«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺЕҘ НИНДӘЙ ГӘЗИТ-ЖУРНАЛДАРҒА ЯҘЫЛАҺЫҒЫҘ?
+  - 

Рәмзиә МОНАСИПОВА, педагогия ветераны, Ғафури районы: Гәзит-журналдарға яҙылыу беҙҙең быуын кешеләренең ғәҙәтенә һеңгән бит инде ул. Әлеге ваҡытта "Шоңҡар" журналын, "Йәшлек" гәзитен алдырабыҙ, мәҫәлән. Ә "Киске Өфө" һәр кемдең өҫтәл гәзите булырға тейеш, тип уйлайым. Тарихи темаға булһынмы, тел проблемаһын күтәрһендәрме, ил ваҡиғаларына ҡағылышлымы, ғаилә темаһынамы - бөтә мәҡәләләрен ентекле уҡып, үҙ фекерен белдереп, тормошҡа айыҡ ҡараш менән ҡарап, был гәзитте бөтәһенә лә алдырырға кәрәк.
Әлеге ваҡытта күп мәғлүмәт интернет селтәрендә булһа ла, гәзит-журналдарҙың ошо ҡағыҙ форматында һаҡланып ҡалыуы фарыз. Интернеттың бит, бигерәк тә бына әлеге ваҡыттарҙа, эшләмәй торған саҡтары ла бар, ә ҡағыҙ гәзит һәр ваҡыт ҡул аҫтында, кәрәк материалды табаһың да, уҡый һалаһың. Бигерәк тә уҡыусы, студенттар, беҙ, пенсионерҙар өсөн был яҡшы. Интернет менән бөтәһе лә эш итә алмай бит. Кемдеңдер күҙҙәре насар күрә. Шуға күрә ҡағыҙ формат киләсәктә лә үҙенең актуаллеген юғалтмаҫ, тип уйлайым.
Тик шулай ҙа баҫмаларға яҙылыусылар кәмей бара. Бының сәбәптәре күп төрлө. Мин үҙем ун йылға яҡын районыбыҙҙың "Табын" гәзите эрәһендәге "Мағаш тауышы" әҙәби ойошмаһының етәксеһе булып эшләнем. Хеҙмәткәрҙәргә һәр ваҡыт, халыҡ менән осрашмайһығыҙ, һөйләшеү алып бармайһығыҙ, тип әйтә торғайным. Осрашыуҙар кәрәк. Әле яңы ғына Ғафури районында "Матбуғат байрамы" үтте, кешеләр ҡайһы бер гәзиттәргә, бигерәк тә "Киске Өфө"гә сират тороп яҙылды. Ауыл ерҙәрендә почталар ябылыуы йә почта булып та, унда эшләргә почтальондар юҡлығы - тағын бер сәбәп. Мин үҙем Красноусолда йәшәйем, бер уйлаһаң, ҙур район үҙәге, тик шуға ҡарамаҫтан, бер нисә йыл элек, эшләүселәр етмәгәс, яҙылған гәзит-журналдарҙы айына бер тапҡыр йыйып килтереп китә торғайнылар. Хәҙер аҙнаһына бер килтерәләр, эш әҙерәк яйға һалынды, күрәһең.
Почталар һәйбәт эшләһә, редакция хеҙмәткәрҙәре халыҡ менән йылына бер-ике тапҡыр китапхана, мәктәп-клубтарҙа осрашыуҙар ойоштороп торһа, тираждар ҙа артыр ине, тигән фекерҙә мин үҙем.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ, хәрби хеҙмәт ветераны, Сибай ҡалаһы: Мин үҙем "Киске Өфө", "Йәшлек", "Йәншишмә", ҡалабыҙҙың "Атайсал" гәзиттәрен даими алдырам. Шул баҫмаларҙы иң яҡын туғандарым һымаҡ күреп, уларҙың килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Хатта почтальон килгәнен дә көтөп тормаҫтан, почтаға барып алып киләм. Почта эшселәре мине әллә ҡасандан танып бөткән. Хатта иң әүҙем матбуғатҡа яҙылыусы тип, приз да биргәндәре бар...
Яҡташтарыбыҙҙың гәзит - журналдарға яҙылыу кимәле һүлпәнәйә барыуын мин үҙемсә былай аңлайым: гәзит-журналды башлыса оло быуын кешеләре алдыра бит инде, ә беҙ, ололар, әкренләп әҙәйә лә барабыҙ...
Икенсенән, йәштәр туған телдә уҡыуҙан әкренләп ситкәрәк тайшана, буғай. Өйҙә лә, мәктәптә лә башҡорт теленә иғтибарҙы нығыраҡ йүнәлткәндә, әлбиттә, гәзиткә яҙылыу кимәле лә һаҡланыр ине.
Өсөнсөнән, әлеге лә баяғы, телефон, интернет-фәләнде күп ҡарайбыҙ шул. Бәғзе йәштәрҙең ана шуларҙы гәзиттән өҫтөнөрәк ҡуйыуы ла барҙыр. Гәзит уҡыуҙың тәмен белмәйҙәр, күрәһең.
Йәшерәк быуынды тап гәзит уҡыуға ҡайтанан ылыҡтырыу ысулдары бармы икән бөгөнгө көндә, тиһегеҙме? Ошондай еңел булмаған һорауға элегерәк бер ағай, руссалап: "Наверно, не знаю. Вероятно, очень может быть, но вряд ли..." - тип яуап биреп, көлдөрөп алғайны. Был, әлбиттә, шаяртыу ғына. Әммә һорау урынлы һәм бик мөһим, минең үҙемдең дә башҡа йыш килә ул.
Бөтә булған башҡорт мәктәп китапханаларына бына ошондай башҡорт телендәге баҫмаларҙы яҙҙырыуға ныҡ иғтибар биреү кәрәктер, минеңсә. Бәлки, шулай итәләрҙер ҙә, мин мәктәп хәлдәрен, ундағы талаптарҙы яҡшы белеп етмәйем. Шул маҡсатҡа, моғайын, аҡса ла бүленәлер, тигән өмөттәмен. Икенсенән, кластан тыш уҡыу дәрестәрендә мәктәп китапханаһынан теге йәки был гәзитте алып килеп, шунда баҫылып сыҡҡан ҡыҙыҡлы материалдарҙы балалар менән уҡыуҙы әүҙем ойоштороу уларҙы ҡыҙыҡһындырыр, тип уйлайым. Күптән түгел Сибайҙың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге мәктәптең 8-синыфында уҡыған бер ейәнсәрем: "Ҡартатай, бөгөн һинең мәҡәләңде беҙгә дәрестә уҡынылар, бик оҡшаны!" - тип шатланып һөйләүе күңелгә ятҡайны. Аңлауымса, был мәктәптәге уҡытыусылар коллективы һәм китапханасы Мәрйәм Абдрахман ҡыҙы ошо мәсьәләгә бик етди ҡарай, тип аңланым.
Дүртенсенән, әлбиттә, ата-әсә балаларын телефондан күпмелер ваҡытҡа айырып, "тере" гәзит уҡып өйрәтергә, ҡыҙыҡһындырырға тейештер...

Айһылыу ДАУЫТОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 28 ноябрь – 4 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.11.25 | Ҡаралған: 180

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru