«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЕР АҪТЫ БАЙЛЫҠТАРЫ ЯҢЫ ТӘРТИП БУЙЫНСА ФАЙҘАЛАНЫЛА
+  - 

Ошо көндәрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһына тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауға йүнәлтелгән мөһим закон проекты индерелде. Был закон өҫтөндә 2019 йылдан алып эшләйем. Ул рекультивация үткәреү өсөн гарантия рәүешендә Рекультивация фондына аҡса индермәйенсә, ойошмаларға файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға лицензия биреүҙе тыйыуҙы күҙ уңында тота.

Инициативаны формаль рәүештә генә индереү менән сикләнмәнек. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн иң тәүҙә федераль ведомстволар менән килешеү юлын эҙләнек. Ковид сикләүҙәре бөткәс һәм бизнес буйынса норматив документтар әҙерләнгәндән һуң, 2024 йылдың июленән федераль ведомстволар етәкселеге һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар менән тиҫтәләгән кәңәшмәләр, эшлекле һөйләшеүҙәр үткәрҙек. Был осрашыуҙар барышында киҫкен мәсьәләләрҙе хәл иттек. Әлеге закон Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй өсөн бик әһәмиәтле. Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу тамамланғандан һуң, ерҙәрҙе рекультивациялау йыш ҡына үткәрелмәй ҡала. Хозур болондар, ҡалын урмандар урынына тәрән соҡорҙар, вәхшиҙәрсә ҡырылған мөхит кенә тороп ҡала. Бесәнлектәр юҡҡа сығарыла, шишмәләр ҡорой, йылғалар бысрана, үҙәнен үҙгәртә - тәбиғәткә ҡот осҡос ҙур зыян килтерелә! Ғәмәлдәге нормалар буйынса, бындай ерҙәрҙе рекультивациялау бурысы муниципалитеттарға һәм ил субъекттарына йөкмәтелгән, әммә уларҙың был эшкә аҡсаһы юҡ.
Минең закон проектында тәҡдим ителгән механизм асылы ябай: ер аҫты ҡаҙылмалары менән файҙаланыуға лицензия алыу өсөн иң тәүҙә Рекультивация фондына аҡса күсерергә кәрәк. Был аҡсалар дәүләт банкында һаҡланасаҡ. Эштәр тамамланғас, аҡтарылған ер тәртипкә килтерелергә тейеш. Артабан Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, муниципаль берәмек һәм субъекттың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығындағы комиссия эштәрҙең сифатын тикшерәсәк. Әгәр рекультивация үткәрелмәһә йәиһә сифатһыҙ башҡарылһа, Фондтағы аҡса ерҙәрҙе тергеҙеүгә йүнәлтеләсәк.
Был намыҫһыҙ компанияларҙың эшмәкәрлегенә сик ҡуясаҡ. Минең фекеремсә, әгәр ҙә ойошманың Рекультивация фондына күсереү өсөн аҡсаһы булмаһа, уға файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу менән шөғөлләнергә ярамай. Эйе, әлеге мәлдә беҙгә ҡарата етди көстәр ҡаршы сыға, әммә был законды ҡабул итеү өсөн ныҡышмалы рәүештә эшләйәсәкбеҙ. Ошо закон проектының ҡабул ителеүе киләсәк быуындарға гүзәл тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, уңайлы йәшәү мөхите булдырыу мөмкинлектәрен бирәсәк.

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ,
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты.

"Киске Өфө" гәзите, №43, 31 октябрь - 6 ноябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.25 | Ҡаралған: 453

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru