«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн беҙҙең тормошобоҙҙа стресс сығанағы булырҙай ваҡиғалар күбәйҙе. Һеҙҙе нимә тетрәнеүҙәргә килтерә һәм был хәлдән һеҙ нисек арынаһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘСӘЛӘР КӨТӘЛӘР УЛДАРЫН...
+  - 

"Оло быуын кешеләренең теленән төшкәне булманы "Донъялар ғына тыныс булһын!" тигән һүҙҙәр. Донъяларҙа тыныслыҡ бөтөрөн, иңдәргә ошондай ҙа ауырлыҡтар ишерелерен һеҙ, оло быуын ҡатын-ҡыҙҙары, бынан 15 йыл элек үк һиҙгән булғанһығыҙҙыр ул: "Ағинәйҙәр ҡоро"на берләшеп, ауылдарыбыҙға ҡот ҡундырҙығыҙ, халҡыбыҙҙың иң матур йолаларын, кәсептәрен, милли кейемдәрен тергеҙеп, үҙ асылыбыҙға ҡайтыу кеүек изге башланғысҡа юл ярҙығыҙ. Һеҙһеҙ ҡалай ауыр булыр ине беҙгә..." - тип сығыш яһаны зыялы бер ир-егет оло йыйын ваҡытында.

"Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһына берләшкән оло быуын ҡатын-ҡыҙҙарының эшмәкәрлегенә оло баһаһы өсөн рәхмәт был ир-егеткә. Эйе, һуҡыр булмағандар күрер, һаңғырау булмағандар ишетер, аңлылар күтәрмәләр ағинәйҙәрҙең тиҫтәнән артыҡ йылдар атҡарған изге эштәрен. Уларҙың бөгөн бар халыҡ ҡушылған "фронтҡа ярҙам" хәрәкәтен йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләүҙән башлауын, артабанғы кәсеп-ғәмәлдәре исемлеген һанап тормаҫҡа ла була, улар һәр кемдең күҙ алдында. Иң мөһиме, аралашыу, берләшеү кеүек иң ҡиммәтле йәшәйеш ҡағиҙәһе ныҡлап урын алды тормошобоҙҙа: йәмғиәтебеҙҙең битараф булмаған ағзалары, ирекмәндәре, ағинәйҙәр менән бергә мәҙәниәт усаҡтарында гуманитар ярҙам әҙерләй, төрлө саралар үткәрә, ҡайғы-шатлыҡ уртаҡлаша...
Ошо көндәрҙә Учалы районының Килмәк ауылы ағинәйҙәре "Ир егеттәр ил һағында" исемле сараға саҡырҙы Рафиҡ, Миндәк, Зәйнәкәй, Ҡобағош, Баттал, Ураҙ, Балбыҡ, Әүеш, Мансур, Рысай, Көсөк-Маяҡ ауылдары ағинәйҙәрен һәм ирекмәндәрҙе. Район "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева бындай сараларҙың темаһын һәм нисек әҙерләнергә икәнен, ғәҙәттә, алдан билдәләй. Был юлы ағинәйҙәр алдына үҙ ауылдарының МХО-ла ҡатнашҡан ир-егеттәре тураһында һөйләгән альбом төҙөргә, яу яланында ғүмерҙәре өҙөлгәндәр хаҡындағы хәти-рәләре менән уртаҡлашырға тигән маҡсат ҡуйылған. Маҡсат еренә еткереп үтәлде. Сара иҫ киткес тәрән тәьҫораттар ҡалдырҙы. Һалдат әсәләренең, һалдат ҡатындарының һәр һүҙе йөрәккә уйылды. Әлбиттә, кемдең үҙ ғәзизен, үҙ балаларының атаһын утҡа тыҡҡыһы килһен, әммә әсәһенең дә, ҡатынының да ризаһыҙлыҡ, икеләнеү белдереүе ғаилә башлығын ҡарарынан туҡтата алмаған. "Был яуға мин бармаһам, кем бара?", "Махсус хәрби операция мәлендә һин ни эшләнең, атай?" тип һорар бит балаларым, мин ни тип яуап бирермен?", "Был мәхшәр ҙә тамамланыр, унда хеҙмәт иткән ауылдаш егеттәр әйләнеп ҡайтыр, улар менән нисек аралашырмын?" Яугир уландарҙың әсәләренә, ҡатындарына яуабы ошондай була. Эйе, башҡорт арыҫландары башҡаса булдыра алмай шул..
Һәр сығыш, бигерәк тә яуҙа йөрөгән егеттәрҙең әсәләре һөйләгәндәр тетрәндерҙе. 1 йыл да 3 ай ҙа 18 көн. Ураҙ ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Гөлнур Сабирова Торский ҡалҡыулығын алғанда хәбәрһеҙ юғалған улы Русланды бына шулай көндәрен һанай-һанай көтөүен бәйән итте. Һәм балаларын көткән әсәләрҙең кисерештәрен, күңел торошон сағылдырған ошо шиғырҙы һөйләп ишеттерергә лә үҙендә көс тапты:
Ниндәй һүҙҙәр менән йыуатырға
Яуға киткән һалдат әсәһен?
Ҡулдан килһә, шатлыҡ төҫөн сигеп,
Бәйләр инем йөрәк яраһын.
Тылсым ингән бармаҡ осом менән
Һаҡ ҡағылып маңлай һырына -
Көйләр инем ҡайғы баҫҡан көйҙө...
Юҡ икән шул ундай йыр ғына.
Таң атҡанда ысыҡ һыуын йыйып,
Йыуһам әгәр йәшле күҙҙәрен -
Уятырмы өмөт күңелендә
"Бар ҙа үтер..." тигән һүҙҙәрем?
Көс-ҡөҙрәтем булһын ине лә һуң,
Туҡтатырлыҡ ерҙә һуғышты-
Бар йыһанды урап сығыр инем,
Юллайым тип тыныс тормошто.
Нисек итеп йыуатырға икән
Ҡайғы баҫҡан һалдат әсәһен...
Булмаҫтыр ул!
Тынысланыр өсөн
Кәрәк уға ҡосоу балаһын!..
...Ауылдаштарҙың, яҡташтарҙың йылы һүҙҙәр менән иҫкә алыуҙарына ил азатлығы өсөн ҡорбан булған яугирҙарҙың рухтары шатланғандыр, әсәләрҙең йөрәктән сыҡҡан иң изге теләктәрен Хоҙай Тәғәлә ҡабул иткәндер, тип ышанып, Килмәк ауылы ағинәйҙәренә рәхмәтле булып таралышты ҡунаҡтар.

Гөлбаныу ГӘРӘЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 7 - 13 ноябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.11.25 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru