«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн финанс белеменә эйә булыу, аҡса тотона белергә өйрәнеү бик мөһим, тигәнгә фекерегеҙ нисек?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КОРОЛЕК ИСЕМЛЕ БӘЛӘКӘЙ ТУРҒАЙ
+  - 

Кеше аяғы баҫмаған, кеше-фәлән күрмәгән бер ҡара урманда, йәшел шыршылар арһында, йәшәгән ти, Королек исемле кескәй генә бер турғай. Ул шундай бәләкәй булған, хатта, беҙҙең яҡтағы ғәҙәттәге турғайҙар менән сағыштырғанда, улар күпкә ҙур күренгән. Башында тажға оҡшаған һары өлтөк йөрөткән. Ошо һары тажлы өлтөгө өсөн дә Королек исемен алған да инде.
Көндәр буйы ботаҡтан - ботаҡҡа һикереп, иҫ киткес матур йырҙарын йырлаған. Ә кистәрен үҙенең бәләкәй, ыҡсым ояһына ҡайтҡан. Шулай үткән ошо кескәй ҡоштоң көндәре.
Был урманда йәшәү уға бик оҡшаған. Шулай ҙа, ҡайһы саҡта ул ҡайҙалыр сәйәхәткә сығып китеү хыялы менән янған, ҡайҙалыр алыҫтағы икенсе ерҙәрҙе күргеһе килгән. Был теләк көндән-көн көсәйгән.
Матур бер көндә, Королек үҙенең ыҡсым ояһынан етеҙ генә осоп сыға ла, бер ҡасан да күрмәгән яҡтарға юл ала. Оса торғас, алдында күкһел төҫтәге ҡалҡыулыҡтар һәм уның артында ҙур урман күренә. Ҡошсоҡҡа был яңы урын бик оҡшай. Аҫтында сәскәле гөлйемеш ҡыуағы үҫкән йәш ҡарағайҙы һайлап ала ла, ҡуйы ботағына ҡуна. "Тирли-тирли! Ниндәй матурлыҡ бында! Тирли-тирли! Йәшәргә ошонда урынлашайым да ҡуяйыммы икән?" - тип күңелле тауыш менән йырлап ебәрә. Королек ҡарағайҙың олоно буйлап бер өҫкә менә, бер аҫҡа төшә. Шунан гөлйемеш ҡыуағына төшөп, тикшереп ҡарап сыға. "Был урын буш күренә, ошонда оя ҡорайым әле", - тигән ҡарарға килә лә, эшкә тотона. Ҡарағайҙың киң тарбаҡлы ботаҡтары араһына үҙенең бәләкәй генә түңәрәк ояһын ҡора башлай. Төҙөлөш материалдары итеп мүк, үләндәр, һығылмалы йәш ботаҡтар ҡуллана. Ә оя төбөн йомшаҡ мамыҡ менән төпләй. Бына хәҙер оя әҙер!
Королек үҙенең яңы йорто менән бик ҡәнәғәт ҡала. Уны тирә-яҡтағы һәр нәмә ҡыуандыра һәм һоҡландыра. Ағастың иң юғары осона пырхылдап осоп менә лә, шатлыҡлы ауаздарҙан торған йырын һуҙа: "Тирли-тирли! Был урман ниндәй матур! Был ҡарағай ниндәй мөһабәт... Уның ботағына төҙөгән йортом ниндәй йәтеш һәм күркәм! Был ерҙәргә килеп урынлашҡан көнөм ниндәй бәхетле!" Ҡош үҙенең асыҡҡанын тоя һәм серәкәй, себен, бөжәктәр эҙләп, һунарға оса. Ул осоп китеү менән үләндәр араһында нимәлер ҡыштырлай. Ялтырап йылан килеп сыға. Бөтә тәне менән һығылып-бөгөлөп, ауыҙынан асаланған телен алға ырғыта-ырғыта, тиҙ генә шау сәскәгә күмелгән гөлйемеш ҡыуағына шыуыша һәм уның аҫтындағы өңөнә инеп сума. Меҫкен бәләкәй ҡош, ояһын төҙөгәндә ҡайҙан ғына белһен инде шундай ҡурҡыныс күршеһе буласағын!
Белеүебеҙсә, йыландар еҫте ныҡ һиҙә. Улар хатта иң көсһөҙ еҫтәрҙе лә яҡшы айыралар. Был һиҙеү - уларға үҙҙәренең табыштарын табырға, йәки дошмандарының яҡынлашыуын аңғарыр өсөн бик мөһим.
Эҫелектән ҡасып өңөнә ингән йылан ишелеп-ишелеп бөгәрләнеп кенә ятыуы була, ҡапыл уға ниндәйҙер таныш булмаған ят еҫ килеп бәрелә. Өңөнән башын сығарып, йән-яғына ҡарана һәм еҫтең өҫтән килә икәнен аңғара. Йылан һалмаҡ ҡына өңөнән һурылып сығып, ағастың олоно буйлап өҫкә шыуып үрмәләй. Ул ҡарағай ботаҡтары араһындағы бәләкәй генә ояны шәйләп, шул тиклем аптырай. "Был оя ҡайҙан барлыҡҡа килгән? Быны ҡорған ғәмһеҙ ҡош ҡайҙа икән? Ярай! Шулай итеп, кем йәшенмәгән - мин ғәйепле түгел!" - тип уйлай мәкерле йылан.
Йылан ағастың тармаҡлы ботаҡтары араһына инеп боҫа һәм ояның хужаһын һағалар өсөн йәтешләп ята.Тиҙҙән бәләкәй ҡош ояһына осоп килә лә өй мәшәҡәттәре менән булыша башлай. Ул хатта йыландың мәкерле уй менән уға табан шыуышҡанын һиҙмәй ҙә, хәүеф барлығына ла шикләнмәй. Ә йылан өҫтәге ботаҡтарға эләгеп күсә-күсә яй ғына ояға таба шыуыша. Шул мәлде Королек уны күреп ҡала. Ҡурҡышынан, өмөтһөҙ сырылдай-сырылдай осоп сығып, башы һуҡҡан яҡҡа ташлана. Уның бәләкәй генә йөрәге күкрәгенән һикереп сығырҙай булып, дөпөлдәп тибә. Ситкә китеп, әҙерәк тын алғас, сәтләүек ағасының бер ботағына барып ҡуна.
Ошо мәлдә аҫта кемдер берәү уға өндәшә: "Эй, Королек! Нимә булды һиңә? Хатта ҡауырһын-йөндәрең тырпайып үрә торған! Кем шул хәтлем ҡотоңдо алды?" Был, ергә ҡойолған сәтләүектәрҙе йыйырға сыҡҡан ҡыҙғылт һары ерән тейен була. Королек тейенгә үҙенең башынан үткәндәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Тейен уға: "Хәҙер тыңла мине! Үҙеңдең тыуған яҡтарыңа, үҙ йортоңа кире ҡайт! Был, әлбиттә, матур урын, ләкин тыныслыҡ юҡ. Һәр минут һайын һине ниндәйҙер бәлә һағалай. Мин дә бында йәшәмәҫ инем, аҙыҡтың күплеге генә мине тота. Иң ҡурҡҡаным - белмәгән ергә күсенеп китеү. Бәлки, унда бындағынан да насарыраҡтыр?"
Королек уйға ҡалды: "Шик юҡ! Был ерҙәрҙә йәшәүе бик хәүефле икән! Тейен дә өйрәнгән ерҙәренән сит ерҙәргә китергә икеләнә. Ә мин, сәйәхәт яратыуым сәбәпле, ниндәй матур, ыҡсым, уңайлы, тыныс оямды ҡалдырып сығып киттем. Белмәгән ерҙә урынлашып, оя ҡороп ебәргән булдым. Һөҙөмтәлә, саҡ үлмәй ҡалдым", - ти ҙә, йәһәт кенә үҙенең тыуған яғы тарафтарына оса.
Был ваҡиғанан һуң ул бер ҡасан да үҙ ояһын, тыуған яҡтарын ташлап сит яҡтарға ынтылмай...
Ә асыҡ зәңгәр күк йөҙөндә еңел аҡ болоттар йөҙә. Ел уйнатып, ҡыуып алып йөрөп, ошо болоттарҙан ошондай хәҙис һүҙҙәрен яҙа: "Аллаһу Тәғәләнең биргәндәренә шөкөр ит, риза бул! Ул саҡта кешеләр араһында иң байы һин булырһың!"

"Киске Өфө" гәзите, №47, 28 ноябрь – 4 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.11.25 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Әле бына 1 декабрҙән 10-на тиклем ташламалы 905 һум 04 тингә яҙылып ҡалығыҙ ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә лә. Кило ярым ит, кило ярым кәнфит, кило ярым печенье хаҡы был. Уларҙы бер-ике ултырыуҙа ашҡаҙанығыҙ аша эшкәртеп бөтһәгеҙ, гәзит аша килгән хәбәрҙәр ярты йыл буйы йөрәгегеҙгә рухи аҙыҡ булып яғылыр, дәртләндерер, уйландырыр, бик күп һорауҙарығыҙға яуап бирелер.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru