«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БЕРӘҘӘК ХАЙУАНДАР ҺӨЖҮМЕ
+  - 

"Белеүемсә, былтыр Рәсәйҙә 27 кеше эттәр арҡаһында һәләк булған, меңәрләгән кеше яраланған, психик йәрәхәттәр алған. Бигерәк тә балалар өсөн бик ҡурҡыныс хәл тыуа. Ошо проблеманы юҡҡа сығырыу әмәле юҡмы ни?
Сәлимә И.
Көйөргәҙе районы".

- 2023-2024 йылдарҙа эттәрҙе аҫрау һәм уларҙың хужаларына яуаплылыҡты арттырыу тураһында закондар ҡабул ителде. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының субъекттарына был өлкәлә киң вәкәләттәр тапшырылды. Былтыр февралдә Дәүләт Думаһында ошо өлкәлә тәртип урынлаштырыу маҡсатында эшсе төркөм ойошторолдо. Аҙнаның һәр дүшәмбеһе йыйылып, проблемаларҙы тикшерәбеҙ, закон проекттары әҙерләйбеҙ. Федераль ведомстволар, Рәсәй субъекттары вәкилдәре, йәмәғәт ойошмаларын да был эшкә йәлеп итәбеҙ.
Бөгөнгә 22 закон проекты өҫтөндә эшләйбеҙ, бер нисәүһе Дәүләт Думаһына тәүге уҡыуға индерелде лә инде. Беҙ берәҙәк эттәрҙе тотолғандан һуң урамға кире сығарыуҙы тыйырға теләйбеҙ. Шулай уҡ иҫерек кешеләргә һәм 16 йәшкә тиклемге балаларға ҙур кәүҙәле, хәүефле тоҡомло эттәрҙе урамда үҙаллы йөрөтөргә ярамаясаҡ. Тағы ла йорт хайуаны юғалһа, хужаһы өс көн эсендә хәбәр итергә бурыслы буласаҡ. Шуны ла күҙ уңында тоторға кәрәк, "112" берҙәм номеры аша ҡарауһыҙ ҡалған хайуандар тураһында хәбәр итеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Ә бына йорт хайуандарын аҫрау ҡағиҙәләрен боҙған өсөн язалар ҡатыраҡ буласаҡ. Тағы ла бер яңылыҡ - берәҙәк хайуандарҙы ашатыу ҡәтғи тыйыласаҡ. Эттәрҙе маркировкалау (чиплау) юлы менән мотлаҡ иҫәпкә алыу ойоштороласаҡ. Фатирҙа йәки шәхси йортта аҫрауға рөхсәт ителгән эттәр һаны сикләнәсәк.
Рәсәй Енәйәт кодексының 109, 118, 245-се статьяларына үҙгәрештәр индереп, граждандарға тән йәрәхәттәре килтергән осраҡта эттәрҙең хужаларына енәйәт яуаплылығы көсәйтеләсәк.
Беҙҙең бурыс - йорт хайуандары менән эш итеү өлкәһендә лә тәртип урынлаштырыу. Кеше йәшәгән һәр ерҙә, ауылда булһынмы, ҡалаламы, берәҙәк хайуандар йөрөргә тейеш түгел.

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ,
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы.

"Киске Өфө" гәзите, №44, 7 - 13 ноябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.11.25 | Ҡаралған: 176

Киске Өфө
 
Һин нимә менән генә шөғөлләнһәң дә, ҡыйыулыҡ кәрәк. Сөнки һин нимә генә эшләмә, алға барыу өсөн ниндәй генә юлды һайлама, "Һин яңылышаһың" тип әйтә торған кеше барыбер осраясаҡ. Ауырлыҡтар булып тора, шуға ла һайлаған юлыңды тәнҡитләүсе менән тиҙ генә килешеүең дә бар. Үҙ маҡсатыңды булдырып, уға табан ныҡышмалы барыу өсөн дә ҡыйыулыҡ талап ителә. Донъяла күп еңеүҙәргә урын бар һәм ул еңеүҙәр һинең ҡыйыу эш итеүеңде көтә.

Ральф Эмерсон.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru