«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һеҙ ниндәй китаптарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ, улар Өфөнөң Ленин урамындағы "Китап" магазинында бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИСЕК ИТЕП УИТКОФФ ЗЕЛЕНСКИЙҘЫҢ "ҠУЛЫН ШАҠАРҒЫЛАНЫ"?
+  - 

Ысынында иһә, улай уҡ булмаһа ла, АҠШ президенты илсеһе Стив Уиткоффтың шефы биргән йүнәлештә ныҡышлығы яҡшы мәғлүм. Быйыл ғына ла ул Рәсәйҙә биш тапҡыр булырға өлгөрҙө. Ҡайһы сәйәсмән-чиновник баҙнат итә ала әле үҙ эшмәкәрлегендә бындай фиҙаҡәрлеккә! Һәм ул һәр осрашыуында РФ Президенты Владимир Путин менән күҙмә-күҙ осрашып һөйләшә алды. 6 августа һуңғы килеүендә улар өс сәғәткә яҡын әңгәмәләште.

Аңлашылып тора ки: ҡаралған мәсьәләләр ҙә мөһим, көнүҙәк. Ә шулай ҙа һөйләшеү беренсе сиратта Украина конфликтын тыныс юл менән көйләү хаҡында бара. Рәсәй бындай һөйләшеүҙәргә әҙер булыуын һәр дайым ҡабатлап килһә лә, был бер яҡлы башланғыс менән генә бойомға ашырыла алмай. Ике арала ҡаңғыра торғас, ниһайәт, Аҡ йорт хакимиәте Киев режимына теш батырмаҡсы булды. Трамп Рәсәйҙең эске территорияларына һөжүм маҡсатында Киевҡа вәғәҙәләгән Томагавк ракеталарын биреү ниәтенән оҫта ғына ялтана алды һәм Зеленскийҙан конфликтты туҡтатыу буйынса килешеүгә барыуын талап итте. Бынан алда ғына, 16 октябрҙә, Владимир Путин менән телефондан һөйләшкәндә, Трамп Донецк Республикаһын Киев режимынан тулыһынса Рәсәй контроленә биреүҙе тәҡдим итте һәм шуның иҫәбенә Запорожье менән Херсон өлкәләренән баш тартыу ихтималлығын да белдерҙе, тип яҙҙы kommersant. Ru сайты һәм башҡа киң мәғлүмәт сығанаҡтары. Ә 17 октябрҙә Аҡ йортта Зеленскийҙы ҡабул итеп, Трамп, Украина конфликтын Томагавкыһыҙ ҙа көйләп була алыуға ышаныс белдерҙе. Бының менән Трамп Владимир Зеленскийҙың стартегияһын һындырҙы, тип яҙҙы "Страна.ru" баҫмаһы. Axios порталы белдереүенсә, ике аралағы һөйләшеү көсөргәнешле барҙы, ләкин иртәгәһенә Трамп Зеленский менән Донбасты Рәсәй контроленә ҡалдырыу тураһында һөйләшеү булмауын белдереп, был хаҡтағы рәсми хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡты, ә уның урынбаҫары вице-президент Джей Ди Вэнс Томагавк мәсьәләһенең әле хәл ителмәүе хаҡында әйтте.
Эйе, сәйәсәт шундай нәмә, ул көнләп түгел, минут һайын йөҙөн үҙгәртеүе мөмкин. Ә бына уларҙың осрашыуында ҡатнашҡан Уиткофф украин делегацияһын Донецкиҙы Рәсәй контроленә бирергә өгөтләй. Сөнки, ти ул, был төбәктә нигеҙҙә рус телле халыҡ йәшәй. Трамп ярҙамсыһының был мәсьәләлә айырата ныҡышмаллығын урындағы мәғлүмәт саралары, Киев режимына баҫым яһау, тип атай һалды. "Московский комсомолец" яҙып сыҡҡан әлеге "ҡул шаҡарыуҙар" тарихы бына шунан килеп сыҡты ла.
Ҡул шаҡарыу, тигәндән, Уиткофф барыбер -Трамп, ә Зеленский Макрон түгел бит. 13 октябрь Шарм-әш-Шәйех саммитында АҠШ президенты Эмманюэль Макрондың күрешергә һуҙған ҡулын ярты минуттай оҙаҡ ҡына шаҡарғылап тотоп торҙо һәм был француз лидерын ҡаушата төштө. Төркиә президенты Эрдоган иһә икенсе бер саммитта үҙен яурынынан ҡаҡҡаны өсөн әҙәпһеҙ Макрондың бармағынан эләктереп алды. Юғары даирәләрҙә лә тәрбиә һәм дистанция ҡағиҙәләрен белмәгән ҡайһы бер әҙәмдәрҙе бына шулай аҡылға ултырталар.
Үткән һанда ғына һүҙ алып барылған "билдәге балтаның" кәрәге тейеү ихтималлығы килеп тыуҙы тәки. The Times of Israel мәғлүмәт баҫмаһы хәбәренә ҡарағанда, ХАМАС тарафынан яңынан ут асыуға яуап итеп, йәнәһе, Израиль үҙенең Оборона армияһы (ЦАХАЛ) көстәренә Газа секторының көньяғындағы Рафах ҡалаһына авиаһөжүм итергә бойора, ләкин ХАМАС ике арала утты туҡтатыу тураһында килешеүҙе тотоуын белдереп, уны боҙоуҙа яуаплылыҡты, киреһенсә, Израиль иңенә ауҙара. Рафахты утҡа тотҡандан һуң Израиль яңынан тыныс килешеүгә ҡайтыуы хаҡында белдерҙе. Ике аралағы бына шундай тотороҡһоҙлоҡҡа нисек ышанмаҡ кәрәк? Әйткәндәй, Евросоюз менән НАТО ла һуғыш хөсөтөнән арына алмай. Рәсәйҙең Веналағы халыҡ-ара ойошмаларҙағы вәкиле Михаил Ульянов яҙыуынса, һуңғы өс йылда НАТО менән Евроберләшмә илдәре Украинаға һуңғы украин ҡалғанса ярҙам итәсәктәрен белдерә. Күптән түгел Брюсселдә булып үткән НАТО илдәре сит ил министрҙары осрашыуында ла альянс Рәсәйгә ҡаршы йүнәлеште йәйелдереү ниәтен раҫланы һәм Украинаға ла ошо йәһәттән баҫымды көсәйтә бара. Шул уҡ ваҡытта Евросоюз лидерҙары һуғыш идеяһы менән мауығып, көрсөккә килеп терәлгән үҙ илдәре проблемаларын онота.
Сәйәсәткә ҡағылмаһа ла, үткән аҙнаны шаулатҡан тағы бер хәбәр: көпә-көндөҙ Луврҙы талап сыҡҡандар! 19 октябрҙә һары төҫлө эш кейемендәге дүрт кеше, баҫҡыс ҡуйып, Париждың Лувр музейына тәҙрәнән үтеп инә һәм ете минут эсендә император Наполеон III менән уның ҡатынының зөмрәт-бриллиант гарнитурынан туғыҙ зиннәтле хазина: ике таж, алҡа, муйынса, брошка, диадеманы урлап сыға, ләкин ҡабаланыуҙары арҡаһында, императрицаның 1354 бриллиантлы, 56 зөмрәт ташлы тажы төшөп ҡала, ә бурҙар ҡеүәтле скутерҙарҙа тиҙ арала күҙҙән юҡ була. Фаразлауҙарынса, бында профессионалдар эш иткән. Был хәлде донъя мәғлүмәт каналдары быуат уғрылығы тип атаны ла инде.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 24 - 30 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.10.25 | Ҡаралған: 25

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru