIII Республика "Уңыш формулаһы" фестивале быйыл апрель айында беҙҙең мәктәптә үтте.
Киләһе йыл интернаттың 65 йыллығы була. Икенсе бинаға күсеп, полилингваль мәктәпкә үҙгәрһәк тә, 3-сө Сибай республика полилингваль күп профилле гимназия интернатының төп тамырҙары, тарихы, йолалары уның тәүге нигеҙенә бәйле. Был турала уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа оноторға тейеш түгел.

Шулай итеп...
Бөгөнгө юғары технологиялар осоронда боронғоға бәйле булыу - урамыңда машина тороп та, урманға ат егеп барыуға бәрәбәр. Мөмкинлектәр эргәңдә булып, күп яҡлап үҫешергә теләмәү - ялҡаулыҡ билдәһе генә түгел, сикле, бер яҡлы булыу ғәләмәтелер. Полилингваль мәктәптәренең асылыуы ла ана шул мөмкинлектәрҙе киңәйтә түгелме һуң?

Радик ӨМӨТҠУЖИН
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №41, 17 - 23 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.10.25 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 

Ваҡытлыса ғына булһа ла тереләрҙең үлгәндәр тураһында яҙғандарын уҡыуҙан туҡтағыҙ ҙа, күптән үлгән кешеләрҙең тереләр тураһында яҙғандарын уҡығыҙ әле.

(Г. Честертон).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru