
Беҙҙең һөйөклө әсәйебеҙ Миңзәлә Миңлеғәле ҡыҙы Нәзирова Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлаған. Ҡауарҙы ауылы мәктәбенә эшкә ҡайтҡан һәм атайыбыҙ Мәүлимбирҙе Хәйретдин улы Нәзиров менән сәстәрен сәскә бәйләгән.
Ул оҙаҡ йылдар үҙебеҙҙең Ҡауарҙы урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләне. Пушкиндың бөтә шиғырҙарын яттан белә ине, романстар йырлап, балаларға мәғлүмәтле һәм ҡыҙыҡлы итеп дәрестәр үткәрә ине. Элекке уҡыусылары әле лә килеп хәл белеп, рәхмәттәрен әйтеп йөрөй.
Мәктәптә талапсан һәм ғәҙел уҡытыусы булһа ла, өйҙә уҫаллығын күрмәнек, беҙҙең өсөн һәр саҡ йылмайып ҡына торған әсәкәйебеҙ ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас, эшһөйәр әсәйебеҙҙе ауыл китапханаһына киапханасы һәм мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе итеп эшкә саҡырҙылар. Ул оҙаҡ йылдар мәҙәниәт усағын гөрләтте, бик күп тәрбиәүи саралар уҙғарҙы. Әлеге көндә лә әсәйебеҙ ауылыбыҙҙың "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе булараҡ әүҙем эш алып бара. Ауылыбыҙ, районыбыҙ кимәлендәге тәрбиәүи сараларҙа ҡатнашалар, үҙҙәре лә йыш ҡына төрлө кисәләр уҙғаралар. Мәҫәлән, былтыр көҙ айында Ғафури районы ағинәйҙәре йыйылышында йәш быуынды үҫтереүҙә бик ҙур әһәмиәткә эйә булған, халҡыбыҙҙың борондан килгән йолаһы - "Йолоҡ туйы"н сәхнәләштереп күрһәттеләр.
Егерме йыл ҡайны-ҡәйнә менән ғүмер итте әсәйебеҙ. Уларға һәм үҙенең әсәһенә, беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙгә ҡәҙер-хөрмәт белдереп, һуңғы юлға оҙаттылар.
Биш балаға - өс ҡыҙ һәм ике улға ғүмер бирҙе ҡәҙерлеләребеҙ. Шулай уҡ бер туған малай һәм ҡыҙҙы тәрбиәгә алып, оло юлға аяҡ баҫтырҙылар. Ун алты ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөклө өләсәй һәм олатай улар хәҙер, әлхәмдүлилләһ!
Гөлдәр үҫтерергә ярата әсәйебеҙ. Тыуған йортобоҙҙоң тәҙрә төптәрендә лә, ишек алдында, баҡсала ла төрлө-төрлө сәскә-гөлдәр күҙҙең яуын алып, күңелдәргә йыуаныс биреп ултыра.
Әсәйебеҙ беҙгә - ҡыҙҙарына, матур, зауыҡлы һәм килешле итеп кейенеүҙә лә һәр ваҡыт үрнәк. Бәләкәйҙән матур биҙәүестәр, мунсаҡтар тағырға, төрлөләндереп күлдәктәр кейергә беҙ әсәйебеҙҙән күреп, өйрәнеп үҫтек. Әлеге көндә лә әсәйебеҙ: "Әҙәм күрке - сепрәк... Шуға күрә ыҫпай кейенегеҙ, кеше араһында матур йөрөгөҙ. Телмәрегеҙ ятышлы булһын, кеше менән матур итеп аралашығыҙ", - тип өйрәтә.
Әсәйебеҙ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас иң күркәм сифаттарҙы үҙендә туплаған. Ул беҙгә матурлыҡ, уңғанлыҡ өлгөһө.
Миңлегөл ТАЙСИНА,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 28 ноябрь – 4 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|