«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ИРӘМӘЛ
+  - 

Легендаларға бай Ирәмәл тауы Көньяҡ Урал түбәләре араһында бейеклеге буйынса икенсе урында тора. Ул Оло Ирәмәл (бейеклеге 1582 метр) һәм Кесе Ирәмәлде (1449 метр) берләштергән ике үрле массивтан тора. Араларында бер саҡрымға һуҙылған бейеклеге 1200 - 1250 метр булған билән ята. Оло Ирәмәл "Ирәмәл" милли паркы биләмәһен тәшкил итә, ә Кесе Ирәмәлгә аяҡ баҫыу тыйылған - ул ҡурсаулыҡ.

Тауға күтәрелеп барышлый Урал ландшафтының төрләнеүенә шаһит булаһың. 600 метр бейеклеккә тиклем һуҡмаҡ шыршы һәм аҡ шыршы араһында үтә. Бер аҙ юғарыраҡта кәрле ағастар һәм киң яландар зонаһы башлана. Ул яйлап тау-тундра биләмәһенә күсә, унда мүк, лишайник һәм тәпәш үҫемлектәр генә үҫә. Тау түбәһенә етә яланғас билбау башлана, унда мүк менән ҡапланған таш һибелмәләренән (курумниктар) башҡа бер нәмә лә юҡ.
Ирәмәлдә һауа торошо үтә лә киҫкен. Һәр саҡ тиерлек көслө ел иҫә, ә ҡышҡыһын йыш ҡына буран була һәм күп ҡар яуа. Был ваҡытта тау түбәһенә күтәрелеүҙән тыйылыу яҡшыраҡ.
Ирәмәлгә артылыу маршруттары өс ауылдан башлана. Уларҙың береһе - Силәбе өлкәһенә ҡараған Төйлөк ҡасабаһы. Ҡалған икәүһе үҙебеҙҙең республика биләмәһенән Учалы ҡалаһы һәм шул уҡ исемле ауыл, Ирәмәлдән көнсығышта урынлашҡан Белорет районы Николаевка ауылы аша ята.
Николаевканы һайлаған сәйәхәтселәр Ирәмәлде генә түгел, ә Баштур, Баҡты түбәләрен дә күрә ала. Ауыл Белореттан 56 саҡрым алыҫлыҡта ята, ә унан Оло Ирәмәлгә тиклем - тағы 25 саҡрым. "Ирәмәл" милли паркына "УАЗ" машиналары йөрөтә. Әлбиттә, хаҡын да ала. Артабан тауға етергә 7 саҡрым ара ҡала. Уныһын инде йәйәүләргә кәрәк. Шәхси эшҡыуарҙар атта һыбай үтергә тәҡдим итеүҙәре лә ихтимал, әгәр мәленә тап килһәң.
Учалы аша сәйәхәт иң ҡатмарлыһы. Маршрут Кирәбе - Яңы Хөсәйен - Байһаҡал ауылдары аша ята һәм уның оҙонлоғо яҡынса 70 саҡрым тәшкил итә. Кирәбегә тиклем шоссе юл бар. Ауырлыҡ менән булһа ла, Яңы Хөсәйенгә лә үҙ транспортыңда барып етергә мөмкин, тик артабан махсус автомашинаға күсеп ултырыу хәйерле.
Байһаҡалдан (әйткәндәй, ул - ташланған ауыл, кеше йәшәмәй) Оло Ирәмәлгә - 18 саҡрым. Юл Әүәләк һырты аша үтә, унан Ирәмәлгә иҫ киткес күренеш асыла. Ҙур-ҙур һарыҡташтарҙан хасил "Таш йылға" аша үтеү ҙә - үҙе бер мажара. Яңы Хөсәйендә милли парктың контроль-үткәреү пункты урынлашҡан. Унан Байһаҡалға һуғылмаған маршруттан китергә лә мөмкин. Ул Ағиҙел йылғаһы инеше (7 км), халыҡ телендә "Шишмә" (9 км) һәм "Мөхәббәт бишеге" (14 км) тип аталған туҡталыштар аша ята. Артабан 5-6 саҡрым йәйәүләргә кәрәк. Юл бик ҡатмарлы һәм ауыр.
Силәбе өлкәһенең Төйлөк ауылына шәхси автомобилдә йәки туристар автобусында барып етергә мөмкин. Өфөнән юл күпселек ваҡытта М-5 "Урал" трассаһы буйлап үтә, артабан Йүрүҙәнгә боролорға, Мәсет ауылы эргәһенән үтергә, Йүрү-ҙән йылғаһы буйлап китергә кәрәк.
Төйлөк ауылынан Оло Ирәмәлгә тиклем - 14, ә Кесе Ирәмәлгә - 15 саҡрым. Милли паркка туристарҙы "Буханка" (УАЗ-452) машинаһы ташый. Ул - 10-12 кеше һыйҙырышлы, сәғәт һайын йөрөй. Юл 30-40 минут ваҡытты ала.
Транспорт парктың контроль-үткәреү пунктына (КПП) тиклем бара. Ҡурсаулыҡҡа инеү түләүле. Артабан Ирәмәлгә тиклем 5-6 саҡрым йәйәү атларға кәрәк. Дөйөм алғанда, Төйлөк аша изге тауға менеү туристар өсөн иң еңеле һанала.

Рәсүл БАЙГИЛДИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 17 - 23 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.10.25 | Ҡаралған: 236

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru