«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн финанс белеменә эйә булыу, аҡса тотона белергә өйрәнеү бик мөһим, тигәнгә фекерегеҙ нисек?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАҒЫ БЕР ХӘСТӘРЛЕК
+  - 

Өфө ҡалаһының Совет районында урынлашҡан 249-сы Башҡорт балалар баҡсаһы 1973 йылда асыла һәм матур, итәғәтле балалар тәрбиәләү эшенә тотона. Туған телгә һөйөү, башҡорт мәҙәниәтенә тәрән хөрмәт менән ҡарарға өйрәтеү - был балалар баҡсаһы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе.

Бөгөн баҡсаға 67 бала йөрөй, уларҙың күбеһе башҡорт телен белеп килә, ә башҡортса аңлаған, әммә һөйләшмәгән бәләкәстәр туған телдәрендә аралашып китһен өсөн беҙҙә тейешле мөхит булдырылған. Үҙ эшенә мөкиббән киткән, балаларҙы бик яратҡан тәрбиәселәрҙән тыш, коллективта психолог, методист, музыка белгестәре, медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. Тәрбиәселәр, музыка уҡытыусылары балаларға бар күңел йылыһын биреп эшләп кенә ҡалмай, төрлө конкурс-фестивалдәрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Балаларҙы ла ҡала күләмендә уҙғарылған "Һаумы, һаумы, әкиәт", "Баш ҡала йондоҙҙары", "Илһам" кеүек конкурстар, фестивалдәргә ентекле әҙерләйҙәр. Уларҙа ҡатнашҡан балалар һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Күптән түгел баҡсала шәжәрә байрамы булып үтте. Балалар ата-әсәләре менән бергә үҙҙәренең ырыу-нәҫелен өйрәнде, шәжәрә ағасындағы ата-бабаларын барланы. Бындай байрамдар балаларҙы һәр ваҡыт ҡыҙыҡһындыра, күңелдәрендә уйылып ҡала.
Ата-әсәләр ҙә беҙҙең коллектив эшенән бик ҡәнәғәт, күптәре икенсе йә өсөнсө балаларын йөрөтә. Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларының башҡорт телендә һөйләшергә өйрәнеүен теләп, беҙҙең турала башҡаларҙан ишетеп киләләр. Шуға күрә баҡсаға яҡын-тирәлә йәшәгәндәр генә түгел, ә күрше ҡасаба, ауылдарҙан да балалар йөрөй.
Ата-әсәләр тәрбиәселәрҙең һәр бер башланғысын хуплап, күтәрмәләп ала, ихлас ярҙам итәләр. Мәҫәлән, күптән түгел бында "Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһын"да (ППМИ) ҡатнашыу өсөн проект һайлау буйынса йыйылыш үткәрелде. Йыйылыш барышында балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын башҡарыусы Лиана Шәфҡәт ҡыҙы Шәһәрова киләһе 2026 йылда ошо программала ҡатнашыу теләген белдерҙе һәм бөгөн балалар баҡсаһының тәҙрәләрен төҙөкләндереү көнүҙәк мәсьәлә булыуын билдәләне. Балалар баҡсаһына балаларын йөрөткән ата-әсәләрҙән һәм яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәрҙән торған инициатив төркөм балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итер был проектты хупланы, уны тормошҡа ашырырға ярҙам итергә теләк белдерҙе. Әйткәндәй, был программала балалар баҡсаһы былтыр ҙа ҡатнашты, проект һөҙөмтәле булды: баҡса биләмәһе яңы кәртә менән уратып алынды, тимерҙән матур ҡапҡа ҡуйылды. .

Лиана ШӘФҠӘТОВА
"Киске Өфө" гәзите, №47, 28 ноябрь – 4 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.11.25 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Әле бына 1 декабрҙән 10-на тиклем ташламалы 905 һум 04 тингә яҙылып ҡалығыҙ ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә лә. Кило ярым ит, кило ярым кәнфит, кило ярым печенье хаҡы был. Уларҙы бер-ике ултырыуҙа ашҡаҙанығыҙ аша эшкәртеп бөтһәгеҙ, гәзит аша килгән хәбәрҙәр ярты йыл буйы йөрәгегеҙгә рухи аҙыҡ булып яғылыр, дәртләндерер, уйландырыр, бик күп һорауҙарығыҙға яуап бирелер.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru