«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн беҙҙең тормошобоҙҙа стресс сығанағы булырҙай ваҡиғалар күбәйҙе. Һеҙҙе нимә тетрәнеүҙәргә килтерә һәм был хәлдән һеҙ нисек арынаһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨС ЙЫЛҒА САТЫНДАҒЫ ҠАЛА, НИСӘ ЙӘШ ҺИҢӘ, ӨФӨ?
+  - 

Салауат Хәмиҙуллин: Шулай итеп, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыу датаһы XIX быуатта уҡ билдәле була. Тик 1573 йылда башҡорттарҙан кемдәрҙең ҡәлғә төҙөтөү инициативаһы менән Мәскәү хөкүмәтенә һәм, иң мөһиме, ни сәбәпле мөрәжәғәт итеүе билдәһеҙ ҡала. Батшаның Нуғай кенәзе Урус менән яҙышыуынан Башҡортостан үҙәгендә 1586 йылда Мәскәү батшалығы форпосы төҙөлөүен төбәктә сәйәси ситуацияның киҫкенләшеүе менән бәйләп аңлатып була.
1581 йылда атаман Ермак үҙенең легендар Себер походына китә. Бер үк ваҡытта Себер ханы Күсем ғәскәрҙәре Чердын һәм Соликамск өйәҙҙәренә һөжүм итә. Тарихсы Николай Карамзин ошо хаҡта былай тип яҙа: "…князь Пелымский с вогуличами, остяками, сибирскими татарами и башкирцами нечаянно напал на берега Камы, выжег, истребил селения близ Чердыни, Усолья и новых крепостей Строгановых…".
Булат Аҙнабаев: "Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалынғанға тиклем 100 йыл алдараҡ уҡ Себерҙә хакимлыҡ итеүсе ике йорт араһында етди сәйәси көрәш бара. Уларҙың береһе Сыңғыҙ хан нәҫеленән булып, Шибан ханға барып тоташа, шуға күрә хакимдарҙың ошо линияһын Себер Шибанидтары, тип атайҙар. Уларға дошман булған хакимдар династияһы Тайбуға кенәз вариҫтарына ҡарай. Заманында Сыңғыҙ хан алдындағы хәрби хеҙмәттәре өсөн уға Себер йорто бүләк ителә, был ерҙәр Шибанидтар йортонан төньяҡтараҡ урынлашҡан була. Ошо ҡаршы тороуҙа башҡорттар пассив позиция биләмәй: Урал аръяғы башҡорттарының бер өлөшө сәйәси ориентир итеп Шибанидтар линияһын һайлаһа, икенселәре Тайбуғаны һәм уның вариҫтарын үҙ итә.
Салауат Хәмиҙуллин: Табын, Һеңрән, Бәкәтин һәм башҡа бер башҡорт ырыуҙары Шибанидтарҙы үҙҙәре өсөн законлы династия тип таный һәм Күсем хан байрағын өҫтөн күрә. Салйоғот, Ҡатай, Ҡуңғрат кландары Мәскәү менән яҡынлашыу яғында торған Тайбуға нәҫеленән булған Себер кенәзе Йәҙегәрҙе (Едигер) һайлай. Нуғай урҙаһы хакимы кенәз Урус, Күсемдең союздашы булмаған хәлдә лә, Урал-Волга төбәгендә Мәскәү батшалығы йоғонтоһоноң көсәйеүен шулай уҡ өнәмәй. Шундай ҡатмарлы ситуацияла Мәскәү хөкүмәте, воевода Михаил Нагойға һәм уның отрядына ваҡытында ярҙам итә аласағына ышаныс булмағас, бер бәләкәй генә стрелецтар төркөмөн Башҡортостанға ебәрергә баҙнат итер инеме һуң?
Өфө ҡалаһынан 30 саҡрым алыҫлыҡта, Ҡырмыҫҡалы районында Салйоғот ауылы бар. Уның исеме Һалъюғут (Салжиут) йә иһә Һалъют (Салъют) тигән башҡорт ырыуы этнонимы менән бәйле, һалйоттарҙың тарихи йәшәү ареалы бынан алыҫ Урал аръяғында, атап әйткәндә, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы ерҙәренә ҡарай. Бындай топонимдың Башҡортостандың Урал алдына ҡараған тарафта ҡулланылыуы ошо кландың бынан байтаҡ алыҫ йылдарҙа миграцияға дусар ителеүе хаҡында һөйләй. Күсем хан менән көрәштә еңелгәндән һуң Салйоғот һәм Ҡатай кландарының Мәскәү менән килешеү яҡлы бер өлөшө Урал алды территорияһына күсеп китергә мәжбүр була.
Моғайын, тап улар 1573 йылда, рус гарнизонына һәр төрлө ярҙам итәсәктәрен вәғәҙә итеп, Өфө ҡәлғәһен төҙөтөү хаҡында мөрәжәғәт иткәндәрҙер.
Булат Аҙнабаев: Был үҙе бер ҙур уйынды хәтерләтә, бер нисә көс уның субъекттары булып тора. Был осраҡта беҙ бер-береһенә ҡаршы тороусы ике дошманды, мәҫәлән, Русь батшалығын һәм Нуғай урҙаһын, йә иһә Күсем ханды, уның вариҫтарын һәм шул уҡ Нуғай урҙаһын ғына күҙ уңында тотмайбыҙ. Ысынбарлыҡта бында бер юлы бер-береһенә дошман булған бер нисә субъектты атап үтергә була. Ватан историографияһында, ни сәбәптәндер, башҡорттарҙы ошо сәйәси бәрелештәр барышында зыян күреүсе итеп кенә ҡарау өҫтөнлөк итә. Әммә документтар башҡорттарҙың да ошо ваҡиғаларҙа үҙ ихтыяры менән ҡатнашҡан субъект булыуын дәлилләй. Шул уҡ Салйоғот һәм Ҡатай ырыуҙары башҡорттары аңлы рәүештә Мәскәү яҡлыларҙы үҙ итә. Быны уларҙың билдәле бер сәйәси принциптары булыуына дәлил итеп ҡарау фарыз. Уларҙың хакимы, йәғни сәйәси етәксеһе булған Йәҙегәр кенәз рус подданствоһын алған икән, уға үҙ ихтыяры менән буйһонған башҡорттар ҙа биргән анттарына тоғро ҡала.

(Дауамы. Башы 37-42-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №43, 31 октябрь - 6 ноябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.25 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru