«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ӨФӨЛӘ БАР БЕР КАНАЛ...
+  - 

Күптәр өсөн телевидение - йәшәү рәүешенең айырылғыһыҙ бер өлөшө, йәмәғәтселек аңын формалаштырыу буйынса иң һөҙөмтәле төп мәғлүмәт сығанаҡтарының береһе. Һүҙебеҙ "Бөтә Өфө" ("Вся Уфа") ҡала телеканалы тураһында.

Телеканал 1999 йылда алып өфөләр менән бергә. Уны Өфөлә генә түгел, шулай уҡ Ишембайҙа, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Салауатта, Стәрлетамаҡта һәм Башҡортостандың башҡа ҙур ҡалаларында ла ҡарай алалар. 2019 йылдың 5 сентябренән тапшырыуҙар HD форматында эфирға сыға. "Бөтә Өфө" һөйләй һәм күрһәтә", "Аҙна йомғаҡтары" мәғлүмәт-аналитика программалары ҡала тормошон тулыһынса һәм һәр яҡлап яҡтырта. "Өфөнө яратыуҙың 450 сәбәбе" проекты - республика баш ҡалаһының иң матур һәм иҫтәлекле, шулай уҡ уникаль урындары, арт-объекттары һәм билдәле шәхестәре тураһында һөйләй. "Мөхәббәтең сиге юҡ" тапшырыуы Өфөлә яратҡан кешеһен тапҡан һәм ныҡлы ғаиләлә ҡорған төрлө милләт кешеләренә бағышлана. Ә "Өфө хәбәрҙар" программаһында эксперттар сәйәсәт, фән, сәнғәт, тарих өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса фекер алыша. Әлбиттә, ваҡытты күңелле үткәреү өсөн дә урын бар "Бөтә Өфө"лә. "Баш ҡала" күңел асыу шоуы, йәш башҡарыусыларҙың "Өфө хиты", автомобилселәр өсөн "Өфө тәгәрмәстәрҙә!", диндәр тарихы тураһында "Изге хәҡиҡәт" тапшырыуҙары телевизор ҡараусылар араһында бик яратып ҡабул ителә. 2004 йылда Өфө ҡала округы хакимиәте һәм "Бөтә Өфө" телеканалы "Беҙҙең заман геройы" телевизион йәмәғәт премияһын булдырҙы. Ул йәмғиәт мәнфәғәтен үҙенекенән өҫтөн ҡуйып изгелек ҡылған, ҡаһарманлыҡ күрһәткән кешеләргә тапшырыла. Каналда "Бөтә Өфө" медиамәктәбе эшләй. Ул телевизор ҡараусыға экрандың икенсе яғында үҙен һынап ҡарарға, ораторлыҡ оҫталығын үҙләштерергә, үҙенә ышанысын арттырырға һәм яңы һөнәр үҙләштерергә мөмкинлек бирә.
"Өфө һәм Башҡортостан халҡы өсөн ышаныслы көнүҙәк мәғлүмәт сығанағы булыу - беҙҙең төп тәғәйенләнеш. "Бөтә Өфө" Медиадом" муниципаль бюджет учреждениеһы - киң мәғлүмәт сараһы ғына түгел, ул ҡалабыҙ тормошоноң ҙур бер өлөшө. Мәғлүмәт порталдары һәм ҡағыҙ баҫмаларыбыҙ 100 меңдән ашыу кешене берләштергән аудиторияны үҙ эсенә ала. Иҡтисад, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ-коммуналь хужалығы, тарих, мәҙәниәт кеүек төп темалар даими яҡтыртыла", - ти ойошма директоры Юлия Йомагуена.
Әйткәндәй, "Бөтә Өфө" Медиадом" муниципаль бюджет учреждениеһы составына "Бөтә Өфө" телеканалынан тыш, "Киске Өфө", "Вечерняя Уфа", "Уфимские ведомости" гәзиттәре һәм "Уфа" журналы ла инә. Беҙ - бергә!

Рәзил ШӘМСЕТДИНОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 28 ноябрь – 4 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.11.25 | Ҡаралған: 209

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru