«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ВАДИМДЫҢ ТАҒЫ БЕР ЕҢЕҮЕ
+  - 

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Вадим Харисов Төркмәнстанда Химия буйынса халыҡ-ара олимпиадала еңеүсе булды. Ул барлыҡ ҡатнашыусылар араһында иң юғары балл йыйып, алтын миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр университеттың матбуғат хеҙмәтенән.

Рәсәй студенттары бөтәһе 25 миҙал алды, шуларҙың 13-ө - алтын. Беҙҙең илдән М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты, Ҡаҙан (Волга буйы) федераль университеты, Новосибирск дәүләт университеты, МФТИ, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Б. Б. Городовиков исемендәге Ҡалмыҡ дәүләт университеты студенттары сығыш яһаны. Ярыштар төркмән, рус һәм инглиз телдәрендә ике категорияла (химия һәм ике йүнәлештәр өсөн) ойошторолдо.
Олимпиада еңеүселәрен вице-премьер Дмитрий Чернышенко, фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков ҡотланы. "13 алтын миҙал - оло еңеү. Был уңыш - Рәсәйҙең алдынғы университеттары профессорҙары һәм ғилми мәктәптәренең таланты, тырышлығы һәм һоҡланғыс эше һөҙөмтәһе. Беҙ еңеүселәр һәм уларҙың остаздары менән ғорурланабыҙ! Был ҡаҙаныштар менән генә туҡтап ҡалмағыҙ һәм яңы үрҙәр яулағыҙ!" - тине Дмитрий Чернышенко. Олимпиадала Азербайжан, Әрмәнстан, Белоруссия, Бөйөк Британия, Иран, Италия, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Рәсәй, Үзбәкстан һәм Тажикстандың 24 юғары уҡыу йортонан бөтәһе 100 студент, шулай уҡ Төркмәнстандың 23 университетынан 150-нән ашыу студент ҡатнашты.

Ләйсән ЗАКИРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 24 - 30 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.10.25 | Ҡаралған: 389

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru