
АҠШ президенты Дональд Трамптың Украина конфликтын тыныс көйләү планы буйынса фекер алышыуҙар дауам итә. Европаның сәйәси элитаһы Украинала тыныслыҡ урынлаштырыуға кәртә ҡороу үсе менән яна, Трампты үҙ яғына ауҙарыу ниәтенән арына алмай. АҠШ армияһының отставкалағы подполковнигы Дэниел Дэвис әйтеүенсә, Европа лидерҙары тарафынан Украинаның НАТО менән Евросоюзға инеүе фәҡәт ошо яҡтарҙың үҙ-ара эше тип белдерелеүе Вашингтондың хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу планына аяҡ салыу ҡурҡынысы менән янай.
Европарламент депутаттары хатта шул сиккә барып етте: Украина буйынса тыныс килешеүгә өлгәшеү өсөн, йәнәһе, Рәсәй Ҡырым менән Донбастан үҙенең хәрби көстәрен сығарырға тейеш. Быны Ҡырым Республикаһының Дәүләт советы рәйесе Владимир Константинов Украина конфликтын тыныс көйләүгә ҡаршы йүнәлдерелгән Европа стратегияһы, тип атаны. Ошондай белдереүҙәр өсөн Европарламенттың бер ниндәй вәкәләтлеге юҡ һәм ул уставта ла ҡаралмаған. Европа илдәренең Ҡырымды Рәсәй территорияһы тип таныу-танымауы беҙгә кәрәк түгел, тип өҫтәне Константинов.
Венгрия премьер-министры Виктор Орбан әйтмешләй, Евросоюз илдәре етәкселәре үҙҙәренең еңелеүен таныу кимәленә етмәгәндәр әле, ләкин ундай көн ҡасан да булһа тыуасаҡ. Әйткәндәй, 28 ноябрҙә Евросоюз янауҙарына ҡарамаҫтан, Орбан ҙур делегацияһы менән Мәскәүгә килде һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашты. Германия канцлеры Фридрих Мерцтың, Орбан Рәсәйгә Евросоюз хуплауынан тыш һәм бындай һөйләшеүҙәргә мандатһыҙ барҙы, тип ғәйепләргә маташыуына ҡаршы Венгрияның сит ил эштәре министры Петер Сийярто: "Беҙгә, венгрҙарға, бының өсөн Европаның рөхсәте лә, мандаты ла кәрәкмәй. Венгрия суверенлы, үҙаллы дәүләт һәм беҙ тәү сиратта үҙебеҙҙең милли мәнфәғәттәрҙән сығып эш итәбеҙ", - тип яуап бирҙе. Милли мәнфәғәт, тигәндән, был хаҡта Виктор Орбан: "Мин Мәскәүгә Венгрияны ҡышҡылыҡҡа һәм киләһе йылға ла арзан хаҡҡа энергия ресурстары менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса һөйләшергә барам", - тип аңлатма бирҙе. Үҙенең премьерлыҡ осоронда ул Рәсәй лидеры менән 14-се осрашыуға килеүе һәм өлгәшелгән килешеүҙәр һөҙөмтәһендә ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылыуын билдәләне. 2025 йыл башынан алып Рәсәйҙән Венгрияға 8,5 млн тонна нефть һәм 7 млрд кубометр тәбиғи газ килгән. Евросоюз баҫымына ҡарамаҫтан, Будапешт Рәсәй энергетика ресурстарынан баш тартырға йыйынмай, киреһенсә, хеҙмәттәшлекте үҫтереү яғында. Рәсәй Президенты менән дүрт сәғәткә яҡын һөйләшеүҙәр барышында, әлбиттә, Украина конфликтына ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса ла фекер алышыуҙарға форсат булды. Ошо йәһәттән Виктор Орбан тағы бер тапҡыр Будапешттың Рәсәй-АҠШ саммитын үткәреү урыны булараҡ әҙерлеген белдерҙе һәм һөйләшеүҙәрҙең уңышлы үтеүе өсөн бөтөн мөмкинлектәрҙе файҙаланып, булышлыҡ итәсәге хаҡында әйтте.
Ҡушма Штаттар иһә бынан ары Украина һәм Евросоюз ихтыяры менән иҫәпләшеп тормаясағын белдерә. Американың сәйәси аналитигы Грэм Фуллер фекеренсә, Трамп Зеленский менән Европаға ҡаршы "ҡаты уйнай" башлаясаҡ. "2014 йылда Америка дипломаты һәм сәйәсмән Виктория Нуландтың "Шайтаныма китһен Евросоюз!"тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Был һүҙҙәр бөгөн дә көн ҡаҙағында. Европаның аҡсаһы, етди ҡоралы ла, планы ла юҡ. Ул үҙенең кем һәм нимә икәнлеген, ҡайҙа табан барыуын һәм ахырғы маҡсатының ни икәнен дә аңламай, буғай. Трампҡа ла Нуландтың әлеге "Шайтаныма - Евросоюз!" тигән һүҙҙәрен ҡабатлау өсөн күпме ваҡыт кәрәк булыр икән?"- тип һөйләне Грэм Фуллер Dialogue Works YouTube каналына әңгәмәһендә. Һәм, ысынлап та, үткән аҙнала Аҡ йорт Украиналағы хәлде көйләү буйынса тәҡдимдәрҙе эшләүе хаҡында хәбәр итте. Сит ил баҫмалары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, көйләү планы Донбасс территорияһын Мәскәү ҡарамағына биреү, уны һәм Ҡырымды Рәсәйҙеке тип рәсми таныу, Запорожье менән Херсон өлкәләренең күпселек өлөшө сиктәрен бәрелеш һыҙығында туҡтатыу, Украина армияһы һалдаттары һанын һәм ҡоралын ике тапҡырға кәметеү, Украинала Рәсәйҙең төпкөл төбәктәренә һөжүм итеү ихтималы булған сит ил ғәскәрҙәре һәм ҡоралын урынлаштырыуҙы тыйыу пункттарын үҙ эсенә ала.
Владимир Путин пландың ошо тәүге варианты менән танышып сығыуын һәм уның киләсәкке килешеүҙәр нигеҙе булыу мөмкинлеген, ләкин һәр пунктты ентекләп тикшереп сығыу кәрәклеген белдерҙе. Әйткәндәй, Кремлдә белдереүҙәренсә, Президент Путин 4-5 декабрҙә Һиндостанда эш сәфәре менән була. Ә шуға тиклем Трамптың махсус вәкиле Стив Уиткоффтың Мәскәүгә килеүе көтөлә.
Киев режимы башлығы Владимир Зеленский 29 ноябрҙә үҙенең телеграм-каналында Украина делегацияһының АҠШ-ҡа һөйләшеүҙәргә килеүе хаҡында яҙҙы һәм тиҙҙән конфликтты туҡтатыуға булышлыҡ итеүсе "ниндәйҙер" саралар ҡабул ителәсәге тураһында белдерҙе, ләкин ниндәй саралар хаҡында һүҙ барыуын асыҡламаны. Халыҡҡа үҙенең яңыраҡҡы бер мөрәжәғәтендә ул Украинаның ҡатмарлы һайлау алдында тороуын әйтеп, "Йә үҙебеҙҙең дәрәжәне, йәки төп партнерыбыҙҙы юғалтасаҡбыҙ. Йә 28 пункт, йә көтөлгән иң ауыр ҡыш", тигәйне, мөһим партнер йөҙөндә АҠШ-ты күҙҙә тотоп, моғайын. РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков: "Һөйләшеүҙәрҙе һуҙыуҙың һәр бер көнө Зеленский өсөн һәләкәт ул", тине һәм уның Украиналағы көрсөк хәлдәр шарттарында президент булараҡ үҙ бурыстарын башҡара алмауын белдерҙе.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 5 - 11 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА