«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

СЕБЕНДЕҢ БЕР ҠАНАТЫНДА - АУЫРЫУ, ИКЕНСЕҺЕНДӘ – ДАУА
+  - 

Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис үә сәлләм әйткән: "Әгәр бер һауытҡа себен төшһә, кеше шул себенде тәүҙә батырып алһын, һуңынан ғына алып ырғытһын үә ашын ашаһын. Дөрөҫлөктә, уның бер ҡанатында ауырыу булһа, икенсеһендә дауаһы" (Бохари йыйынтығынан).

Был хәҙисте күптәр аңламай. Хатта муғтәзилиттәр ваҡытында "Аллаһ илсеһе Мөхәммәт яңылышҡандыр", тип уйлағандар. Әле лә күптәр был юлдарҙы уҡығас, "Себен төшкән аш-һыуҙы нисек ашарға була?" тип аптырай. Ҡасим университетының микробиолог-талиптары Бәйғәмбәрҙең һүҙҙәрен тәжрибә ярҙамында һынап ҡарай. Таҙа (стериль) һыуға себенде яртылаш төшөрөп үә тулыһынса сумырып, һыуҙарҙы Петри һауыттарына һалалар. Себен яртылаш сумырылған Петри һауытында кеше өсөн хәүефле сальмонелла, стафилококк һәм башҡа бактериялар булыуы асыҡлана. Ә икенсеһендә, себен тулыһынса сумырып алынған Петри һауытында, бактерия түгел, ә антибиотик эшләгәндә ҡулланылған актиномицет булыуын күрәләр. Эксперимент Бәйғәмбәребеҙҙең хәҙисен иҫбатлай.
Доктор Мөхәммәд әс-Сәмәхи, тикшереү үткәреп, себен эсендә күҙәнәктәр (продольные дрожжевые клетки) барлығын асыҡлаған. Ул күҙәнәктәр һыуһыҙ хәрәкәткә килмәй, ә шыйыҡсаға барып эләгеү менән бөтә зарарлы бактерияларҙы юҡ итә. Шуға күрә себен бысраҡ урында йөрөһә лә, үҙе ауырып үлмәй. 1932 йылда, Һиндостанда ваба киҙеүе барса халҡын үлтереп бөтә яҙғанда, бер ауыл халҡы ғына һаҡланып ҡалған. Ғалимдар ауыл халҡын тикшергәс, уларҙың себендәр йөҙөп йөрөгән ҡоҙоҡтан һыу эсеүен белгән. Шул һыу уларҙы ҡотҡарып ҡалған да инде.
Был феноменды Австралиялағы Маккуори университеты профессоры Энди Битти ҙа тикшергән. Тикшеренеүҙәр шуны күрһәткән: себендә, уны һыуға сумырғанда, бактериофаг бүленеп сыға. Ул бактериофаг башҡа зарарлы бактерияларҙы ашай. Бактериофагтың ҙурлығы - 20-25 микрон, уны үтә көслө микроскоптар аша ғына күрергә мөмкин. Себен бактериофагтарынан бик көслө антибиотиктар ҙа эшләй башлағандар.
Быларҙы бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис үә сәлләм нисек белгән, тигән һорау тыуыр. Ябай кеше түгел, хатта ғалимдар ҙа бактериофагтар барлығын яңы асыҡланы бит. Әлбиттә, уның белеме - Аллаһтан.

"Киске Өфө" гәзите, №46, 21 - 27 ноябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.11.25 | Ҡаралған: 190

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru