«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

КҮРГӘҘМӘЛӘР, ТАМАШАЛАР...
+  - 

Йыл һайын 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. 2019 йылда Башҡортостан Башлығы указы менән раҫланған байрам бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тура килә. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл да мәҙәниәт учреждениеларында Башҡорт теле көнөнә арналған байрам саралары уҙғарыла.

Аҡмулла музейында 25 декабргә тиклем "Мифтахетдин Аҡмулла - шиғриәт йондоҙо" күргәҙмәһе эшләй.
12 декабрҙә Ш.Бабич музейында - "Башҡорт теле - дуҫлыҡ теле" интеллектуаль уйыны, 13 декабрҙә М. Өмөтбаев музейында "Тел -халыҡ рухы" әҙәби-фольклор квесы уҙа.
12 декабрҙә Республика Хәрби Дан музейында башҡорт каллиграфияһы буйынса оҫталыҡ дәресе ҡаралған. Шулай уҡ республиканың дәүләт һәм муниципаль музейҙарында тематик экскурсиялар һәм "Туған телдең матурлығы һәм көсө" республика музей акцияһы ойошторола.
13 декабрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры ҡатнашлығында Башҡорт теле көнөнә ҡарата Азат Байчуриндың юбилей концерты була.
14 декабрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһенә Зөһрә Бураҡаева пьесаһы буйынса Рөстәм Хәкимов ҡуйған "Аҡмулла" спектакле сыға. Шулай уҡ театр башҡорт шағирҙарының шиғырҙары яҙылған видеороликтарҙы онлайн күрһәтә.
12 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Хөрмәтулла Үтәшев "Таҙа телмәр" оҫталыҡ дәресе үткәрә. Ә 14 декабрҙә тамашасылар театр сәхнәһендә "Мөхәббәт тураһында тағы бер тапҡыр..." спектаклен ҡарай ала.
14 декабрҙә "Башҡортостан" киностудияһы "Аҡмулла", "Башҡорт милли кейеме", "Остаз", "Күңел моңо", "Асия Ғәйнуллина" документаль фильмдарын онлайн күрһәтә.
Нефтекама дәүләт филармонияһында "Ҡәрҙәштәр" башҡорт эстрада төркөмө концерты үтә, Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе "Урман оркестры" музыкаль программаһын тәҡдим итә.
14 декабрҙә БР Халыҡтар дуҫлығы йорто Башҡорт теле көнөнә арналған ҡыҫҡа видеороликтар серияһын башлай. Республика ҡалаларында һәм райондарында тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙә викториналар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре һәм фольклор программалары ҡаралған.
Башҡорт теле көнөнә ҡарата ил төбәктәрендә лә байрам саралары планлаштырыла. Екатеринбургта Свердловск өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге активистары менән осрашыу үтә. Ырымбур өлкәһенең Претория ауылында "Ырымбур яғы легендалары" әҙәби сәғәте ойошторола. Ҡурған өлкәһенең Сафакүл ауылында байрам концерты була.

"Киске Өфө" гәзите, №49, 12 - 18 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.12.25 | Ҡаралған: 254

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru