
Һауа торошо ҡояш нурҙары менән артыҡ иркәләмәһә лә, Өфө фән һәм технология университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында 20 октябрь көнө шатлыҡҡа, йылы осрашыуҙарға, хәтирәләргә бай булды. Сөнки тап ошо көндә Мостай Кәрим исемендәге фондтың 2025 йылғы гранттарын тапшырыу тантанаһы үтте.
Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала Фонд директоры Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова, ректор Вадим Петрович Захаров, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, шағирә Йомабикә Ильясова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар, журналистар, төрлө йылдарҙа Мостай Кәрим исемендәге грантҡа лайыҡ булыусылар, студенттар йыйылды. Шәхестәр Мостай Кәримгә ҡағылышлы йылы иҫтәлектәре менән бүлеште, байрам шатлығын уртаҡлашты, изге теләктәрен еткерҙе. Мәҫәлән, журналист Галина Ишмөхәмәтова ҡунаҡтарға Мостай Кәримдең Милли архивта һаҡланған 1955 йылғы Бөтә Союз яҙыусылары съезынан һуң яһаған сығышынан өҙөк уҡып ишеттерҙе. Был ҡыҫҡа ғына өҙөктә лә бөйөк яҙыусының үҙ ижадына ни тиклем талапсан булыуы, яҙыусы һөнәрен ҡоро һүҙ менән генә түгел, ә ысын эштәр менән биҙәргә әйҙәүе аңлашыла.
Республикабыҙға арҙаҡлы белгестәр биргән факультетта бөгөнгө көндә сит телдәр өйрәнеүгә ҙур баҫым яһала. Сарала Мостай Кәрим шиғырҙары башҡорт, урыҫ, ғәрәп, төрөк, ҡытай, корея, инглиз, француз, япон телдәрендә яңғырауы шуға ишара. Ә студенттарҙың һәр кемдең күңел түренә үтеп инерлек итеп, үҙебеҙҙең башҡорт телендә сәхнәләштергән "Туй дауам итә" пьесаһынан өҙөк күптәрҙең күҙҙәренә йәш эркелдерҙе.
Быйылғы грантҡа лайыҡ булыусылар - уҡыу алдынғылары, университеттың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәүсе Юлдаш Мусин һәм Илзидә Асаинова. Улар Мостай Кәрим фондына, Әлфиә Мостай ҡыҙына, факультетҡа булған сикһеҙ рәхмәттәрен белдерҙе. Сара аҙағында улар Мостафа Сафа улының ижады тураһында үҙ фекерҙәрен әйтеп үттеләр. Юлдаш Мусин: "Мостай ағай Кәрим минең өсөн ҙур өлгө булып тора. Уның биографияһын һәм әҫәрҙәрен уҡыһаң, үҙенең башынан үткәндәрен, кисергәндәрен яҙғанын аңлайһың. Уның әҫәрҙәрендә, беренсенән, көслө башҡорт рухы, икенсенән, беҙҙең кеүек йәштәргә бик тә кәрәк әхлаҡи һабаҡтар һүрәтләнгән. Шунын өсөн дә мин Мостай ағайҙы яратып уҡыйым һәм өйрәнәм", - тиһә, Илзидә Асаинова иһә: "Мостай Кәрим исеме - хикмәт, кешелеклек, һынмаҫ рух ныҡлығы һәм еребеҙгә, халҡыбыҙға, уның теле һәм мәҙәниәтенә ҡарата булған оло һөйөү менән һуғарылған айырым донъя ул. Уның шиғырҙарынан һәм прозаһынан беҙ йәшәйештең иң ауыр һорауҙарына яуаптар табабыҙ, һынауҙар алдында баш эймәҫкә, изгелеккә һәм ғәҙел булырға өйрәнәбеҙ", - тип бүлеште. Һәм уларҙың был фекерҙәре залға йыйылған йә бында булмаған йәштәрҙең дә, ололарҙың да күптәре өсөн ауаздаштыр.
"Грант алыусы йәштәр киләсәктә лә илебеҙ һәм халҡыбыҙ өсөн кәрәкле белгестәр булырҙар, бөйөк Мостай рухына тап төшөрмәҫтәр, үҙҙәренә күрһәтелгән ышанысты аҡларҙар, ә университетыбыҙҙың Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында Шәхестәр мәктәбе үҙ традицияларын дауам итер, тигән өмөттәбеҙ", - тип тамамланы һүҙен шағирҙың ҡыҙы.
Айһылыу ДАУЫТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 24 - 30 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА