«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн финанс белеменә эйә булыу, аҡса тотона белергә өйрәнеү бик мөһим, тигәнгә фекерегеҙ нисек?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЛАТАЙ, ҠАСАН ҮЛӘҺЕҢ?
+  - 

Бер көн шулай кис сәй эсергә генә ултырғайныҡ, улым менән килен килеп инделәр. Беҙ йәшәгән яҡҡа ниндәйҙер йомош менән килгәндәр ҙә ҡабалан ғына беҙгә һуғылып сығырға булғандар. Маҡтап ҡына йөрөйһөгөҙ, тигән булып, ҡыуанып киткән кеше булып, әйҙәгеҙ ҙә әйҙәгеҙ тигән булып, әйҙүкләп, уларҙы сәй эсергә ултырта һалдыҡ. Тигән булып тигәнгә аптырамағыҙ. Уның әтнәкәһе шунда - ейән бигерәк өтөк. Кемгә генә тартҡандыр, белмәйем. Килгән һайын эш боҙмайынса ҡайтмай. Ҡурҡып-өркөп торола унан. Әле ул биш йәше менән бара. Ә уның һеңлеһенә быйыл көҙ өс йәш була. Ул, киленгә оҡшап, тыныс. Әле лә ейәнсәр ипле генә һаулыҡ һорашты. Югереп барып өләсәһен ҡосаҡлап алып үҙен яраттырып алды. Ә ейән кейемдәрен шарт-шорт систе лә уларын иҙәнгә нисек етте, шулай ташлап та ебәрҙе. Ултырғысҡа менеп барышлай уның түшәген әллә ҡайҙа осороп ебәрҙе. Ҡара әле, ошо ен ботағы (атаһы ишетеп ҡалмаһын берүк) әллә ҡайһы арала минең телефонды эләктереп алған! Телефонды әйтәм, уны миңә яңыраҡ ҡына тыуған көнөмә балалар бүләк иткәйне. Бик текә телефон, тип ҡыуандырҙылар. Миңә ней уның артыҡ текәлеге кәрәкмәй. Һөйләшһәм - булған, тигәндәй. Ейәнде әйтәм, эй ҡараны минең телефонды, эй ҡараны. Күренеп тора, оҡшай уға текә телефон. Тегеләй тулғандырҙы уны, былай әйләндерҙе. Төшөрөп кенә ебәрмәһен, тип мин ултырам ҡот осоп, оса-ҡунып. Шунан ейән миңә табан боролдо ла ошолай өндәште.
- Олатай, әй, олатай! Үлһәң, был телефон кемгә була?
Бындай һорауҙан беҙ бер мәлгә тын ҡалдыҡ. Ә шулай ҙа кемдер көлгән һымаҡ булды. Өләсәһенә ҡарайым. Юҡ, ул көлмәй. Көлөмһөрәп кенә ултыра. Киленгә ҡарайым. Ул да көлмәй. Нишләптер битен йәшергән дә ҡыҙына борола биреп ултырған һәм уға сәй эсерергә маташа. Улыма ҡарайым. Ул да көлмәй. Ул нишләптер өҫтәлгә түгел, ә тәҙрәгә ҡарап ултыра. Унда нимә күрҙе икән? Ә шулай ҙа кем көлә? Шунан аңлап ҡалдым. Баҡтиһәң, гәзит уҡыусы көлөп ултыра икән! Ярай, ярай, көлөгөҙ. Килер бер көн, һеҙгә лә бирерҙәр ошондай һорауҙы. Шул мәлдә һеҙҙең дә һис тә көлкөгөҙ килмәҫ. Ә былай минең эй асыу килде инде ейәнгә. Шуға мин уға асыулы тауыш менән ҡырҡа генә яуап бирҙем.
- Һиңә!
Ейән ҡыуанысынан ырғып китеп, ултырғысына тороп уҡ баҫты.
- Оһо-о-о!
Шунан миңә табан боролоп баҫты.
- Ысынмы-ы-ы, олатай!
Шатлығы эсенә һыймаған бала ултырғыстан иҙәнгә кинәт һикереп төштө лә аяғы ергә теймәй атаһына табан югерҙе.
- Атай, әй, атай! Олатай үлһә, уның телефоны миңә була!
Шунан тыпырлап югереп барып, әсәһенә был ҡыуаныслы хәбәрҙе еткерә һалды.
- Әсәй, әй, әсәй! Олатайға кәпис килһә, телефоны миңә ҡала!
Шунан өҫтәлде урап өләсәһенә табан югерҙе.
- Өләсәй, әй, өләсәй, ишеттеңме олатай әйткәнен. Үлһә, телефоны миңә була!
Ейән кире минең эргәгә югереп килде. Килде лә һикереп тигәндәй ултырғысҡа менеп баҫты. Һәм сабырһыҙланып миңә ошондай һорау бирҙе.
- Олатай, әй, олатай! Ә һин ҡасан үләң?
Уның тәүге һорауына асыу әле һүрелеп бөтмәгән. Хәҙер йәнә килеп тағы "үлтергес" һорау. Шуға мин ейәнгә ҡоро ғына яуап бирәм.
- Хәҙер үләм!
Тора биргәс, өҫтәп ҡуям.
- Сәйҙе генә эсеп бөтәм дә!
Хәҙер ейәндең ҡыуанысы эсенә һыймай. Хатта ул мине ҡабаландыра башланы.
- Йә, олатай, аңшайып ултырма. Тиҙерәк сәйеңде эсә һал!
Минең кәйеф тамам төштө. Күптән һыуынып бөткән сәйҙе анан-бынан шөрпөлдәттем дә диванға барып ауҙым. Һәм күҙҙәремде йомдом. Ейәнде әйтәм, бигерәк өтөк инде. Хәҙер ул атаһын ҡабаландыра башланы.
- Атай, әй, атай, барып ҡарап кил әле. Үлмәнеме икән?
Атаһы йыбанманы. Мине килеп ҡараны ла ауыр тын алып ҡуйҙы.
- Үлгән!
Ә үҙе минең ҡолаҡҡа шыбырлай.
- Атай, телефоныңды аҙаҡ алып килермен, йәме.
Шулай инде, мәйтәм, һәр кемгә үҙ балаһы ҡәҙерле. Бына әле үҙ улым үҙ улының күңеле булһын тип үҙ атаһын "үлтереп" тора! Берәү әйтмешләй, ыстырам инде. Ә теге ен ботағы өйҙө осороп алып бара.
- Үлгә-ә-ән! Олатай үлгә-ә-ән! Телефон минеке-е-е!
Улым менән килен ашыҡ-бошоҡ сәй эстеләр ҙә ҡайтырға юлландылар. Уларҙы мин оҙатырға сыҡманым. Сөнки миңә хәҙер тю-тю килгән. Ейәндең, ярай әле ингәнбеҙ, ярай әле ингәнбеҙ, тигән шатлыҡлы тауышын тыңлай-тыңлай диванда ятып ҡалдым. Өләсәләре балаларҙы тышҡа сығып оҙатып ҡалды. Гөрөлдәп машина ҡуҙғалып киткәнен, аҙаҡ шығырлап өй ишеге асылып-ябылғанын тыңлап, бер килке "үлеп" яттым әле диванда. Өйгә килеп ингәс, ҡатын миңә бер аҙ һуҡранған тауыш менән әйтеп ҡуйҙы.
- Бала менән бала булмаһаң да булыр ине!
Бына һиңә мә, тип уйлап ҡуям. Ә шулай ҙа ҡатын менән килешә һалам.
- Эйе шул. Телефон өләсәйеңә була, тип әйтергә кәрәк булған миңә!
Ята биргәс, уфтанып ҡуям.
- Иртәгә үләм, тип әйтһәм ней булған!Телефон янда ҡала ине.
Әбей миңә бер килке баш сайҡап, нимә тип әйтергә белмәй торҙо.
- Ятма һуҙылып, телеңә һалышып, бер диван булып. Тор сәй эсергә!
Әле икәү генә тәмләп сәй эсеп ултырабыҙ. Ә мин ошолай уйлап ултырам. Мәйтәм, бала саҡ үҙенең ябайлығы, эскерһеҙлеге менән матур шул. Беҙ, өлкәндәр, тура һорауға ниңәлер тура яуап бирмәйбеҙ. Өйрөлтәбеҙ, сөйрөлтәбеҙ, болғайбыҙ, болғатабыҙ, ҡыҫҡаһы, ҡыйыш атып тура тейгеҙергә тырышабыҙ. Әллә оло саҡ ҡыйыш-мыйыш яуаптары менән матур микән?

Әғләм ШӘРИПОВ
һөйләүсене тыңлап торҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №47, 28 ноябрь – 4 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.11.25 | Ҡаралған: 24

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Әле бына 1 декабрҙән 10-на тиклем ташламалы 905 һум 04 тингә яҙылып ҡалығыҙ ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә лә. Кило ярым ит, кило ярым кәнфит, кило ярым печенье хаҡы был. Уларҙы бер-ике ултырыуҙа ашҡаҙанығыҙ аша эшкәртеп бөтһәгеҙ, гәзит аша килгән хәбәрҙәр ярты йыл буйы йөрәгегеҙгә рухи аҙыҡ булып яғылыр, дәртләндерер, уйландырыр, бик күп һорауҙарығыҙға яуап бирелер.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru