«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

АТАЙ-ӘСӘЙҘӘР ҘӘ ХУПЛАЙ
+  - 

Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән, тимәк, балалар баҡсаһынан. Күп нәмә, хатта бәләкәй кешенең артабанғы яҙмышы уның ни тиклем уңайлы һәм файҙалы булыуына бәйле.

Сабый туған телен ҡайҙан белә, ҡайҙа өйрәнә? Әлбиттә, әсәһенән, атаһынан, яҡындарынан. Ғаиләлә, өйҙә башҡорт телендә һөйләшәләр, аралашалар икән, балаға, үҙ телеңдә ғорурлыҡ менән һөйләшергә кәрәк, тип өйрәтелә икән, ул һәр ваҡытта ла туған телендә рәхәтләнеп аралашасаҡ. Ә инде балалар баҡсаһында һәм мәктәптә лә туған телде, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыла икән, киләсәк быуындың телде һаҡлап ҡалыуына ышаныс бар. Беҙҙең Өфө ҡалаһының 167-се балалар баҡсаһында 1920 йылда башҡорт телен өйрәнеү төркөмө асылды. Был йүнәлештә эшләү өсөн беҙҙә тәжрибәле педагогик состав та, матди база ла, коллективтың илһамланып эшләү өсөн дәрте лә етерлек. Учреждениеның маҡсаты - балаларҙа башҡорт халҡының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм дә туған телдә һөйләшергә өйрәтеү. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн тәрбиәселәребеҙ режим, режимдан тыш мәлдәрҙе, уйын ваҡыттарын, төрлө сараларҙы башҡортса ойоштора. Балалар баҡсаһында милли халыҡ байрамдарына, йолаларына ҙур иғтибар бирелә, балалар уларҙы йылы ҡабул итә, уларҙа туған телебеҙҙә аралашыу теләге уяна.
Беҙҙең тәрбиәселәр шәхсән дә, балалар менән дә бик күп төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа, хәҙер инде онлайн бәйгеләрҙә ҡатнашып тора. Фотоконкурс булһынмы, флешмоб, шиғырҙар бәйгеһе булһынмы, тәрбиәселәр балалар менән бергә үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә, призлы урындарға лайыҡ булалар. Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған, улар ҙа был сараларға әүҙем ҡушыла. Яңыраҡ ҡына, мәҫәлән, тәрбиәсе Оксана Ялалова үҙенең тәрбиәләнеүсеһе Райхан Ғарипова менән район кимәлендә үткән нәфис һүҙ оҫталарының "Илһам" ҡала смотр-конкурсында 1-се урын, ҡала кимәлендә Гран-при яуланылар. "Һаумы, һаумы әкиәт!" конкурсында ла йылда ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар.
Балалар баҡсаһының тормошонда ата-әсәләрҙең роле бик ҙур. Улар тураһында ла айырым билдәләп үтмәй булмай, сөнки улар беҙҙең бар башланғыстарыбыҙҙы хуплай, ярҙам итә. Беҙ йыл һайын төрлө проекттарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Күптән түгел "Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһын"да (ППМИ) ҡатнашыу буйынса йыйылыш булды. Балалар баҡсаһы мөдире Миләүшә Миниян ҡыҙы Шкурапет киләһе йылда ошо программала ҡатнашыу теләген белдерҙе һәм балалар баҡсаһының ҡоймаларын алыштырыу көнүҙәк мәсьәлә булыуын билдәләне. Конкурс шарттарын үтәп, беҙ был эштәрҙе атҡарып сығырбыҙ тигән уйҙабыҙ. Балаларҙың ата-әсәләре беҙҙең менән бер тулҡында тибрәлә, был дөйөм эшебеҙҙең балаларға уҡытыу-тәрбиә эшен алып барыу шарттарын уңайлыраҡ, сифатлыраҡ, хәүефһеҙлерәк итеү өсөн икәнен яҡшы аңлайҙар, шуға ла һәр башланғыстарыбыҙҙы күтәреп сығырға ғына әҙер торалар, шуның өсөн уларға ҙур рәхмәтлебеҙ.

М. МИНИЯНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 5 - 11 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.12.25 | Ҡаралған: 330

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru