«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һеҙ ниндәй китаптарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ, улар Өфөнөң Ленин урамындағы "Китап" магазинында бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨЛӘ БЕРЕНСЕҺЕ БУЛДЫ...
+  - 

Эйе, бынан 55 йыл элек Өфөлә тәүге башҡорт мәктәбе булараҡ барлыҡҡа килә Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы. Ошо йылдар буйына ул милли мәғарифҡа, республикабыҙға, халҡыбыҙға, туған телебеҙгә һәм рухыбыҙға арымай-талмай хеҙмәт итә. Гәзитебеҙҙең 39-сы һанында "һаны - егерменсе, асылы - беренсе" булған уҡыу йортоноң ветеран-уҡытыусылары иҫтәлектәре менән уртаҡлашҡайны. Ошо көндәрҙә үтәсәк юбилей тантанаһы алдынан Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сулпан Мәүләүи ҡыҙы УЙЫЛДАНОВАнан да белем усағының бөгөнгөһө тураһында бер кәлимә һүҙ әйтеүен һорап мөрәжәғәт иттек:

- Заман менән бергә атлай, заманса белем бирә, заманса фекер ҡора беҙҙең уҡыу йорто. Йәғни, гимназияла уҡыусыларға күп профилле урта белем биреү буйынса бай тәжрибә тупланған. Беҙҙә һәр уҡыусы теләгенә һәм һәләттәренә ярашлы билдәле бер уҡыу профилен һайлай ала, бында технология, социаль-иҡтисади һәм тәбиғи фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеү кластары булдырылған. Был кластарҙа уҡыусылар үҙҙәре һайлаған предмет буйынса ҡатмарлыраҡ программаларҙы үҙләштерә, улар өсөн ошо өлкәлә эшләгән эксперттар лекциялар уҙғара, өлкән кластарҙа уҡыусылар билдәле бер темалар буйынса проектлау эшмәкәрлегенә йәлеп ителә, даими рәүештә төрлө махсуслаштырылған саралар ойошторола.
Әйтергә кәрәк, Төп дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре барса предметтар буйынса уҡыусыларҙың белем сифатының яҡшыра барыуын күрһәтте, инглиз теле, туған тел, математика предметтары буйынса уртаса балдар юғарыраҡ булды. Һуңғы йылдарҙа БДИ һөҙөмтәләре лә ҡыуандырырлыҡ: эштәре юғары балл менән баһаланған уҡыусылар байтаҡҡа артты. Әлбиттә, улар Рәсәйҙең һәм республикабыҙҙың абруйлы юғары уҡыу йорттары студенттары булып китте.
Гимназистарыбыҙ йыл һайын уҡыусыларҙың Бөтөн Рәсәй олимпиадаларында әүҙем ҡатнаша. Һәләтле балаларҙың олимпиадаларҙа ҡатнашыуы уларҙың интеллектуаль үҫешенә булышлыҡ итә, киләсәктә билдәле бер һөнәр һайлау өсөн етди ерлек булдыра. Ошондай уҡыусыларыбыҙҙан технология буйынса олимпиаданың һуңғы этабы призеры Карина Гәрәеваны (10 класс), биология буйынса төбәк этабы еңеүсеһе Айзилә Әбделмөҡминованы (10 класс), тарих предметы буйынса төбәк этабы призеры Арыҫлан Шафиҡовты (11 класс), йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса төбәк этабы призеры Камила Әхмәтованы (11 класс), башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада призеры Камила Бикбулатованы (9 класс) билдәләп үтергә була.
Әлбиттә, уҡыу-уҡытыу процесында билдәле бер проблемалар ҙа килеп сыға: 2024 йылда өлгөрөштәре түбән булған уҡыусылар арҡаһында белем сифатының түбәнәйеүе күҙәтелгәйне. Бындай хәлдән сығыу маҡсатында айырым уҡыусылар менән индивидуаль эштәр, өҫтәмә занятиелар уҙғарыу юлға һалынды. Был йәһәттән һөҙөмтәләр күҙгә күренеп яҡшырҙы.
2024 йылда гимназия БР-ҙың Мәғариф һәм фән министрлығы Евразия ғилми-белем биреү үҙәге менән берлектә муниципаль уҡыу йорттары базаһында ойошторған предуниверсарийҙар селтәрен инициативалы бюджетлау проекттары конкурсында еңеп сыҡты. Предуниверсарий булдырыу буйынса Килешеү сиктәрендә гимназия "Өфө фән һәм технологиялар университеты" һәм иҡтисадтың ғәмәли секторы предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Беҙҙең партнерҙарыбыҙ гимназияла уҡыусыларыбыҙға һөнәри йүнәлеш биреү саралары уҙғарыу, педагогтарҙы һөнәри йүнәлеш эштәренә йәлеп итеү һәм гимназияны уҡыу материалдары менән тәьмин итеү менән шөғөлләнәсәк. Гимназиябыҙҙа уҡытыу процесы тәрбиә эштәре менән ҡуша алып барыла. МХО шарттарында патриотик тәрбиәгә иғтибар артты, уҡыусыларыбыҙ һәр даим яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам итеү акцияларында ата-әсәләре, уҡытыусылары менән бергә бик әүҙем ҡатнаша.
Гимназияла 2022 йылдан башлап Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙына арналған Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференциялар уҙғарылыуы беҙҙең бренд сараһына әүерелде. Мәҫәлән, Ф.Х. Мостафинаның тыуыуына 110 йыл тулыуға арнап, 2023 йылда Башҡорт теле көнөндә уҙғарылған конференцияла, Башҡортостан Республикаһы мәктәптәре вәкилдәренән башҡа, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Удмурт Республикаһынан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Ҡатнашыусылар гимназияға 600-ҙән ашыу эш ебәрҙе, 100 эш конференцияның аҙаҡҡы этабына тәҡдим ителде. Бындай һөҙөмтәле саралар яңы уҡыу йылында ла дауам итәсәк.
Уңайҙан файҙаланып, легендар уҡыу йортон тамамлап сыҡҡан меңәрләгән милләттәштәребеҙҙе, педагогтар һәм уҡыусылар коллективын, ата-әсәләрҙе ошо ҙур байрамға торорлоҡ ваҡиға - гимназияның 55 йыллығы менән ихлас ҡотлайым!

"Киске Өфө" гәзите, №42, 24 - 30 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.10.25 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru