«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨНӘСӘБӘТТӘР АСЫҠ ҺӘМ ИХЛАС БУЛҺЫН
+  - 

Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев "Бөтә Өфө" телеканалының тура эфирында ҡала халҡы менән аралашты. Тура эфир ике сәғәттән ашыу дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә ҡала етәксеһе бер нисә тиҫтә көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Тура линияға бөтәһе 600-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән. Уларҙың барыһы буйынса ла яуаптар әҙерләнәсәк, тип вәғәҙәләнде. Һорауҙарҙың ҙур өлөшө транспорт, коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү, торлаҡ хужалығы өлкәләре менән бәйле булды.

Йыл нисек килер?

Алдағы йыл ябай булмаясаҡ, баш ҡалабыҙ ҙур килем алыр тип көтмәйбеҙ. Әммә был ҡайһы бер программалар ябыласаҡ тигәнде аңлатмай, тине Ратмир Мәүлиев тура бәйләнештә.
- Өҫтәмә финанс сығанаҡтар эҙләү бурысы тора беҙҙең алда. Был ер участкаларын конкурс процедуралары аша һатыу, даими файҙаланылмаған муниципаль мөлкәтте тотоноу булыуы ихтимал. Ошо йүнәлештә алып барылған эш һөҙөмтәһендә беҙ 50 меңдән ашыу урам яҡтыртҡыстарын алмаштырҙыҡ.
Тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алып үтәм: йыл ауыр була, тип ҡәтғи раҫларға ярамай. Өҫтәмә килем сығанаҡтарын эҙләргә кәрәк. Ҙур сығымдарҙан түгел, ә бәләкәй килемдән ҡурҡырға тейешбеҙ. Шуға күрә сығымдар буласаҡ һәм улар социаль инфраструктураны үҫтереүгә, социаль объекттар төҙөүгә, "Башҡорт ихаталары" проектына йүнәлтеләсәк.
Шулай уҡ квартал-ара юлдарҙа соҡорҙарҙы ямайбыҙ. Был - ҡала халҡының үҙәгенә үткән бик ауыр проблема. "Өйгә юл" программаһы нәҡ ошо маҡсатта ҡабул ителгән дә инде. Беренсе йылда был эштәргә 200 миллион һум бүлеү планлаштырыла. Шуға күрә ҡаланы үҫтереүгә аҡса булһын һәм ҡала халҡының тормошо яҡшырһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ҡала етәксеһе.

Ҡала транспорты

Ратмир Мәүлиев тура эфирҙа йәмәғәт транспортына ҡағылышлы мәсьәләләргә аңлатма бирҙе.
- Йәмәғәт транспорты эшенә ҡарата ризаһыҙлыҡ сентябрҙә көсәйә һәм йәйге каникулдарға тиклем дауам итә, - тип билдәләне ул.
Мэр аңлатыуынса, трамвай юлдарын реконструкциялауға һәм яңы трамвайҙар һатып алыуға тәғәйенләнгән аҡсаны муниципаль предприятиены ҡотҡарып ҡалыу өсөн йүнәлтергә тура килгән.
- Беҙ 20 йыл элек кемдер ҡабул иткән ҡарарҙар өсөн иҫәпләшәбеҙ һаман. Был ҡала өсөн ауыр йөк, - тине етәксе.
Мәүлиев билдәләүенсә, яңыраҡ һатып алынған 69 берәмек Мәскәү трамвайҙары 2014-2016 йылдарҙа етештерелгән. Улар был төр транспорттың алмаш фондын булдырыу һәм запас частар өсөн кәрәк. Өфөлә йөрөгән иҫке трамвайҙар иһә үткән быуаттың 70-80-се йылдарында уҡ сығарылған.
Шулай уҡ ҡала троллейбустар һатып ала. Троллейбустар мәсьәләһен киләһе йылда тамам хәл итеү планлаштырыла. Әммә, мэр әйтеүенсә, кадрҙар - профессиональ водителдәр һәм механизаторҙар етешмәй. Хатта эш хаҡын арттырыу ҙа ярҙам итмәй.
Шулай уҡ Ратмир Мәүлиев, ҡалала түләүле парковкалар һаны артасаҡ, уларҙы өс мең урынға тиклем еткереү ҡарала, тип белдерҙе.

Урамдары матур...

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Октябрь революцияһы урамындағы тарихи объекттарҙы тәртипкә килтереүҙең мөһимлегенә иғтибар итте. Уның һүҙҙәренсә, бында 90-ға яҡын мәҙәни мираҫ объекты бар, улар был урамды ҡала өсөн айырыуса әһәмиәтле итә. Өфө мэры Ратмир Мәүлиевҡа был темаға айырым иғтибар бүлергә ҡушылды.
Ҡала башлығы тура эфирҙа был турала ла телгә алды. Билдәләнеүенсә, тарихи урамды реконструкциялау өс этапта бара. Беренсе - юл өлөшөн, шул иҫәптән тротуарҙарҙы, велосипед юлдарын реконструкциялау. Икенсеһе -мәҙәни мираҫ объекттарын тергеҙеү. Өсөнсөһө - мәҙәни мираҫ объекттары эргәһендәге территорияларҙы төҙөкләндереү, берҙәм йәйәү йөрөү киңлеген булдырыу. Эш барышында ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар тыуа, өҫтәмә геологик эҙләнеүҙәр талап ителә. Быйыл йәй Ратмир Мәүлиев, "Возрождение" акционерҙар йәмғиәтендә урынлашҡан 8 объектта, бөтә кәрәкле документтар алғандан һуң, тергеҙеү эштәре башланасаҡ, тип хәбәр иткәйне.
- Шуныһы мөһим, беҙҙә тағы ла 10 мәҙәни мираҫ объектын тергеҙеүгә ҙур инвестор барлыҡҡа килде. Яҡын арала проектлауға тотоналар, - тип белдерҙе Өфө мэры. - Тағы ла 12 объектҡа инвестор эҙләйбеҙ. Хәҙер беҙ кешеләргә ошо объекттарға аҡса һалырға, ремонтларға тәҡдим итәсәкбеҙ. Киләсәктә урам АРТ-квадрат тибындағы, әммә үҙенең архитектура үҙенсәлеге менән яңы ижади киңлек буласаҡ...

Дөйөм алғанда...

Бына инде бер нисә ай Өфө башлығы миллионлы ҡала мэрҙарының милли рейтингында иң юғары тәүге 5-әү иҫәбенә инә. Ратмир Мәүлиев, билдәләүенсә был - шәхси ҡаҙаныштар түгел, ә Өфө хакимиәте командаһының яйға һалынған эш һөҙөмтәһе.
Яуаптарҙы дөйөмләштереп, шуны билдәләргә мөмкин:
• ҡаланың алыҫ биҫтәләрендә урам яҡтыртыу селтәрҙәрен киңәйтеү;
• мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсалары төҙөү һәм уларҙы модернизациялау;
• "Ҡала электричкаһы" проектын үҫтереү;
• Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары яр буйҙарын төҙөкләндереү;
• ҡар иретеү пункттары төҙөү;
• ҡала биләмәләрен йәшелләндереү буйынса эштәр әүҙем алып барыласаҡ.
Тура эфир барышында мэр ҡала, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм бизнес ҡатнашҡан хәйриә проекттарына айырым иғтибар бүлде.
Һөйләшеүҙе йомғаҡлап, Ратмир Мәүлиев, муниципалитет менән халыҡ араһындағы мөнәсәбәттәр асыҡ һәм ихлас булырға тейеш, тура бәйләнеш барышында һөйләшеү тап шундай булды ла инде, тине.

"Киске Өфө" гәзите, №48, 5 - 11 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.12.25 | Ҡаралған: 45

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Әле бына 1 декабрҙән 10-на тиклем ташламалы 905 һум 04 тингә яҙылып ҡалығыҙ ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә лә. Кило ярым ит, кило ярым кәнфит, кило ярым печенье хаҡы был. Уларҙы бер-ике ултырыуҙа ашҡаҙанығыҙ аша эшкәртеп бөтһәгеҙ, гәзит аша килгән хәбәрҙәр ярты йыл буйы йөрәгегеҙгә рухи аҙыҡ булып яғылыр, дәртләндерер, уйландырыр, бик күп һорауҙарығыҙға яуап бирелер.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru