«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн беҙҙең тормошобоҙҙа стресс сығанағы булырҙай ваҡиғалар күбәйҙе. Һеҙҙе нимә тетрәнеүҙәргә килтерә һәм был хәлдән һеҙ нисек арынаһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЖМАХ БАҠСАҺЫН ЕРҘӘ ҮҪТЕР!
+  - 


Ағалы-ҡустылы дүрт туған аталарының ҡәберенә зыярат ҡылырға килгән. Уларҙы бер һорау борсоған: баҡыйлыҡҡа күскәс, ғәзиз кешеләренең рухы йәннәттәме, әллә тамуҡтамы.
Туғандарҙың теләге шул хәтлем көслө булғандыр, күрәһең, аталарының рухы, ни хикмәт менәндер, уларҙың алдына баҫҡан. Был мөғжизәгә иҫтәре киткән туғандар аптырау ҡатыш тәүге һорауын биргән: "Атай, йәнең йәннәттәме?"
- Эйе, уландарым, минең йәнем мөғжизәле ожмахта, - тип яуап биргән атай.
- Баҡыйлыҡҡа күскәс, беҙҙең йәндәребеҙ ҡайҙа эләгер икән - ожмахҡамы, әллә тамуҡҡамы? - тип һорарға ашыҡҡан улдары.
- Фани донъяла ни ғәмәлдәр ҡылдығыҙ? - тип, һорауға һорау менән яуап биргән рух.
Ир-азаматтар бер-бер артлы уның һорауына яуап биргән.
- Атай, мин ҙур ғәскәр башлығы дәрәжәһенә тиклем күтәрелдем, Тыуған илемде дошмандарҙан һаҡланым, - тип башлап киткән иң өлкән улы. - Ярлыларҙы һәм хәлһеҙҙәрҙе бер ваҡытта ла рәнйетмәнем, үҙ һуғышсыларымды ҡурсаларға тырыштым. Аллаһ Тәғәләнең барлығына инанып йәшәнем. Шуға күрә ожмахҡа эләгермен, тип уйлайым.
- Мин Аллаһ Тәғәләнең тәғлимәттәрен халыҡҡа тараттым, уларҙы изгелеккә өндәнем һәм ошо өлкәлә билдәле рухани булдым, шуға күрә, мин дә ожмахҡа эләгермен тип уйлайым, - тип яуап биргән икенсе улы. Өсөнсө улы былай яуаплаған:
- Мин билдәле ғалиммын. Кешеләрҙең йәшәйешен еңеләйтеү өсөн бик күп асыштар яһаным. Ғилем өлкәһендәге һәр асышым өсөн Аллаһҡа рәхмәттәр уҡыйым. Шуға күрә мин дә һис шикһеҙ ожмахҡа эләгергә тейешмен.
- Ә мин, атай, баҡса үҫтерәм, мул уңыш алыр өсөн тир түгәм, - тип башлаған һүҙен кесе улы. - Хеҙмәтем емешенән ағайҙарыма ла өләшәм. Яман уйҙарҙан йыраҡ йөрөргә тырышам, изге ғәмәлдәрҙе ихлас үтәйем һәм шуға күрә ожмахҡа эләгермен тип өмөтләнәм.
- Былай булғас йәндәрегеҙ йәннәттә буласаҡ, - тигән дә аталарының рухы, юҡтан бар булғандай, барҙан юҡҡа сыҡҡан.
Йылдар үткән. Туғандар үҙ үлемдәре менән үлеп, баҡыйлыҡҡа күскән. Тик ни ғәләмәт: ожмах баҡсаһында иң кесе ҡустыларының рухы пәйҙә булмаған. Өс туған аталарына өндәшкән. "Атай, әйтсе беҙгә, кесе ҡустыбыҙҙың рухын ниңә ожмах баҡсаһында күрмәйбеҙ? - тигән улар. - Ер үлсәме менән иҫәпләгәндә беҙҙең баҡыйлыҡҡа күсеүебеҙгә йөҙ йылдан ашыу ваҡыт үтте бит". "Бушҡа борсолмағыҙ, ҡустығыҙ ҙа ожмах баҡсаһында көн итә. Әле һеҙҙең арағыҙҙа булмауының сәбәбе ябай ғына: ул һаман да Аллаһ Тәғәлә менән мөғәмәләһен туҡтатмаған".
Ерҙәге ваҡыт үлсәме менән тағы ла бер быуат ваҡыт арауығы үткән. Өс туған ожмах баҡсаһында яңынан осрашҡан, әммә кинйә ҡустыларының рухы һаман да күренмәгән. Аптырауға ҡалған ағай-эне йәнә аталарына мөрәжәғәт иткән.
- Йөҙ йыл ваҡыт үтте, ә кинйә ҡустыбыҙ һаман да ожмахҡа күсмәй, ҡайҙа ул? - тип төбәшкән улар.
- Ул һаман да Аллаһы Тәғәлә менән һөйләшеүенән туҡтамаған, шуға күрә арағыҙҙа юҡ, - тип яуап биргән атай кеше.
- Ә ниңә беҙ уны күрмәйбеҙ? Ул ҡайҙа, Хоҙай менән нисек аралаша? - тип һораған туғандар.
- Ергә ҡарағыҙ, - тип яуап биргән аталары.
Өс туған ожмахтан ергә баҡҡан. Гөл-сәскәләргә күмелгән гүзәл баҡса күргән улар. Бәләкәй ҡустылары элекке кеүек һаман да ер эшкәртеүен, баҡса үҫтереүен дауам итә икән дә! Кинйәкәүҙәренең йөҙөнән йәшлек сатҡыһы һис тә һүрелмәгән. Янындағы кес кенә балаға ул ниҙер аңлата, баҡса үҫтереү нескәлектәрен өйрәтә. Сибәр ҡатыны атай менән баланың мөнәсәбәтенә һоҡланып ҡарап тора.
- Ниңә ул беҙҙең кеүек ожмах баҡсаһында түгел, ә һаман да ерҙәге баҡсаһында соҡсона? Хаҡ Тәғәлә алдында уның ни гонаһы бар? Әллә Хоҙай Йыһандағы йәшәү тәртибен үҙгәрткәнме? - Өс туған бер-бер артлы һорау яуҙыра башлаған.
- Юҡ, илаһи тәртип үҙ камиллығында. Кинйә ҡустығыҙҙың тәне лә, ҡартайып, бер нисә тапҡыр юҡҡа сыҡты. Әммә һәр йәндең ожмахы күңелендә йөрөй. Күңелендәген ул үҙ ҡулдары менән тормошҡа ашыра - үҙ ожмахын үҙе яһай. Бер-береһен яратҡан атай менән әсәй ҙә үҙ балаһын шулай хасил итә. Ҡустығыҙҙың йәне лә илаһи тәртип буйынса күптән ожмах баҡсаһына күсергә тейеш ине, әммә күңелендәге ожмах баҡсаһы булған ергә ул яңынан әйләнеп ҡайта.
- Атай, һин беҙгә, кинйә ҡустығыҙ Алла менән һөйләшә тигәйнең, әммә беҙ ҡустыбыҙ эргәһендә Уны күрмәйбеҙ, - тип, ағалары һорау алыуҙы дауам иткән.
- Иғтибарлыраҡ ҡарағыҙ, кинйә ҡустығыҙ Хоҙай тарафынан яратылғанды хәстәрләй, илаһи көс ҡөҙрәте менән барлыҡҡа килгән үләндәргә, емеш-еләккә, ағастарға йән өрә. Аллаһ Тәғәләнең матдиләшкән уй-хыялын һаҡлай. Хозур тәбиғәт, күркәм баҡса теле аша ул Хоҙай менән мөғәмәләгә инә.
- Атай, ә беҙҙең йәндәребеҙ үҙ тәненә яңынан ҡайта аламы?- тип һорарға ашыҡҡан өлкән туғандар.
- Һеҙҙең йәндәрегеҙ әле ожмах баҡсаһында. Кинйә ҡустығыҙ кеүек, берәй әҙәм балаһы ерҙә ожмах баҡсаһына хас баҡсаны үҫтерһә генә һеҙҙең йәндәрегеҙ ҙә үҙ тәненә әйләнеп ҡайтасаҡ.
- Ерҙәге гүзәл баҡсалар башҡаларҙың йәне өсөн үҫтереләме ни? Беҙ үҙ тәнебеҙгә яңынан ҡайтып, баҡса үҫтерә алмайбыҙмы ни? - тип, күҙ йәштәре аша һораған өс туған.
- Бындай мөмкинлек һеҙгә бер тапҡыр бирелгәйне, әммә һеҙ уны файҙаланманығыҙ, баҡса үҫтермәнегеҙ, - тип яуап биргән атайҙары.
- Атай, ә һин үҙең ерҙәге ожмах баҡсаһына ҡайта алаһыңмы? - тип һуңғы һорау биргән өс туған.
- Ерҙәге анау шау сәскәгә күмелгән алмағас төбөндәге сәңгелдәкте күрәһегеҙме? Минең йәнем сәңгелдәктә ятҡан бала тәнендә, сөнки кинйә ҡустығыҙ үҫтергән гүзәл баҡсалағы һәммә ҡиммәтте мин башлап үҫтерә башлағайным…

Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 7 - 13 ноябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.11.25 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru