
Республикала, бөтә илдәге кеүек үк, сит ил граждандарының һәм гражданлығы булмаған кешеләрҙең күбәйеүе теркәлә. Йыл башынан Башҡортостанға 140 меңдән ашыу мигрант килгән, тип билдәләнде Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында. Унда төбәктә миграция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һәм камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, былтыр 160 меңдән ашыу сит ил гражданы һәм гражданлығы булмаған кешеләр миграция иҫәбенә баҫҡан, ә ағымдағы йылдың 9 айында - 141 мең. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 18 меңгә күберәк. Бөтә мигранттарҙың 62 проценттан ашыуы республикаға эшкә килгән.
Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов һүҙҙәренсә, мигранттарҙың төп төркөмдәре - Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Әзербайжан, шулай уҡ виза илдәре (Һиндостан, Ҡытай, Төркиә, Мысыр) граждандары. Ирек Сәғитов, яҡшы уйланылған миграция сәйәсәте халыҡ һанының кәмеүен, эшсе көстәрҙең етешмәүен еңеп сығырға ярҙам итә һәм мәҙәни-ара бәйләнештәрҙе нығыта, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әммә, уның һүҙҙәренсә, граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм мәҙәни үҙенсәлекте һаҡлау өсөн легаль булмаған миграция каналдарын туҡтатыу һәм заманса контроль ысулдарын ҡулланыу зарур. Ул мигранттар араһында енәйәтселек кимәлен тулыһынса интеграциялау һәм төбәктәге йәшәү шарттарына яраҡлашыу юлы менән кәметеүҙең мөһимлеген айырып билдәләне.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 14 виза иленән 101 һөнәр буйынса сит ил хеҙмәткәрҙәре эшкә йәлеп ителә, улар - еңел сәнәғәт, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, тегенселәр, ташсылар, ҡош-ҡорт эшкәртеүселәр. Патенттар нигеҙендә республика компанияларында Үҙәк Азия - Үзбәкстан, Тажикстан һәм Әзербайжан илдәре - граждандары эшләй. БР буйынса Эске эштәр министрлығының Миграция мәсьәләләре буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың 9 айында эшкә 22 меңдән ашыу патент бирелгән. Патенттарҙан йыйылған һалымдар суммаһы 916 миллион һумдан ашҡан, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 2 процентҡа күберәк, тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов.
Ватандаштарға дәүләт ярҙамы программаһы сит илдәрҙән килгән кешеләргә республикаға күсергә ярҙам итә. Программа эшләгән 7 йыл эсендә республикаға 903 кеше килгән, быйыл унда 49 ватандашыбыҙ ҡатнашҡан.
Премьер-министр Андрей Назаров эшсе көстәр етешмәү проблемаһын төбәк өсөн көнүҙәк бурыс тип атаны. Бөгөнгө көнгә республикала 33 меңдән ашыу вакансия асылған һәм бер эшһеҙ гражданға уртаса 3 вакансия тура килә. Айырыуса төҙөлөш тармағында һәм производствола проблема киҫкенлеге һиҙелә, унда бер дәғүәсегә 7-9 вакансия тура килә. Хеҙмәт ресурстары дефицитын кәметеү маҡсатында Башҡортостандың эш биреүселәре сит ил хеҙмәткәрҙәрен әүҙем йәлеп итә, тип билдәләне ул. "Бөгөн миграция - ул һандар һәм рөхсәт мәсьәләһе генә түгел, ә иҡтисадты һәм йәмғиәтте үҫтереү өсөн ҡеүәтле ресурс. Беҙ сит ил белгестәре инвестиция проекттарында партнерҙар, бәләкәй һәм урта бизнес өсөн хәрәкәт итеүсе көс булып торған система төҙөйбөҙ, тик статистика ғына түгел. Мөһим бурыс - уларға үҙҙәрен йәмғиәтебеҙҙең бер өлөшө итеп тойорға, тиҙ яраҡлашырға һәм республика һәм ил тормошона үҙ өлөшөн индерергә ярҙам итеү", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса урындағы граждандар талап итмәгән республика предприятиелары һәм ойошмаларының буш вакансияларына сит ил хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү буйынса эште көсәйтергә, шулай уҡ алдағы биш йылға мигранттарҙы социомәҙәни яраҡлаштырыу буйынса саралар планын әҙерләүгә тотонорға ҡарар ителде.
Гөлфиә АКУЛОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 31 октябрь - 6 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|