
Үткән йәкшәмбе Рәсәйҙең "Үҙәк" төркөмө подразделениелары Донецк Республикаһының Красноармейск тораҡ пунктында ҡаланың төньяҡ-көнбайыш һәм көнсығыш кварталдарында ҡамауҙа ҡалған Украина Ҡораллы көстәре ғәскәрҙәренең блокаданы йырып сығырға маташыуына юлды өҙҙө һәм утыҙлаған украин һалдаты менән уларҙың хәрби техникаһын юҡ итте.
Артабан дошман оборонаһы эсенә үтеп инеүҙе дауам итеп, Донецк Республикаһының Артемовка, Родинское, Октябрьское, Яңы Александровка һ.б. тораҡ пункттарында, шулай уҡ Днепропетровск өлкәһе төбәктәрендә тағы ла дүрт механизациялы, десант-штурмлаусы, ике егерь һәм штурмлаусы полк менән диңгеҙ пехотаһы бригадаһы, ике милли гвардия көстәренә һөжүм итте, 6 атаканы кире ҡаҡты. Сумы һәм Харьков өлкәләрендә ВСУ көстәре ваҡытлыса урынлашып тороу пункттары итеп аңлы рәүештә мәктәп биналарын һәм торлаҡ йорттар араһын һайлай. Пленға төшкән боевик Антон Чернявский һөйләүенсә, мәктәптәрҙең спорт залдары казармаға әйләндерелгән. Ошондай юл менән дошман ғәскәрҙәре тыныс граждандар артына боҫоп, ҡотолоп ҡалырға уйлай. Был әхлаҡһыҙлыҡ, ти тотҡон.
Шулай уҡ плендағы икенсе бер боевик Александр Самодай Украина командованиеһының ябай һаладаттарҙы кешегә лә иҫәпләмәүҙәре хаҡында һөйләй. Боевиктар фронттың алғы һыҙығына ебәрмәһендәр өсөн командирҙарға үҙҙәренең эш хаҡын түләргә мәжбүр. Украина армияһында коррупция киң таралған. Марьян Мороз исемле боевик һөйләүенсә, ул үҙенең бөтөн аҡсаһын командирына биреп торған һәм аҙаҡ иҫәпләүенсә, ришүәт өсөн 8 мең доллар аҡсаһы киткән, шуға ҡарамаҫтан, уны барыбер, һалдат үҙе әйтеүенсә, "бер граната менән" һуғыштың иң ҡыҙыу нөктәһе - Сумы өлкәһенә ебәрәләр. Ләкин украин һалдаты һуғышырға теләмәй, һәм ул беҙҙең ғәскәрҙәргә бирелеүҙе өҫтөн күрә.
Коррупция тигәндән, үткән аҙнала Украинала ошо йәһәттән ғауға ҡупты: илдең Коррупцияға ҡаршы прокуратураһы менән Коррупцияға ҡаршы милли бюро Владимир Зеленскийҙың яҡын әшнәләрен энергетика өлкәһендә 100 млн доллар дәүләт аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләне. Тентеү ваҡытында сит ил валютаһы менән тыңҡыслап тултырылған сумка табыла, ундағы аҡсаның иҫәбен әлегә әйтмәйҙәр. Һөҙөмтәлә биш кеше ҡулға алына, ә бына енәйәти пландарҙың идеологы, бөтөн ҡырын эштәрҙе ойоштороусы һәм халыҡ араһында "Зеленскийҙың кәшәлүге" ҡушаматлы бизнесмен Тимур Миндич менән финансист Александр Цукерман тентеүҙәр алдынан ғына Израилгә ҡасып өлгөрә. Зеленскийҙың ярҙамсылары бөтөн ғәйепте Миндич өҫтөнә япһарырға итһә лә, Financial Times гәзите яҙып сығыуынса, халыҡ алдында Киев лидерының үҙенә лә яуап тоторға тура киләсәк, сөнки ошоға тиклем дә Зеленскийҙың ҡырын-мырын эштәре хаҡында хәбәрҙәр таралған була. Ә бына был хаҡта Европа элитаһы менән АҠШ президенты Дональд Трамп нимә тиерҙәр - әлегә билдәһеҙ.
Үткән шәмбелә Киевтың үҙәк майҙанында ошо хәл айҡанлы Зеленскийға һәм власть эшелондарында коррупцияға ҡаршы митинг булып үтте. Украина Радаһы депутаты Ирина Геращенко әйтеүенсә, Киев был хәлдән һуң Көнбайыш ярҙамынан ҡолаҡ ҡағыуы бик ихтимал. Австралиялағы бойондороҡһоҙ Conversation баҫмаһы, Украинала энергетика өлкәһендәге коррупция ғауғаһы Зеленский өсөн ваҡытһыҙыраҡ - Украина Ҡораллы көстәренең фронттағы еңелеүҙәре һәм украин энергетика объекттарының Рәсәй һөжүменән һуңғы эшлектән сығыу осорона тура килде, тип яҙып сыҡты. Украин олигархы Игорь Коломойский (Росинмониторингтың террористар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән) Украина президенты Владимир Зеленскийҙың сәйәси карьераһы ахырын фаразлай. Тап ошо мәлдәрҙә Киевҡа килгән Die Welt хәбәрсеһе Кристоф Ваннер фекеренсә, Киев, ысынлап та, Зеленский өсөн хәүефле урынға әүерелде. 16 ноябрҙә Францияның сит ил эштәре министры Жан-Ноэль Барро белдереүенсә, әгәр Украина Евросоюз ярҙамына иҫәп тота һәм уның составына инергә теләй икән, коррупция менән аяуһыҙ көрәшергә тейеш. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, шул көндө үк Финляндия, Дания, Эстония, Исландия, Латвия, Литва, Норвегия һәм Швеция НАТО һәм АҠШ башланғысы сиктәрендә Украинаға "инселәнгән" 500 млн доллар ярҙам пакетын хуплауҙарын белдерҙе.
Башҡа ҡайһы бер темаларға хәбәрҙәрҙән. Мәғлүм булыуынса, 3 ноябрҙә үк әле АҠШ президенты Трамп Штаттарҙың ядро һынауы үткәрергә ниәтләүе хаҡында белдергәйне. Шуның менән бергә ул үҙенең бындай ниәте өсөн яуаплылыҡты, йәнәһе лә, улар үҙҙәре лә бындай һынауҙар үткәрә, тип, Рәсәй менән Ҡытайға япһарҙы. Ләкин был ысынбарлыҡҡа тап килмәй, тип яҙа АиФ гәзите үҙенең "Рәсәй АҠШ провокацияһына бирелмәйәсәк" тигән күҙәтеү материалында. Ҡытай иң һуңғы һынауҙарҙы - 1996-ла, ә Рәсәй һуңғы тапҡыр уны совет осоронда уҡ - 1990 йылда үткәрҙе. РФ Хәүефһеҙлек советы ултырышында Владимир Путин Рәсәйҙең ядро һынауҙарын АҠШ һәм башҡа илдәр башҡарған хәлдә генә үткәрәсәге хаҡында белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта президент Сит ил эштәре, Оборона министрлыҡтарына, махсус хеҙмәттәргә һәм граждандар ведомстволарына ядро ҡоралын һынауҙарға әҙерлек ихтималлығы хаҡында тәҡдимдәр индерергә ҡушты һәм Рәсәйҙең Ядро һынауҙарын тыйыу хаҡындағы килешеүҙән тайпылмаясағын әйтте. Ә бына Трамп һәм уның командаһының 3 ноябрҙәге белдереүе ысынлап та нигеҙлеме һәм ул планлаштырыламы, юҡмы - улар тарафынан бер ниндәй аңлатма булманы. Шулай ҙа Рәсәйҙә бындай хәлдәргә лә әҙер булырға хәл ителде, юғиһә, АҠШ һуңғы ваҡытта агрессив холҡон күрһәтә башланы. Мәҫәлән, Трамп Венесуэлала хәрби операция ихтималлығын ҡарауын белдерҙе.
Telegram-канал таҫмаһынан бер хәбәр: рәсәйҙәрҙең 2008 йылда Египетта һатып алған элиталы фатирҙарын тартып алғандар. Был торлаҡ комплексы алып ултырған ер урындағы Housing and Development банкы милкендә булған. Торлаҡ комплексы хужаһы үлгәс, уның банк алдында бурыстары ҡалған. Судтан һуң банк фатирҙарҙың йоҙаҡтарын алмаштырып, уның хужаларын ҡыуып сығарған. Был хәл "Ер кемдеке булһа - ел шуныҡы, бей кемдеке булһа - ил шуныҡы" тигән халыҡ аҡылын иҫкә төшөрҙө. Ысынлап та, еренән айырылған - елгә осҡан...
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 21 - 27 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА