«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн финанс белеменә эйә булыу, аҡса тотона белергә өйрәнеү бик мөһим, тигәнгә фекерегеҙ нисек?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘРБИӘ ҺАБАҠТАРЫ ЭПОСТА ИНДЕ
+  - 


Республика райондарында, ҡалаларында мәктәп балалары араһында "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү конкурстары уҙғарылып тора. Ошо бәйгеләр аша "Урал батыр" эпосы - йәш быуынды тәрбиәләүҙә иң ҡеүәтле, үҙенсәлекле халыҡ педагогикаһы икәне ныҡлап раҫлана хәҙер.

Мәңгелек ҡиммәттәрҙең асылына төшөндөргән, донъяны бары тик изгелек, рухи берҙәмлек ҡотҡарыуына инандырған эпосты балалар-йәштәр генә түгел, ә был әҫәрҙе әкиәт итеп кенә уҡып үҫкән оло быуын вәкилдәре лә өйрәнергә бурыслы, тигән урынлы һүҙ күтәргәйне быйыл Учалы ағинәйҙәре һәм "Урал батыр" эпосы буйынса бәйге башлап ебәргәйне. Шунан һуң башҡа райондарҙа ла дауам итте был матур йола - эпосты яңынан уҡып, ундағы хәҡиҡәти һүҙҙе ныҡлап аңға һеңдереп, яттан да һөйләп бәйге тоторға саҡырыуҙар.
Ошо көндәрҙә Ишембай районы һәм ҡалаһының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ла ошондай бәйгегә йыйылды. Район хакимиәтенең мәғариф идаралығы менән берлектә ойошторолған сарала Кинйәбулат, Маҡар, Түбәнге Әрмет, Әхмәр, Ҡанаҡай, Ҡолғона, Байғужа, Ишәй, Смаҡай, Үрге Этҡол, Урманбишҡаҙаҡ ауылдарының, Ишембай ҡалаһының үткер һүҙле, отҡор зиһенле ағинәйҙәре һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төркөмдәре эпостың алдан билдәләнгән бүлектәрен сәхнәләштерҙе. Халҡыбыҙҙың сәсәнлек йолаларын тергеҙеп, сәхнәлә кем уҙарҙан бәйге тотто ағинәйҙәр. Уларҙың сығыштары аша эпоста сағылдырылған хәҡиҡәт - Урал батырҙың үткән юлы, шул юлда үҙләштергән ғилем-аҡылы, батырлығы, Шүлгәндең яуызлыҡ юлын һайлауының сәбәбе, Уралдың кешелеккә ҡалдырған васыяттары күҙалланғандай булды.
"Урал батыр" эпосын яттан башҡарыусы йә сәхнәләштереүсе ағинәйҙәрҙе абруйлы жюри ағзалары - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәрйәм Солтанова, "Ағинәй" республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова, педагогия фәндәре кандидаты Гөлнур Аҙнабаева, муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илшат Исмәғилев, Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Салауат Солтанморатов, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фаягөл Әмирханова һәм Үҙәк биләмә-ара китапхана хеҙмәткәре Миңзилә Мырҙабаева баһаланы.
- Райондан "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә барлығы 14 ағинәйҙәр коллективы ҡатнашты. Улар был сараға етди әҙерләнгән, күптәре сәхнә костюмдарын үҙ ҡулдары менән теккән. Сығыштарҙы баһалағанда сәхнәләштереү, яңғыҙ йәки коллектив башҡарыу кеүек критерийҙар күҙ уңында тотолдо, - тип ихлас уртаҡлашты Ишембай районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Аҙнабаева. - Ҡатмарлы заман булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн ауылдарҙа халыҡ йолаларын ҡәҙерләп һаҡлаған һәм киләсәк быуынға еткергән ағинәйҙәрҙең булыуы ҡыуаныслы күренеш. Дөйөм әйткәндә, бөгөн ағинәй тел, ғөрөф-ғәҙәт, халыҡ именлеге һағында һәм киләсәк быуын хәстәрлегендә тороусы кеше ул. Халҡыбыҙҙың тәрәбиә мәктәбен тергеҙеүгә "Урал батыр" эпосы ярҙам итә лә инде уларға.
Бәйгелә сығыш яһаусы коллективтарҙың һәр береһе рухлы сығышы менән һоҡландырҙы һәм тамаша ҡылыусылар, жюри ағзалары һәр сығыштан һуң "Афарин!" тип йомғаҡ яһаны. Кинйәбулат ауылы ағинәйҙәре, мәҫәлән, районда иң оҫта, иң талантлы бәйге тотоусылар тип танытҡан инде үҙен. Шуға ла уларҙың был юлы ла бик шәп сығыш яһауы көтөлгән хәл ине. Ә бына Әрмет ауылы коллективының сығышы һәр кем өсөн көтөлмәгән ваҡиға булды, тийәйемме. Эпостың үҙҙәренә тәғәйен өлөшөн шул тиклем шәп сәхнәләштерҙе улар! Әрметтәрҙең сәхнә костюмдары ла, ролдәрҙе башҡарыу алымы ла, 33 йыл физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Әнүр Кәримовтың Урал батыр образын һынландырыуы ла бик үҙенсәлекле килеп сыҡты. - Беҙ Үрге һәм Түбәнге Әрмет ауылдарынан сәхнәгә 16 кеше сыҡтыҡ. Бөйөк эпосты башҡарыусылар араһында мәктәп уҡытыусылары һәм тәрбиәләнеүселәре, мәҙәниәт йорто, китапхана, почта хеҙмәткәрҙәре, янғын хәүефһеҙлеге һағында тороусылар бар, - тине әҫәрҙе сәхнәгә сығарыусы режиссер Фәрзәнә Ғиззәтуллина. - "Урал батыр" эпосын сәхнәләштереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индереүгә бик шатбыҙ. Беҙгә әҫәрҙең 323-сө юлынан 645-се юлына тиклем ятларға бүлеп бирелгәйне. Әлбиттә, ҡытыршылыҡтар булманы түгел. Шуның өсөн дә конкурс хаталар өҫтөндә эшләп, камиллыҡҡа ынтылыу сараһы бит ул. Костюмдарға килгәндә, уларҙы Әрмет ағинәйҙәре етәксеһе Йәмилә Ғөбәйҙуллина әҙерләне. Музыкаль яҡтан Түбәнге Әрмет мәҙәниәт йорто мөдире Фәүзиә Абрар ҡыҙы яуаплы булды. Беҙ барыбыҙ ҙа ошо саранан оло ҡәнәғәтлек алдыҡ...
Маҡар ауылы ағинәйҙәре Урал батырҙың йылан илендәге мажараларын сәхнәләштергәйне, уларҙың сығышы иң юғары баһаға - Гран-приға лайыҡ булды. "Иң яҡшы режиссура" номинацияһы ла Маҡар ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Лилиә Һиҙиәтоваға тапшырылды.
Жюри баһаламаһынан сығып, беренсе урынға Кинйәбулат һәм Әрмет ағинәйҙәре лайыҡ булды. Икенсе урынды ҡолғоналар, байғужалар яуланы. Өсөнсө урында - Ҡанаҡай, Смаҡай ауылдары, Ишембай ҡалаһы ағинәйҙәре. Ҡанаҡай ауылынан Рәзилә Әминева эпостан 210 юл ятлап, яңғыҙ башҡарыусылар араһынан еңеүсе булды.
- Улым менән "Урал батыр" әҫәрен 4-се кластан ятлай башланыҡ. Артабан ул уҡыуын Стәрлетамаҡ ҡалаһы 2-се лицейҙа дауам итте, ләкин эпосты бергәләп ятлауҙан туҡтаманыҡ. Өс йыл элек дауаханала ятҡанда, ваҡыт үтә торһон, тип, әҫәрҙән юлдарҙы ятлап барҙым. Ағинәйҙәр араһында бәйге ойошторолғанын белгәс, ятланғандарҙы иҫкә төшөрөп нығытып ҡуйыуы еңел булды, - тип уртаҡлашты Рәзилә апай.

Шулай итеп, милләтте милләт итеп танытҡан күрһәткес - ул туған тел. Һутлы туған телдә яңғыраған, символик образдарға бай, донъяуи ғына түгел, космоэнергетик проблемалар ҙа сағылдырылған "Урал батыр", "Аҡбуҙат", "Заятүләк һәм Һыуһылыу" кеүек эпостарыбыҙ йәшәй икән, беҙ асылыбыҙҙы юғалтмаясаҡбыҙ, ин шаа Аллаһ.

Айһылыу ВАХИТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 21 - 27 ноябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.11.25 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru