«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨРЙӘНДӘР ОСРАШТЫ БӨРЙӘНДӘР МЕНӘН
+  - 


Һуңғы йылдарҙа республика райондары вәкилдәренең баш ҡалалағы яҡташтары, йәштәр менән осрашыуҙар, кисәләр, күргәҙмә, концеттар ойоштороуы үҙенә күрә матур бер йолаға әйләнеп бара. Күптән түгел Өфөлә Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары осрашыуы гөрләп үтһә, 26 ноябрҙә иһә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Бөрйән районы вәкилдәре "Бөрйән - башҡортомдоң рух бишеге" патриотик-хәйриә акцияһы сиктәрендә йәмле, күркәм сара ойошторҙо. Шул сара мәлендә беҙ Бөрйән районы хәкимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы АБДУЛЛИНға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Баш ҡалала ошондай матур сараны ниндәй маҡсаттар менән уҙғараһығыҙ?

- Ошо арала районыбыҙҙың 95 йыллыҡ юбилейын билдәләгәйнек, шуға арнап, районда матур-матур саралар үткәрҙек. Байрам рухын Өфө ҡалаһында йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән дә уртаҡлашырға ҡарар иттек бына. Әлбиттә, Өфө менән Бөрйән араһы бик яҡындан түгел, шуға ҡарамаҫтан, бик теләп ойошторҙоҡ сәфәребеҙҙе. Күргәҙмәләр, мәҙәни программалар алып килдек. Тамаша күрһәтеү генә түгел, ә тыуған яғыбыҙҙың үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген күҙаллап, һөйләшеп, алдыбыҙға төрлө мәсьәләләр ҡуйып, уларҙы сисеү юлдарын бергәләп билдәләп ҡайтыу ҙа маҡсатыбыҙ. Студенттар, райондан сыҡҡан оло быуын кешеләре менән осрашыу, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү - иң мөһиме. Сөнки Өфөлә йәшәгән яҡташтар ҙа район тормошонда ҡатнашырға, тамырҙарын онотмаҫҡа тейештәр, тигән уйҙабыҙ.
Сараны Бөрйән яҡташтар берлеге менән берлектә ойошторабыҙ. Был ойошманың етәксеһе Ришат Хәжғәле улы Сабитовҡа айырыуса ҙур рәхмәт әйтеп үтергә кәрәк. Ул теүәл бер йыл элек, мин район етәксеһе булып эшләй башлағас та, Өфөләге яҡташтарҙы бергә йыйыу теләген белдергәйне. Шулай уҡ яҡташыбыҙ, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Ивнәй ҡыҙы Шафиҡованың районыбыҙға күрһәткән ярҙамы баһалап бөткөһөҙ.

Ҡалаларҙа йәшәгәндәр тыуған райондарына ҡайтһа, күберәк ундағы етешһеҙлектәрҙе күрергә, дәғүә белдерергә әүәҫ. Өфөләге бөрйәндәр һеҙгә ниндәйерәк һорауҙар менән мөрәжәғәт итә?

- Баш ҡалала, ғөмүмән, ҡалаларҙа йәшәү кимәле, әлбиттә, юғары, ауылдарға ҡайтһаң, уңайлыҡтар йәһәтенән етешһеҙлектәр күҙгә ташлана ла тора инде: ҡайҙалыр газ, һыу юҡлығы, ҡайҙалыр юл проблемаһы киҫкен икәнлеге иғтибарҙы йәлеп итәлер. Рәхәт тормошҡа өйрәнгән кеше тыуған ауылында ла шундай уҡ уңайлыҡтарҙы күргеһе киләлер. Әммә тәнҡит урынлы ла, урынһыҙ ҙа булырға мөмкин. Әлеге көндә мөмкинлектәр бер ни тиклем сикләнгән булһа ла, беҙҙең районда ла бөгөндән алып эшләрлек тә, тамамларға күпмелер ваҡыт талап иткән эштәр ҙә билдәләнгән. Инфраструктураны яҡшыртыу өҫтөндә эш бара: спорт, балалар майҙансыҡтары төҙөлә, өйҙәргә газ үткәрелә. Күпләп яңынан-яңы йорттар төҙөлә, емерелеп, ауылдарҙы ҡотһоҙлап ултырған өйҙәр кәмей хәҙер. Беҙ тормошобоҙҙо, районыбыҙҙы матурларға, йәнләндерергә тырышабыҙ. Был йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эштәр атҡарабыҙ. Нисек кенә булмаһын, ауылдарҙа тормош насар тип әйтмәҫ инем. Унда ла яҡшы итеп йәшәп була, теләк кенә кәрәк. Быға миҫалдарҙы бик күпләп килтерергә мөмкин. Ә шулай ҙа беҙ урындағы халыҡтың теләгенә лә, тәҡдименә лә асыҡбыҙ, тәнҡитте лә ҡолаҡҡа эләбеҙ. Етәксе эше халыҡ тауышына ярашлы ойошторола ла инде ул.

Йәштәр менән осрашыуҙың маҡсаты, моғайын, уларҙы киләсәктә үҙегеҙҙең кадрҙар итеп күрергә теләүҙәндер бит инде? Районға ниндәй һөнәргә эйә йәштәрҙе, белгестәрҙе ҡайтарырға кәрәк?

- Эйе, кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тора, Бөрйән районы был йәһәттән башҡа райондарҙан бик үк айырылмай. Етәкселәр ҙә, төрлө өлкәләге белгестәр ҙә кәрәк. Элегерәк табиптарға ҡытлыҡ булһа, әлеге көндә, мәҫәлән, уҡытыусылар етешмәй, бигерәк тә айырым предметтарҙан уҡытҡан белгестәр, хатта физкультура уҡытыусыһына мохтажлыҡ бар. Бюджет өлкәһендәге эшкә йәштәр бик ылыҡмай. Өфөгә, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына уҡырға инһәләр, йәштәребеҙ ауыл еренә ҡайтырға бик ашығып бармайҙар. Студенттар менән ошо проблеманы уртаға һалып һөйләшер өсөн осраштыҡ та инде.
Йәш белгес районға эшкә ҡайтһа, әлбиттә, йәшәргә урыны ла, йорт һалырға ере лә кәрәк. Был йәһәттән дә беҙ ярҙам ҡулы һуҙырға, мәсьәләне хәл итешергә әҙербеҙ. Ҡуртымға бирерлек торлаҡ булмаған осраҡта коммуналь түләүҙәрҙең 50 процентына ҡәҙәре түләшеү мөкинлеге бар. Тәүге осорҙа аҡсалата ярҙам, ер, төҙөлөш өсөн ағас материалдар мәсьәләһе буйынса ла һорауҙар хәл итерлек.

Бөрйәндең киләсәге туризм үҫеше менән бәйле, тигәнде йышыраҡ ҡабатлайҙар хәҙер...

- Эйе, хәҙерге көндә Бөрйәнгә "төпкөл" тигән төшөнсә бөтөнләй тура килмәй. Районда йәмғеһе 17 мең халыҡ йәшәй. Туризм миҙгеле асылған осорҙа, йәй башынан алып көҙгә тиклем, районға йөҙ меңгә яҡын кеше килә, халыҡ күләме 5-6 тапҡырға арта. Урындағы халыҡ хәҙер был хәлгә аҡрынлап өйрәнә, был осорҙоң файҙаһын күреп ҡалырға тырыша. Кәсепселек яйлап тергеҙелә бара, үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияны һатыу эше яйға һалына. Бигерәк тә ағинәйҙәр тарафынан балаҫ һуғыу, милли костюмдар тегеү, төрлө биҙәүестәр, ҡул эштәре менән шөғөлләнеү кеүек милли кәсептәр тергеҙелә. Ул әйберҙәр килгән туристарҙы ла ҡыҙыҡһындыра.
Туризм - Бөрйәндең киләсәге. Туристар быға тиклем дә ынтылып торҙо беҙҙең яҡтарға, ләкин күберәген ҡырағай туризм хөкөм һөрә ине. Хәҙер заманса, цивилизациялы туризмға ынтылабыҙ. Йәш егеттәребеҙ туристарҙы йәлеп итеү, йәшәү шарттары булдырыу, экскурсиялар ойоштороу кеүек эшҡыуарлыҡ төрҙәрен үҙләштерә. Ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй, туҡтар урын таба алмай йөрөгән туристар юҡ хәҙер, был йәһәттән бар шарттар ҙа тыуҙырыла. Хәҙер туризмды йыл әйләнәһенә ойошторорлоҡ итеп эшләү өҫтөндәбеҙ. Ҡыш көндәрендә лә йәшәрлек турбазалар, саңғы шыуа торған комплекстар төҙөлә. Былтыр, мәҫәлән, Шүлгәнташҡа боролған ерҙә тәүге тапҡыр саңғы шыуыу трассаһы асылды. Шундай объекттарҙы күберәк булдырыу өҫтөндәбеҙ. Был йәһәттән урындағы инциативаларға, үҙебеҙҙең эшҡыуарҙарға гранттар, субсидиялар алышырға ярҙам итешәбеҙ. Гранттарға документтар тапшырған йәш эшҡыуарҙар күбәйә хәҙер, шуныһы ҡыуаныс.

Шулай итеп, Бөрйән районы хәкимиәте башлығы менән осрашыу барышында йәштәрҙе күберәген үҙҙәре уҡыған йүнәлештәр - уҡыу-уҡытыу, медицина, туризм өлкәһендәге хәл торошо ҡыҙыҡһындырҙы. Тыуған яҡта тормош кимәлен яҡшыртыу тураһында ла борсола улар, шуға ла ауылдарға газ, юл, интернет үткәреү тураһында һорауҙар йыш яңғыраны. Тыуған тел темаһы ла урап үтелмәне. Әйткәндәй, студенттар "Әгәр ҙә мин Бөрйән районы хакимиәте башлығы булһам, нимәләр эшләр инем?" тигән һорау алыуҙа ҡатнашып, өр-яңы идеяларын, тәҡдимдәрен яҙып та ҡалдыра алды. "Бындай осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәреп тороу бик файҙалы булыр ине. Сөнки йәштәр йыш ҡына үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән кемгә мөрәжәғәт итергә белмәй. Мин үҙем Бөрйән йәштәре берлеге ағзаларының районға ҡайтып, саралар үткәреү өсөн ниндәй ярҙамға өмөт итә алыуы тураһында һәм шул уҡ берлектең киләсәге булырлыҡ мәктәп уҡыусыларын туплау тураһында һорауҙар бирҙем, икеһенә лә тулы яуап алдым", - тине Бөрйән йәштәре берлегенең етәксеһе Заһит Ғиззәтуллин.

Айһылыу ДАУЫТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 5 - 11 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.12.25 | Ҡаралған: 43

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Әле бына 1 декабрҙән 10-на тиклем ташламалы 905 һум 04 тингә яҙылып ҡалығыҙ ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә лә. Кило ярым ит, кило ярым кәнфит, кило ярым печенье хаҡы был. Уларҙы бер-ике ултырыуҙа ашҡаҙанығыҙ аша эшкәртеп бөтһәгеҙ, гәзит аша килгән хәбәрҙәр ярты йыл буйы йөрәгегеҙгә рухи аҙыҡ булып яғылыр, дәртләндерер, уйландырыр, бик күп һорауҙарығыҙға яуап бирелер.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru