«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн беҙҙең тормошобоҙҙа стресс сығанағы булырҙай ваҡиғалар күбәйҙе. Һеҙҙе нимә тетрәнеүҙәргә килтерә һәм был хәлдән һеҙ нисек арынаһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БУРЕВЕСТНИК" ҠАНАТ ҠАҒА
+  - 


Үткән йәкшәмбе иртә менән Рәсәй Президенты Владимир Путин Берләшкән ғәскәр төркөмдәренең идаралыҡ пункттарының береһендә булды һәм РФ Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы начальнигы Валерий Герасимов, шулай уҡ МХО-ла хәрәкәт итеүсе төркөмдәр командующийҙары ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе.

Кәңәшмәлә Генштаб начальнигы ядролы энергетик ҡоролмалы "Буревестник" ҡанатлы ракетаны һынауҙарҙың уңышлы тамамланыуы хаҡында хәбәр итте һәм һынау ваҡытында ракетаның 14 мең км араны үтеүе һәм 15 сәғәткә яҡын һауала булыуы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәре буйынса, "Буревестник" Ракетаға ҡаршы оборона системаларын урап үтә алыу мөмкинлеген күрһәтте. Владимир Путин яңы ҡоралды донъяла тиңе булмаған уникаль ҡоролма, тип атаны. "Беҙ бындай ҡорал эшләнеп ятыуы хаҡында белдергәс, юғары класлы һәм кимәлдәге белгестәр ҙә хатта яҡын киләсәктә бындай проектты бойомға ашырып булмаясағы хаҡында икеләнеүҙәрен белдергәйне",- тип хәтергә төшөрҙө Президент. Кәңәшмәлә Владимир Путин стратегик һөжүм көстәре күнекмәләре сиктәрендә ҡоралланыуҙың башҡа төрлө киләсәкле өлгөләренең дә һынауҙар үтеүе хаҡында белдерҙе һәм быларҙы илдең ышаныслы ядро ҡалҡаны булыуын, ядро ҡоралланыуҙарын туҡтатыуҙа башҡа ядро илдәрендә булмаған заманса көс икәнлеген әйтте.
Мәғлүм булыуынса, үткән аҙнаның 24 октябрендә РФ Президентының махсус вәкиле - Рәсәй Инвестициялар фондының генераль директоры Кирилл Дмитриев, күстәнәскә тышына Владимир Путин фотоһүрәте төшөрөлгән һәм уның "Рәсәй менән көс ярҙамында һөйләшеүҙән мәғәнә юҡ", тигән һүҙҙәре яҙылған сувенир ҡаплы шоколад кәнфиттәр алып, АҠШ-ҡа рәсми визит менән барҙы. Эш сәфәре Трамп менән Путиндың Будапешта планлаштырылған осрашыуының билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелеүе һәм Рәсәйгә ҡаршы санкциялар иғлан ителеү шарттарында барҙы. 23 октябрҙә, Трамптың ҡайтанан власҡа килеүенән алып тәүге тапҡыр, Рәсәйҙең ЛУКОЙЛ менән "Роснефть" компанияларына санкциялар индерелгәйне. Шундай шарттарҙа Дмитриев үҙенең визит маҡсатын Рәсәй-АҠШ диалогын дауам итеүҙә тип белдерҙе. Осрашыу барышында ул АҠШ вәкилдәренә РФ Президенты Владимир Путиндың, "конструктив һәм үҙ-ара ихтирамға ҡоролған һөйләшеүҙәр генә үҙ емешен бирә, ә инде Рәсәйгә баҫым яһарға маташыуҙарҙан мәғәнә юҡ", тигән ҡарашын еткереүе, Рәсәй иҡтисадының яҡшы хәлдә булыуы хаҡында һөйләүен әйтте. Украина конфликтының хәл ителеү мөмкинлеген Дмитриев уның тәү сәбәптәрен бөтөрөүҙә, тип аңлатты Америка коллегаларына. CNN телеканалына интервьюһында ул Рәсәйҙең дә Украина конфликтын мөмкин тиклем тиҙерәк тамамларға теләүе хаҡында һөйләне. Кирилл Дмитриевтың осрашыуҙар исемлеге иғлан ителмәһә лә, уның әңгәмәләштәренең береһе АҠШ президенты илсеһе Стив Уиткофф икәнлеге тураһында хәбәр итте ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары.
Ә Дональд Трамп иһә үҙ "репертуарында": ул яҡын араларҙа Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин менән планлаштырылған осрашыуында Ҡытайҙың Рәсәй нефтен алыуын кәметеүе мәсьәләһен күтәрмәксе. Ул шулай уҡ Һиндостандың Рәсәй нефтен һатып алыуҙы туҡтатырға әҙер булыуын белдерҙе, ләкин Пекин да, Дели ҙа Трамптың был "хыялын" бойомға ашырыуға ризалыҡ биргәндәре юҡ әле. Рәсәйҙең нефть килемдәрен сикләргә маташыу Американың беҙҙең илгә баҫым яһау ысулы, ләкин бынан кем күберәк зыян күрәсәк һуң? "Әгәр донъя баҙарында беҙҙең нефть һәм нефть продукттары күләме кәмеһә, хаҡтар артасаҡ. Был иһә нефть һәм нефть продукттарының, шул иҫәптән, бензин ҡойоу станцияларында ла, хаҡтарҙың ҡырҡа артыуына килтерәсәк һәм был хәл АҠШ-тың үҙенә лә ҡағыласаҡ", - тине Владимир Путин.
Әйткәндәй, бигерәк тә Германияның зыян күрәсәге фаразлана, сөнки көтмәгәндә "Роснефть"тең бүлендек предприятиеһы ГФР-ҙы ҙур күләмдә нефть продукттары менән тәьмин итеүе асыҡланды. Шунлыҡтан Германия канцлеры Мерц, "ярлыҡау" һорап, Америка алдында тик теҙләнмәй генә. АҠШ тарафынан "Роснефть"кә Германия өсөн нефть һатыуҙы ғәмәлдә ҡалдырырҙар, моғайын, тип өмөтләнә канцлер.
Шул уҡ ваҡытта Трамп ут күршеһе Канаданы ла тыныслыҡта ҡалдырмай: ул 26 октябрҙә Канаданың Онтарио провинцияһында Американың 40-сы президенты Рональд Рейгандың тарифтарҙы тәнҡитләүен рекламалаған 1987 йылғы телевизион ролик өсөн был илгә пошлинаны 10 процентҡа күтәрҙе. Онтарио премьер-министры Дут Форд шунда уҡ рекламаны туҡтатып, сауҙа һөйләшеүҙәренә әҙер булыуын белдерһә, ә бына Ҡытай делегацияһы АҠШ вәкиллеге менән һөйләшеүҙәрҙә үҙ иле мәнфәғәттәрен яҡлап ныҡ торҙо һәм һөҙөмтәлә ике яҡ та нигеҙ килешеүгә килә алды, тип яҙа kommersant.ru баҫмаһы. АҠШ менән ҠХР делегациялары күп мәсьәләләр, шул иҫәптән, экспорт контроле һәм пошлиналар, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән көрәш, сауҙа бәйләнештәрен үҫтереү буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙы. Ике яҡ та үҙ илдәре мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндерерлек һөҙөмтәләргә өлгәшеү юлдарын таба алды, тип белдерҙе ҠХР-ҙың коммерция министры урынбаҫары Ли Чэнган.
Хәбәр ителеүенсә, Украина армияһы составында һуғышыусы сит ил яллансылары күпләп һәләк була. Күптән түгел Рәсәйҙең "Герань" дрондары Украинаның Черноморск портындағы складтарҙы шартлатты. Һөҙөмтәлә көнбайыштан килтерелгән ҡорал юҡҡа сығарылған һәм юғары чиндағы НАТО вәкиле - Британияның хәрби кәңәшсеһе һәләк булған, тип хәбәр итә подполье координаторы Сергей Лебедь. Был шартлау ваҡытында шулай уҡ Британияның тиҫтәләгән ябай гражданы - Рәсәйгә ҡаршы һуғышырға килгән яллансылар ҙа юҡ ителгән. Асылда иһә, рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса уларҙың һаны меңдән ашыу, тип яҙа MKRU.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 31 октябрь - 6 ноябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.25 | Ҡаралған: 24

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru